-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Сентябрь 2019, 14:19

Эш сәфәре

Октябрьскийға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова килеп китте.

Октябрьскийға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова килеп китте. Ленара Хәким ҡыҙы хакимиәт башлығы Алексей Шмелёв, ҡаланың 1-се дауаханаһы баш табибы Сергей Иванов менән район-ара перинаталь үҙәкте ҡараны.

Ул хеҙмәткәрҙәр, йәш әсәләр менән аралашты, бала тыуҙырыу йорто етәксеһе Людмила Василевская менән әңгәмә ҡорҙо. Ленара Хәким ҡыҙы ойошманың матди-техника базаһын, йөклөлөк һәм бала тапҡан осорҙа медицина ярҙамы күрһәтеү дәрәжәһен, табибтарҙың, акушер-гинекологтарҙың, неонато-логтарҙың, шәфҡәт туташтарының һөнәр оҫталығын юғары баһаланы.

Унан һуң бергәләп балалар дауаханаһына юл тоттолар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡа-рыусы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, бында ентекле ремонт бара. Дауахана мөдире Сулпан Бакиева “Асыҡ регистратура” проекты эше тураһында һөйләне, бинала ремонт эше барышы менән таныштырҙы.

Балалар дауаханаһынан алыҫ түгел – тағы бер төҙөлөш майҙаны бар: ҡаланың 1-се дауаханаһының хирургия корпусы стационары һәм һөт кухняһы үҙгәртеп ҡорола. Объектарҙы ҡарап-барлап, Ленара Хәким ҡыҙы биналарҙы оҙаҡҡа һуҙмай файҙаланыуға тапшырыуҙарын теләне.

Балаларҙың күп тармаҡлы “Росток” шифаханаһында баш табип Раушания Дәүләтбаева дәрәжәле ҡунаҡтар өсөн экскурсия үткәрҙе. Был ойошма һаулығын нығытыуға мохтаж балалар өсөн тәғәйенләнгән. Бында уларҙы дауалау һәм ял көтә. Беренсе ҡатты дауалау кабинеттары биләй, улар араһында – үргә ынтылыусы һәм циркуляр душлы һыу дауаланыуы, гидромассаж һәм минераллы ванналар, фитобар, физиотерапия кабинеты, дауалау-физкультура комплексы залы, тоҙ шахтаһы көтә. УВЧ, массаж, заманса стоматология йыһаздары менән тәьмин ителгән теш дауалау кабинеты бар. Санүҙәктәр һәм душ менән йыһазланған яҡты һәм иркен бүлмәләр бинаның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарында урынлашҡан. Уңайлы класс, уйын бүлмәләре, йыйылыш залы, йөкләнештән арындырыу бүлмәһе бар.

Балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу талаптарына яуап биргән яңы заманса йыһаздар менән ҡунаҡтарҙы “Мәктәптә туҡландырыу комбинаты” предприятиеһы директоры Татьяна Абрамова таныштырҙы. Комбинаттың төп эшсәнлеге – ҡаланың мәғариф ойошмаһын туҡлыҡлы, сифатлы һәм хәүефһеҙ ризыҡ менән тәьмин итеү. Һөнәр эйәләре коллективы был эште тиҫтә йылдар дауамында башҡара.

Сәфәре аҙағында Ленара Иванова ҡала округы хакимиәте бинаһында халыҡты ҡабул итте. Уның менән осрашыуға һаулыҡ, мәғариф, мә-ҙәниәт, халыҡҡа йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре буйынса туғыҙ кеше мөрәжәғәт итте.

* * *

Шәмбе, 10 августа, Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хө-
күмәте Премьер-министры урын-баҫары – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын үтәүсе Борис Беляев һәм “БР Төбәк операторы” фонды баш директоры вазифаһын үтәүсе Павел Сафонов килде. Борис Владимирович йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыу барышын, шулай уҡ подъездарҙы тотош ремонтлауҙы ҡараны. Делегацияны ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Шмелёв һәм хакимиәт башлығының тормош-көнкүреш тәьминәте мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Шамил Фәррәхов оҙатып йөрөнө.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын үтәүсе “Ҡулай ҡала мохите” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән Ю.Гагарин исе-мендәге паркты ҡараны. Уны хәҙер танырлыҡ та түгел, бында яңы юлдар, һындар, теннис майҙансығы, спорт уйындары яланы бар. Күпселек ҡала халҡы көн һайын бында һауа һуларға, спорт менән шөғөлләнергә килә, балалар велосипедта, роликта елдерә. Йәй көнө паркта тере оркестр менән бейеү кисәләре уҙғарыла.

Б. Беляев менән П. Сафонов 34, 25 һәм 21-се микрорайондарҙағы һәм Девон урамындағы йорт ихаталарын ҡараны. Бында быйыл “Башҡорт ихаталары”
программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре бара. Подъездарҙы ремонтлау сифатын да юғары баһаланылар. Ҡунаҡтар ҡала хал-ҡы менән аралашты, уларҙың ремонт эштәренә ҡағылышлы фекерен тыңланы, төҙөкләндереүҙе ҡарағанда асыҡланған етешһеҙ-лектәрҙе атаны, көслө яҡтарҙы телгә алды. Ихаталарҙы төҙөк-ләндереү ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәр сифатында газондарҙа сирәм булмау, парковкала билдәләр һуғылмау, дөрөҫ урынлаштырылмаған пандустар яңғыраны. 21-се микрорайонда хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән кәртәле тротуарҙар, машина ҡуйыу урындары күп, балалар өсөн уйын, баскетбол ҡыры, урам тренажёрҙары менән спорт майҙансығы, хатта эттәрҙе йөрөтөү урыны ла ҡаралған комплекслы майҙансыҡ булыу, ыңғай яҡтан телгә алынды.

Читайте нас: