+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Сентябрь 2019, 14:30

Картиналарын... нефть менән яҙа

Тыуған ергә мөхәббәт тойғоһо бала саҡта барлыҡҡа килә тип тә булмай, ул беҙгә тыумыштан бирелә, әсә һөтө менән инә.

Тыуған ергә мөхәббәт тойғоһо бала саҡта барлыҡҡа килә тип тә булмай, ул беҙгә тыумыштан бирелә, әсә һөтө менән инә. Кесе тыуған илебеҙҙе ихлас яратабыҙ икән, ул да беҙгә шулай яуап бирә: тыуған ерҙәр беҙҙең күңелгә шатлыҡ һәм тыныслыҡ бирә, бөйөк эштәргә саҡыра.

Яҡташыбыҙ Марсель Шәйҙул-линды ижадҡа нәҡ кесе тыуған иле рухландыра, ә ул үҙ таланты менән районыбыҙҙы данлай. Ул Яңы Балыҡлы ауылында хөрмәтле кешеләр Наил Мәғфүрйән улы һәм Рәсимә Фәһим ҡыҙы Шәйҙуллиндар ғаиләһендә тыуған. Яп-ябай малай була – ундайҙар донъяла меңләгән. Балалар баҡсаһына йөрөй, мәктәптә иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе була. Баҡалылағы 1-се утра мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Бөтә буш ваҡытын спортҡа бағышлай, ҡышҡы полиатлон буйынса РФ-тың спорт мастеры нормативын үтәй һәм һәр ваҡыт һүрәт төшөрөргә ярата. Марселдең иҫкә алыуы буйынса, кескәй сағында Сөн йылғаһы буйында йөрөгәндә, тәбиғәттә һүрәт төшөрөүсе рәссамды күрә. Ул ваҡытта рәссам Марселгә буяуҙарҙан ғәжәп матур картина яһаусы тылсымсы булып тойола һәм, бәлки, шул саҡта төҫтәр мастерына әйләнеү хыялы барлыҡҡа килгәндер ҙә... Мәктәп йылдарында һүрәт төшөрөү буйынса район һәм республика конкурстарында ҡатнаша.

Мәктәпте тамамлағандан һуң ӨДНТУ-ға “Нефть һәм газ скважиналары быраулау” белгеслеге буйынса уҡырға инә, уны тамамлап, Нефть-сервис компанияһына инженер булып эшкә урынлаша, бөгөн дә шунда хеҙмәт итә. Әммә рәссам булыу теләге Марселде ташламай, өс йыл элек Өфөлә майлы буяуҙар менән һүрәт төшөрөү курстарын тамамлай һәм нефтселәр тураһында картиналар, сәнәғәт темаһына пейзаждар яһай башлай. Шулай уҡ нефть менән һүрәт төшөрөү техникаһын өйрәнә.

Бөгөн Марсель Наил улы – донъяла берҙән-бер нефть менән һүрәт төшөрөүсе һөнәрмән нефтсе, һәүәҫкәр рәссам. Уның коллекцияһында 60-ҡа яҡын эш. Бер йылдан аҙ ғына артыҡ ваҡыт эсендә уның эштәре баш ҡаланың һигеҙ күргәҙмәһендә урынлаштырыла – улар “Матурлыҡ һәм көс”, “Музейҙар төнө”, “Газ. Нефть. Технологиялар – 2018”, ӨДНТУ-ның 70 йыллығына, “Нефть квадратта”, “Минең нефткә табан юлым”, “БашҡортАРТстан” халыҡ-ара заманса сәнғәт фестивале, шулай уҡ февралдә Һамар ҡалаһында персональ күргәҙмәһе уҙған. М. Шәйҙуллин “Гәүһәрҙәр” категорияһында “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проектына инде.

– Марсель, һеҙҙең мауығыу нимәнән башланды?

– Быраулау яйланмаһында йыуҙыртыу эретмәһе буйынса инженер булып эшләнем. Бер мәлде эретмәгә нефть ҡушҡанда, кейемем бысранды. Махсус кейемемде һалып ҡараһам, унда төрлө образдар – тәбиғәт, нефтселәр, вышкалар күрҙем. Өйгә ҡайтҡас, уларҙы киндергә күсерергә уйланым. Һөҙөмтәнән ҡәнәғәт ҡалдым. Нефттең файҙалы ҡаҙылма ғына түгел, ә күпкә ҡиммәт әйбер булыуын аңланым. Әйткәндәй, сығыу урынына ҡарап, ул төрлө төҫлө була. Мәҫәлән, Себерҙә – йәшкелт-зөбәржәт, Сахалинда – ҡуңыр-һары, Башҡортостанда – ҡара.

– Нефть менән һүрәт төшөрөү ябай эш түгел, тиҙәр: ул киндерҙән ағып төшә, насар кибә лә. Уны нисек “буйһондора” алдығыҙ?

– Һәр кемдең нефтте “буйһондороуҙың” үҙ сере бар. Таҙа килеш нефть һүрәт төшөрөүҙә ҡулланылмай. Мин төрлө матдәләр ҡушып ҡараным һәм файҙалы ҡаҙылманы буяуға әйләндергән идеаль составты таптым. Университеттан һуң юҡҡа ғына йыуҙыртыу эретмәләре әҙерләмәнем дә баһа.

– Нефть менән һүрәт төшөрөү һеҙгә нимә бирә?

– Эштәрем ярҙамында кешеләрҙең иғтибарын нефтсе һөнәренә йәлеп итергә теләйем. Картиналарҙа нефтселәрҙең эш көндәрен, хеҙмәт кешеһен сағылдырам, шулай уҡ нефть ҡулланып индустриаль пейзаждар, сәнәғәт темаһына фәлсәфәүи картиналар, Рәсәйҙең нефть-газ компанияларының әйҙәүсе етәкселәре портреттарын яҙам. Кешеләрҙең нефткә энергия сығанағы, тауар етештереү өсөн сеймал итеп кенә түгел, бәлки сәнғәт әйбере, беҙҙең осорҙоң символы итеп ҡарауҙарын теләйем.

Күргәҙмәләрҙә нефтсенең махсус эш кейемен, оригиналь каскаһын кейәм, нефть менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәрәм.

Шулай уҡ мөһим маҡсат – совет рәссамдары-соцреалистарҙың хеҙмәт кешеләрен, үҫешкә һәм ижадҡа ынтылыуҙың яҡшы традицияларын яңыртыу. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбированың “Игелек ҡыл” проектында ҡатнашам – балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә нефть менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм, балаларға нефтселәр хеҙмәте тураһында һөйләйем. Әйткәндәй, Баҡалы приютында ла оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙем һәм миңә балалар өсөн тыуҙырылған шарттар, уларға ҡарата тәрбиәселәрҙең мөнәсәбәте оҡшаны.

– Һеҙҙең “ШаМаН” ижади псев-донимығыҙ нимә менән бәйле?

– ШаМаН ижади псевдонимын инициалдарҙан алдым. Шаманизм менән уртаҡ бер ни юҡ. Мин әруах-тар донъяһы менән аралашмайым, ғәҙәти булмаған һәләтем дә юҡ, бары тик нефть сығарыу процесында ҡатнашам һәм Ер энергияһынан сәнғәт әҫәрҙәре ижад итәм, шулай ҙа был ижади псевдонимдың ижадымда бик ныҡ ярҙам итеүен дә инҡар итмәйем.

– Нимәне яҙыуы еңелерәк: пейзажмы, әллә портретмы?

– Рәссамдар: “Портрет яҙа белһәң, һин барыһын яҙа беләһең”, – тиҙәр. Эштәремдең төп темаһы – нефтселәрҙең ауыр хеҙмәте һәм Рәсәйҙең төньяҡ төбәктәренең ҡырыҫ тәбиғәте булһа ла, портреттар ҙа яҙырға яратам. Кәйефкә һәм рухланыуға бәйле, иң мөһиме – башланғанды аҙағына еткерергә. Коллекциямда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың, “Газпром” башлығы Алексей Миллерҙың, “Роснефть” башлығы Игорь Сечиндың портреттары бар. Уларҙы каскаларҙа, нефть качалкалары фонында яҙҙым.

– Картиналарығыҙҙың ҡайһы һын иң ҡыҙыҡлы тип һанай-һығыҙ?

– Иң яратҡан картиналарымдың береһе – нефть университетының беренсе корпусы, уны нефть менән яҙҙым. Был картинаны минән “Газпром трансгаз Өфө” һатып алды һәм ӨДНТУ-ның 70 йыллыҡ юбилейына бүләк итте, хәҙер ул нефть университетының төп корпусында эленеп тора, үҙем дә ошо терәк вузды тамамлағанға күрә, был икеләтә күңелле.

– Апрелдә Мәскәүҙә И.М. Губкин исемендәге нефть һәм газ РДУ “Нефть һәм газ – 2019” 73-сө Халыҡ-ара йәштәр фәнни конференцияһы сиктәрендә һеҙҙең картиналар күргәҙмәһе булды. Ул нимәләр менән хәтерегеҙҙә ҡалды?

– Унда Рәсәйҙекеләр генә түгел, яҡын-алыҫ сит илдәрҙең әйҙәүсе нефть-газ компаниялары вәкилдәре, РФ-тың энергетика министры килде. Нефть менән ижад ителгән эштәремде баһалағандар, тип ышанам.

– Тыуған районыбыҙҙа күргәҙмә ойошторорға планлашты-раһығыҙмы?

– Эйе, яңы 1-се мәктәп асылыуға тура килтереп, күргәҙмә ойоштораһым килә, сөнки нәҡ ошо мәктәп уҡытыусылары миңә тормошҡа путевка бирҙе, бының өсөн уларға рәхмәтлемен! Һәм минең ғәҙәти булмаған нефть менән яҙылған картиналарым менән рухланып, хәҙерге мәктәп уҡыусылары һүрәт төшөрөргә йәки нефтсе булырға теләһәләр, бик яҡшы буласаҡ.

– Марсель Наил улы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ижади уңыштар һеҙгә!

Читайте нас: