-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
20 Август 2019, 17:57

Еребеҙ ҙә, илебеҙ ҙә бер

27-29 июндә үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хаҡында республика халҡы әүҙем фекер алыша.

27-29 июндә үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хаҡында республика халҡы әүҙем фекер алыша. Форумда ҡатнашыусыларҙың һәм социаль селтәрҙәрҙән файҙаланыусыларҙың фекере бер – Ҡоролтайҙың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйткән тәҡдимдәр һәм фекерҙәр аныҡ характерға эйә һәм башҡорт этносының ғына түгел, ғәмәлдә бөтөн республика үҫешенең идеологияһы булып тора.

Райондың хакимиәт башлығы Азат Арыҫланов, Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе башлығы Ғәли Шәғәлиев, 1-се һанлы Бүздәк урта мәктәбенең директор урынбаҫары Зилә Мостафина составындағы делегация ла ошо сара тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Радий Фәрит улы булған проблемаларҙы эстәлекле һәм аныҡ билдәләне, уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтте. Башҡортостанда йә-шәп, уның ҡәҙерен белеп, республика именлеге өсөн эшләгән һәр кем үҙен башҡорт тип иҫәпләргә хаҡлы”, – тип билдәләне Азат Марат улы.

“Республика етәксеһе резолюцияның һәр пунктына һәм секциялар тәҡдимдәренә комментарий бирҙе. Радий Хәбировтың йәмәғәт ойошмаһы менән асыҡ һәм конструктив форматтағы эшен сараға йыйылыусылар йылы ҡабул итте”, – тине Ғәли Барый улы.

“Мин бындай сарала беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Тел секцияһында эшләнем. Унда башҡорт теленең бөгөнгөһө һәм киләсәге анализланды. Республика вуздарында башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләү бурысы тикшерелде. Мәктәптәрҙә туған телдәрҙе, шулай уҡ “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте“ фәнен уҡытыу бик тә мөһим тип иҫәпләйем. Быйылғы уҡыу йылында һуңғы фән уҡытылмаясаҡ. Был фәнде 25 йыл уҡытҡанлыҡтан, балалар республика тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белделәр, тип ныҡлы ышаныс менән әйтә алам. Белем биреү учреждениеларында үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләүгә айырым иғтибар биреү мөһим, сөнки тап бына ошо йәштә улар аңына Тыуған илде һөйөү тойғоһо һалыу еңелерәк”, – ти Зилә Рауил ҡыҙы.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Торатау йыйыны” республика байрамы менән тамамланды. Ишембай районының изге Торатау итәгендә үткән был байрам бөтөн республиканан 50 меңдән артыҡ кешене йыйҙы. Республика халҡының берҙәмлеген асыҡ күрһәтте ул. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡа бик күп милләт вәкилдәре башҡорт төркөмдәре йырҙарына ихлас ҡушылды, ҡурай көйөнә бейене. Төн уртаһында инде Радий Хәбиров менән бергә йөрәктәрҙе елкендергән лазерлы тамаша ҡаранылар. Уның барышында лазер ярҙамында Торатауға беҙҙең һәр ҡайһыбыҙға радио аша бала саҡтан таныш көйҙәр аҫтында Башҡортостан символдары төшөрөлдө.

Читайте нас: