+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
15 Сентябрь 2019, 18:30

Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтовтың исеме республика халҡына яҡшы таныш

Сентябрҙә уға 70 йәш тулған булыр ине

Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтовтың исеме республика халҡына яҡшы таныш. Сентябрҙә уға 70 йәш тулған булыр ине. Ошо йылдың 12 апрелендә ул арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа күсте.
Рәмил Килмәмәтов 1949 йылдың 10 сентябрендә Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында тыуған. Төмән мәҙәниәт-ағартыу училищеһын, 1987 йылда Мәскәү мәҙәниәт институтын тамамлай.
1976 йылдан «Ағиҙел» кинофотоклубында бүлек мөдире, 1992 йылдан – Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы, 2004 йылдан алып — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Үткер күҙле фоторәссам һәр мөһим сараның уртаһында ҡайнаны, уның фотоһүрәттәре буйынса Башҡортостан тарихын яҙырға мөмкин. Ябай кешеләр күрмәгән матурлыҡты, ҡабатланмаҫ күре-нештәрҙе ул үҙенең ижад емештәре менән мәңгеләштерҙе.
Был хеҙмәттәрҙе ябай фото тип атап булмай. Уларҙың һәр береһе – юғары сәнғәт өлгөһө. Рәмил Килмәмәтов яратҡан шөғөлөнә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған. Ошо дәүер эсендә ул Башҡортостанды арҡырыһын буй йөрөп сыҡҡас, бик күп илдәргә сәфәр ҡылған. Фотоһүрәттәре Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Астанала, Ба-ҡыла, Минскиҙа, Истанбулда, Анкарала, Ҡаһирәлә, Римдә, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм донъяның башҡа төбәктәрендә ойошторолған күргәҙмәләрҙә урын ала.
Читайте нас: