+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Сентябрь 2019, 15:20

“Әҙәби карусель”

Йәйге каникулдар дауам итә.

Йәйге каникулдар дауам итә. Район үҙәк балалар китапханаһында ойошторолған сараларҙа уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Китапхана хеҙмәткәрҙәре саф һауала “Әҙәби карусель” тип аталған бай йөкмәткеле сара үткәрҙе.

Унда балаларға төрлө мауыҡтырғыс уйындар тәҡ-дим ителде. “Әкиәт геройын эҙләп табырға”, “Эҙләп тап һәм һүрәт төшөр”, “Мин үҙем”, “Үрмәксе ауы” уйындары, музыкаль викторина бик ҡыҙыҡлы булды. Был сара тылсымлы донъяға сумырға мөмкинлек бирҙе. Балалар бик күңелле һәм файҙалы ял итте.

“Хәүефһеҙ бала саҡ – 2019” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҙғарылған “Хә-үефһеҙлек иленә сәйәхәт” исемле сарала китапханасылар балаларҙы һәм улар-ҙың ата-әсәләрен сәйәхәткә саҡырҙы. Спорт һәм балалар майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрелде. Уҡыусылар йомаҡтар сис-те, “Шиғырҙы тамамла”, “Ҡотҡарыусылар” уйындарында әүҙем ҡатнашты. Бөтәһе лә саранан ҡәнәғәт ҡалды.

Читайте нас: