-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Сентябрь 2019, 15:01

Лайыҡлы йәшәлгән ғүмер

Кешегә һәр саҡ асыҡ, ярҙамсыл, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торғандар ғына тигеҙ, татыу ғүмер юлын үтәлер ул.

Кешегә һәр саҡ асыҡ, ярҙамсыл, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торғандар ғына тигеҙ, татыу ғүмер юлын үтәлер ул. Бөгөнгө яҙмамда Ейәнсура районында тыуып-үҫеп, бөгөн Октябрьский ҡалаһында ғүмер итеүсе матур пар – Хәсәевтар ғаиләһе хаҡында һүҙ. Бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын билдәләй улар быйыл! Әйтеүе генә еңел – 60 йыл! Ошо йылдар эсендә күпме тынғыһыҙ хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр, хәүефле көндәр, шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла осрашыуҙар ята.

Эйе, Мансура һәм Әхмәҙулла Хәсәевтар лайыҡлы, матур тормош йәшәне һәм йәшәй. Күптәргә өлгө улар бөгөн. Әхмәҙулла ағай юғары белем алып, ауылда агроном булып райондың төрлө ауылдарында эшләй. Әммә уны Октярьский ҡалаһы, унда йәшәгән бер туған ағаһы Сәйфулла тарта. Барып урынлашҡансы тип, ғаиләһен ауылда ҡалдырып, алыҫҡа (ул ваҡытта шулай тойола) ҡалаға эшкә китә.

Был ваҡытта ауылда өс улы менән Мансура апай донъя көтә. “Элек бит ҡышы ла һыуыҡ, бураны ла көслө ине. Мейескә утын яғыла, һыуҙы боҙ менән ҡапланған йылғанан, мәке уйып алабыҙ. Эй, шул ваҡыттарҙы иҫләһәң, уйылып китерлек. Балалар бәләкәй, эшкә йөрөр кәрәк. Ярай ҙа балаларым ипле, тәртипле, малай булһалар ҙа”, – тип хәтерләй ул замандарҙы Мансура апай. “Өс улым өс терәгем булды. Ашарға ла бешерергә өйрәнделәр, бер-береһенә ипле, ярҙамсыл булып үҫтеләр. Төпсөгөм тыуғас күргән төшөм ғүмер буйы күңелемде өйкәп, ҡурҡып йәшәнем. Өсөнсө балам тыуғас, өйгә ҡайттым. Ҡурҡыныс төш күрҙем. Һыуҙа ағып киткән баламды тота алманым... Төпсөгөмдө юғалтырмын инде тигән уй ғүмер буйы йөрәктә йәшәне. Шөкөр, балаларым шатлыҡ-ҡыуаныстары менән үҫеп етеп, ғаиләле, бала-сағалы булды. Тик оло улым ғына, Зәкирем генә иртә китте. Уны юғалтыу баяғы төшөмдөң тормошҡа ашыуылыр инде тимен,” – тип ауыр көрһөнә апай.

Ейәнсура районынында йәшәгән-дәрендә ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәй Әхмәҙулла Харис улына. Шанлы-данлы 90-сы йылдарҙа “Ленин юлы” колхозын да намыҫлы етәкләй ул.

Октябрьский ҡалаһында яуаплы урындарҙа маҡтаулы хеҙмәт итә Хәсәевтар. “Нарыштау” сов-хозында профкомды етәкләй, рәйес урынбаҫары вазифаларын да намыҫлы башҡара. Оҙаҡ йылдар түбән вольтлы аппаратура заводында цех етәксеһе урынбаҫары ла була. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, балаларының, тыуғандарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй бөгөн. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, балаларына ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә. Зәбир Әхмәҙулла улы Өфө ҡалаһында йәшәй, алдынғы эшҡыуар, икенсе улдары Рафиҡ та ғаиләле, себер тарафтарында уңышлы эшләп йөрөй. Ишек асып ингән һәр береһенә асыҡ йөҙ, һыйлы өҫтәл менән тәмле сәйе әҙер уларҙың. Апай-ағайҙарының балаларын да яндарына һыйындырып, улар өсөн дә ныҡлы терәк булып ғүмер итә ветерандар бөгөн. Мансура апай ДРСУ-ла эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бөгөн гөрләтеп баҡса үҫтерәләр, йәшелсә-емештәре ишелеп уңа уларҙың. Кесе улдары һәм килендәре менән татыулыҡта гөрләтеп бергә-бергә йәшәй улар.

– Ашайым тиһәң – ашың, кейәм тиһәң – кейемең барҙа нимәгә ҡайғырып йәшәргә. Эшләйем тигән кешегә эш бар. Һөйөнөп йәшә лә йәшә. Иртән торғас та барыһына ла именлек-һаулыҡ теләйем. Таң-дарыбыҙ тыныс, көндәребеҙ ҡояшлы булһын тип ялбарам Хоҙайҙан. Хәҙер барыһы ла бар, шөкөр итеп йәшәргә генә ҡала. Беҙ үҫкәндә бик ауыр булды. Һуғыш заманы, ашарға, кейергә етмәне. Халыҡ бер-береһе өсөн терәк булды, шуныһы яҡшы ине. Хәҙер аптырайым, һәр кем үҙе өсөн генә йәшәгән кеүек. Шул хәүефкә һала. Илдә тыныслыҡ ҡына булһын инде. Бала-сағалар иламаһын, шунан да ауыры юҡ, һау-сәләмәт булһын, – тип тамамлай әңгәмәһен Мансура апай.

Күрше ҡалала ғына йәшәгәс, улар менән йыш осрашып торабыҙ. Иптәшемдең атаһы,ҡайным яғынан яҡын ғына туғандарыбыҙ ҙа улар. Һәр саҡ кәңәштәренән өҙмәй улар беҙҙе. Барып инһәң яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алалар. Хаҡлы ялда, оло йәштә булыуҙарына ҡарамай улар һаман сәйәсәт, телебеҙ яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып йәшәй. Балалар өйрәнәме, уңыштар бармы, ниндәй яңылыҡтар бар – барыһы ла ҡыҙыҡ. Телебеҙ, илебеҙ яҙмышы өсөн борсолоп, үҙҙәрен генә ҡайғыртмай, төрлө кәңәштәрен биреп йәшәгән ололар барҙа беҙгә, йәштәргә, эшләүе лә тыныс, йәшәүе лә күңелле.

Шулай оҙон-оҙаҡ, тигеҙ, бергә йәшәүҙең сере нимәлә тигән һорауға юбилярҙарым ипле генә йылмайып былай тине – бер-берегеҙҙе еңешәбеҙ тип аптырамағыҙ. Иптәшегеҙҙең ни әйтерен ярты һүҙҙән аңлап өйрәнһәгеҙ, кәрәк сағында, нисек кенә ауыр булһа ла, өндәшмәй үткәреп ебәрһәгеҙ һеҙҙән дә аҡыллы, зирәк кеше булмаҫ, балалар. Был ҡатын-ҡыҙ, быныһы ир эше тип тә айырмағыҙ. Кем эштән иртәрәк ҡайта, шул тәүләп ашарға бешерергә тотона ине. Шуға күрә ир балалар булһа ла, өс улым да бына тигән итеп аш-һыу әҙерләй белә, тип ипле йылмая Мансура апай.

Ысынлап та, тирә-йүнебеҙҙә ошондай ололар байтаҡ булһа, тормошобоҙҙоң сағыу биҙәктәре күберәк булыр ине. Эргә-тирәбеҙҙе йәмләп йәшәр ҡарттарыбыҙҙы һаҡ-лайыҡ, улар бит беҙҙең балалары-быҙ, ейәндәребеҙ өсөн тере тарих!

Хөрмәтле аҡһаҡалдар! Һеҙгә ки-ләсәктә тигеҙ, тыныс ҡартлыҡ, таңдарығыҙ аяҙ, көндәрегеҙ ҡояшлы булыуын теләйбеҙ. Именлек, ныҡлы сәләмәтлек һеҙгә!

Читайте нас: