Ҡоролтайҙың Октябрьский бүлек-сәһе башҡарма комитеты рәйесе Ришат Исхаҡов һөйләй:
– Йыйын "Торатау" Конгресс-холлында үтте. Бында донъяның 50 иленән 500 вәкил килде. Башта ҡоролтайҙың ҡала һәм район бүлексәләре рәйестәре һәм ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары менән ултырыш үтте, беҙ көн тәртибен, регламентты, резолюцияның эш проектын тикшерҙек.
Һуңынан пленар ултырыштың беренсе өлөшө башланды. Беҙҙең делегация – биш кеше, урындар партерҙа, күренеш яҡшы, тыңларға ҡыҙыҡ.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында иң тәүҙә профессор Рәшит Шәкүров сығыш яһаны, был асылда аҡһаҡалдың сәләмләү һүҙе булды. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһын РФ Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина тәҡдим итте. Ул башҡа халыҡтарға ихтирамлы һәм тиң мөнәсәбәт, ошо күп милләтле һәм төрлө конфессиялы донъялағы татыулыҡты һаҡлау тураһында һөйләне, бигерәк тә бөгөн, күптәр иң ҡурҡыныс – милли рәнйеште ҡоторторға торған мәлдә, йәштәргә – башҡорт халҡының ғына түгел, республиканың, бөтә илдең төп мобилизация сығанағына дөрөҫ тәрбиә биреү мәсьәләһен ҡуҙғатты.
Пленар ултырыштан һуң башҡорт милли әҙәбиәте классигы, сәйәсәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу тантанаһы булды.
Пленар ултырыштың беренсе өлөшөнән һуң Ҡоролтай делегаттары темалар буйынса секцияларға бүленде, унда күп төрлө мөһим мәсьәләләр тикшерелде, тәҡдимдәр индерелде, улар бөтәһе лә “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”нда тупланасаҡ.
Ришат Нәжип улы тарих секцияһын һайлаған:
– Бында республиканың етәксе ғалим-тарихсылары йыйылды. Улар беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тормош-көнкүреше тураһында бай мәғлүмәткә эйә, айырыуса 17-18-се быуаттан башлап. Докладтар фекер алышыу менән сиратлашып барҙы.
Пленар ултырыштың икенсе өлөшөндә секция етәкселәре башҡарылған эштәрен депутаттар ҡарамағына һәм йыйын резолюцияһында раҫлауға тәҡдим итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол-тайының тәүге көнө алдынғы ижад коллективтары концерты менән тамамланды. Бик күп ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булды: башҡа ҡала һәм төбәктәрҙән килгән хеҙмәттәштәр, танылған артистар, ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов менән. Ул Австралиялағы Халыҡ-ара ҡумыҙсылар фестивале лауреаты, Хакасияла Халыҡ-ара “Полбек” төрки телле халыҡтарҙың фольклор фестивале, Норвегияла уҙған Халыҡ-ара ҡумыҙсылар бәйгеһе дипломанты. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, ҡумыҙҙа ла уйнап ҡарарға мөмкин ине.
Ишембай районы Торатау итәгендә уҙған республика байрамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта-йы башҡарма комитетының яңы етәксеһе исеме билдәле булды – ул шағирҙар Тамара һәм Хисмәтулла Юлдашевтарҙың улы – Искәндәр Юлдашев. Быға тиклем ойошманы етәкләгән һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләүҙә ҡатнашҡан Данир Ғәй-
нуллин пленар ултырышта баш-ҡарылған эш тураһында хисап тотто. йәмәғәтселек яңы етәксе – белемле, әүҙем, Искәндәр Юлдашевтың Ҡоролтайға яңы һулыш индерәсәгенә ышана. Ҡоролтай сиктәрендә тағы ла бер тармаҡ – Президиум булдырылған, был ойоштороусылар фекеренә ҡарағанда, ойошма эшен көсәйтергә тейеш.
Республиканың “Торатау йыйыны” фольклор байрамы Баш-ҡортостандан 50 меңдән ашыу кешене йыйҙы. Ул республикалағы бөтә халыҡтарҙың берҙәмлеген күрһәтте. Изге Торатауҙы легенда-риүәйәттәр сорнап алған, шуға күрә был урындың һәм байрамдың әһәмиәте айырыуса ныҡ һиҙелә. Роберт Юлдашев башҡарыуында иҫ киткес ҡурай моңо ағыла, һыбайлылар ярышы, тирә-йүндә – тирмәләр... Тарих йәнләнә.
Съездың төп концепцияһы – халыҡтар берлеге, бында ниндәй ырыуҙан булыуың, һөйләшең ниндәй булыуы, Пермь башҡортомо һин әллә Канадананмы – мөһим түгел... Иң мөһиме – әкренләп үҙаң үҫә. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, күпме ҡан ҡойғос һуғыштар, фетнәләр булған, улар тотош быуындарҙың ҡырылыуына килтергән! Уҡ-йәйәһен тотҡан, атҡа һыбай менгән милли костюмлы башҡорт образы – мәңгелеккә һаҡланған. Тамырҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта замана башҡорто – анализлай, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә белгән белемле, зиһенле кеше. Беҙҙең турала үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ, нисек һөйләшеүебеҙ, нисек эшләүебеҙҙән сығып фекер йөрөтәләр. Тимәк, халҡыбыҙ тураһында күҙаллау беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға бәйле.
Йыйындағы сығыштарҙы иҫкә төшөрөп һәм үҙ яҙмаларын ҡарап сығып, Халыҡтар дуҫлығы йортонда йыйылған Ҡоролтайҙың ҡала бүлексәһе ағзалары үҙҙәренең эш йүнәлешен, “Башҡорт халҡының үҫеш концепцияһы”н тикшерҙе.
Педагогтарҙы, беренсе сиратта, телде үҫтереү мәсьәләһе борсой. Ул бала саҡтан, дөрөҫөрәге, бәпес саҡтан килә. “Бар әйберҙең нигеҙе – ғаилә, әсә роле”, – тип иҫәпләй туған тел уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллина. Әлбиттә, бөтәһе лә улай ябай түгел, сөнки урбанизация эшсәнлеге ҡаланы күп милләтлегә әүерелдерә, бындай шарттарҙа милләт-ара аралашыу теле өҫтөн сыға. Фекер алышыу барышында элек ҡаланың балалар баҡсаларында башҡорт һәм татар төркөмдәре булыуын, ата-әсәләр өсөн асыҡ дәрестәр үткәрелеүен, уларҙың был дәрестәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡарауын иҫкә төшөрҙөләр. Ул саҡта балалар мәктәпкә дөрөҫ ҡуйылған һөйләм менән килгән, яңы материалды өйрәнеү һөҙөмтәле уҙған. Әммә иң мөһиме – ғаиләлә башҡортса һөйләшһәләр, балаларға уны мәктәптә өйрәнеү ҙә ҡыҙыҡлыраҡ. Йыйында Шәйехзада Бабич һәйкәлен асҡанда, генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы күптәнге фекерҙе лә иҫкә төшөрҙөләр. Һәйкәл тураһындағы мәсьәләне республика халҡы ҡат-ҡат күтәреү сәбәпле, уны халыҡ аҡсаһына төҙөү күҙҙә тотола. Монументаль скульптура ғына түгел, кино ла тарихты тергеҙергә ярҙам итә. Шуға күрә республикала киноиндустрияһын үҫтереү тураһындағы мәсьәлә ҡуҙ-ғатыла. Күптән Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрөргә хыялланалар. Был проекттар Ҡоролтай бүлексәләрендә йәнле ҡыҙыҡһыныу уята һәм үҙаллы интерактив эшкә илһамландыра. Мәҫәлән, Ҡоролтайҙың ҡала бүлексәһе Московка, Мулла һәм башҡа ауылдар халҡы алдында уларҙың тарихы, аҡһаҡалдары, ҡыҙыҡлы архив материалдары менән сығыш яһарға йыйына. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам бындай сараларҙы һәр кем өсөн әһәмиәтлерәк итә.