"Благовар" ҡулланыусылар кооперативы хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтар өсөн милли ризыҡтар әҙерләне.
Халыҡ кәсептәре әйберҙәре, мәҫәлән, сигелгән таҫтамалдар, мендәр япмалары, ашъяулыҡтар, келәмдәр, һауыт-һаба беҙҙең район ихатаһының биҙәге булды.
Бындай милли ихаталарҙы 25 муниципаль берәмек ҡорған ине.
Байрам тураһында тәьҫораттары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Благовар районы делегаттары уртаҡлаша.
Илмир Мир улы Ҡоҙабаев:
– Ойоштороусылар бик ныҡ тырышҡан. Һабантуйҙың Торатау итәгендә үткәрелеүендә ҙур мәғәнә ята. Тауҙың башына менеп, байрамға ҡош бейеклегенән күҙ һалыу бәхете йылмайҙы. Быларҙың барыһын да күреп, үҙебеҙҙең милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлаусы һәм дауам итеүселәр булғанда халҡыбыҙҙың йәшәйәсәгенә инандым.
Айҙар Закир улы Ямалетдинов:
– Ҡоролтай барышында башҡорт халҡын үҫтереү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу стратегияһы буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Шуныһы ҡыуаныслы, халыҡ һаны аҙ булған торлаҡ пункттарҙа буш ваҡытты файҙалы үткәреүгә, тейешле инвентарь һатып алыуға ҙур иғтибар бүленгән. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн грант булдырылған. Башҡорт халҡының милли геройҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.