Тарихҡа күҙ һалһаң, Татарстан Республикаһының Иҫке Һөйөндөк ауылынан бер нисә ғаилә Ыҡ йылғаһы буйындағы тау итәгенә күсеп ултыра. Йорттар һалыу өсөн уларға урман киҫергә, көтөүлектәр өсөн болондарҙы үҙләштерергә, күперҙәр һәм юлдар булдырырға, Һөйөндөк исемендәге ауылға нигеҙ һалырға тура килә. Йылдар үтеү менән, ауыл йәмләнә, кешеләрҙең күп нәҫеле өсөн яҡын һәм тыуған ергә әйләнә.
Егерме йыл элек, 80 йыллыҡ юбилейға йыйылғас, халыҡ ауылдың 100 йыллығын ҙурлап үткәрергә килеште. Байрамға әҙерлекте иртә яҙҙан башланыҡ. Юбилей уңайынан бик күп игелекле эштәр башҡарылды. Иҫке мәсет урынында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар иҫтәлегенә таҡтаташ урынлаштырылды. Һәйкәлгә аҡсаны халыҡ йыйҙы. Әммә ул ғына етмәне, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек, һәм “Беҙҙең ауыл” проекты сиктәрендә изге эшкә аҡса бүлделәр.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, Һөйөндөк ауылының Изге шишмәһенә 100 йылдан артыҡ. Шифалы һыуға тип тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Әммә ваҡыт үтеү менән, шишмә ҡороно. Ауылдаштар инициативаһы менән шишмәне тергеҙҙек, нығыттыҡ, эргәһенә сәскәләр ултырттыҡ. “Реаль эштәр” проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә шишмә ҡабат сылтырап аға башланы.
Ауыл старостаһы Илдар Фәрхетдинов ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алды. Ауыл йәштәре өмәләрҙә һәм төҙөкләндереү эштәрендә лә әүҙем булды. Ауылдашыбыҙ Нәсих Сәләхов шәмбе өмәләрендә ҡатнашыу өсөн Аҙнаҡай ҡалаһынан отпуск алып ҡайтты.
Мәғсүм Вәлиев, Амур Тимерғәлиев, Радик Сәйетов, Рәмил Харрасов һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте, ә Илдар Саниев, Минзәир Аҡмалов үҙ техникаларын үҙҙәре заправкалап, бөтә транспорт эштәрен башҡарҙы. Илсур Сәләхов, Фәтхетдиновтар ғаиләһе, Радик Ғәйнаншин һәм башҡалар ауылды төҙөкләндереү эшенә ҙур өлөш индерҙе. Уларға ҙур рәхмәт! Был сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күп көс һалған Урманай ауыл биләмәһе башлығы Зөмәрә Зөбәйер ҡыҙы Хәлисоваға айырым рәхмәт. Район хакимиәтенә лә һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Юбилей көндө һыу үткәргесте асыу тантанаһы булды. Таҡтаташ асыу – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм ҡатнашыусыларҙы иҫкә алырға меңдән ар-тыҡ кеше йыйылды.
Артабан ваҡиға майҙанда дауам итте. Байрамды рәсми асыу ауыл биләмәһе башлығы З. Хәлисованың сығышынан башланды. Район етәкселеге исеменән Ф. Хәйбрахманов йылы сәләмләне һәм ҡотланы. Юбилейға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән: Өфө, Ырымбур, Түбән Кама, Яр Саллы, Аҙнаҡай, Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан һәм башҡа ерҙәрҙән ҡайтҡандар.
Һәр кемгә лә яҡшы кәйеф бүләк иткән яҡташтарыбыҙ Резида Хәсәншина, Гөл-наз Кашаева, “Нур” театры артистары сығыштарын ҡунаҡтар яратып ҡараны.
Аралашыуҙан алған тәьҫораттар, баш-ҡарылған эштәр өсөн шатланыу, ҡәнәғәтлек хисе барыһын да берләштерҙе. Тантананан алған тойғолар оҙаҡ һаҡланыр. Был сара яҡшы эштәр һәм яңы үрҙәр өсөн баҫҡыс, ауылдың артабанғы үҫешенә бер аҙым булһын ине.