-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
27 Сентябрь 2019, 13:45

Беҙ булғас, шулай булабыҙ!

17 август Иҫке Боғаҙы ауылында спорт стадионын асыу тантанаһы үтте

17 август Иҫке Боғаҙы ауылында спорт стадионын асыу тантанаһы үтте

Был стадионды ауылдың шәхси эшҡыуары Рәүеф Әҙелгәрәй улы Мөхәмәтғәлиев төҙөткән. Тантанаға район хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов та саҡырылғайны.

Ул ауыл халҡын ошондай матур сара менән ҡотланы һәм район хакимиәте исеменән был объектты төҙөүгә үҙ көстәрен һалған, матди ярҙам күрһәткән Мөхәмәтғәлиевтар ғаиләһенә, шәхси эшҡыуарҙар Айҙар Акулов, Венер Төхвәтшин, Айҙар Хәсәнов, Радик Зиләевтәргә Почет грамотаһы һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Районыбыҙҙағы ҡал-ған шәхси эшҡыуарҙарға Мөхәмәтғәлиевтар ғаиләһе асҡан был стадион өлгө булып торһон тигән теләген еткерҙе ул. Арыҫлан ауыл биләмәһе етәксеһе Ирина Зиннәтулли-на стадионды күтәреүҙә, буяу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ауыл кешеләренә Рәхмәт хаттары тапшырып үтте. Был объекттың асылыу тантанаһына килгән күп кенә ҡунаҡтар ҙа бар ине. Улар ҙа ауыл халҡын ҡотлап, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы. Стадионды асып, ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығы А.Арыҫланов һәм уны төҙөүсе Р.Мөхәмәтғәлиевҡа бирелде. Һәм стадионда, спортсыларҙың электән килгән йолаһы буйынса, беренсе тупты ҡапҡаға тибеү хоҡуғы мәғариф алдынғыһы, хаҡлы ялда булған физкультура уҡытыусыһы Зөфәр Байковҡа бирелде. Бына яңы стадионда беренсе уйын! Үҫмерҙәрҙең ике командаһы футбол уйнаны, ә һуңыраҡ егеттәр коммандаһы волейбол ярышында осрашты. Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Килгән ҡунаҡтарға тәмле самауыр сәйе һәм төрлө бәлеш, ҡоймаҡтан ауыҙ итеү мөмкинлеген дә ойошторғайны Мөхәмәтғәлиевтар.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Рәүеф Әҙелгәрәй улы шәхси эшҡыуарлыҡҡа күс-кәнсе мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған. Бөгөн 6 ейәнгә бәхетле олатай-өләсәй улар. Ғаиләләре менән сәләмәт тормош алып баралар, ҡышын саңғыла шыуалар, йәйен велосипедта йөрөйҙәр. Ауылыбыҙҙағы күп кенә проблемаларҙы ла хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашалар, мәктәптәге күп кенә сараларға ла иғәнә биреүсе улар. “Был стадионды төҙөүҙе беҙ ғаилә советында хәл иттек. Оҙаҡ, ентекле уйланып эшләнгән эшебеҙҙең емешен күреү – оло шатлыҡ. Төрлө гаджет, телевизор, компьютерҙарҙан айырып, балаларыбыҙҙы, йәштәребеҙҙе аралаштырыр, сәләмәтлектәрен нығытыр урын булһын инде был стадион – тине Рәүеф Әҙелгәрәй улы.

Киләсәкте уйлап, ошондай матур спорт стадионы эшләгән ауылдашыбыҙға күп балалы ғаиләләр һәм ауылдаштар исеменән рәхмәтемде еткерәм. Һалған көстәрегеҙ бушҡа булмаҫ, емештәре оҙаҡ көттөрмәҫ һәм ауылыбыҙҙан күренекле спортсылар ҙа сығыр әле тип уйлайым.

Читайте нас: