-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
1 Август 2019, 19:36

Ул беҙҙең өсөн йәшәү өлгөһө

Иҫке Тырбый ауылы үҙәк юлдан яҡынса бер саҡрым ситтә урынлашҡан.

Иҫке Тырбый ауылы үҙәк юлдан яҡынса бер саҡрым ситтә урынлашҡан. Оло йәштәге ағай һәм инәйҙәр һөйләүе буйынса, был ауылда игенселәр, балта оҫталары, аяҡ кейеме тегеүселәр һәм киндер һуғыусылар йәшәгән. Шулай ҙа баҫыуҙа икмәк үҫтергән крәҫтиән хеҙмәте иң мөһим һәм төп эш булып һаналған. Улар иртә таңдан ҡара кискә тиклем ер эше менән булышҡан.

Ауылда күп балалы ғаиләләр байтаҡ булған. Коллективлашыу башланғас, колхоздар төҙөлә. Иҫке Тырбый ауылына «2-се пятилетка» тигән исем бирелгән. Был ваҡытта техник ҡоролмалар булмаған, ер эшен ҡул һәм ат көсө менән башҡарғандар. Эшселәр аяҡтарына сабата кейеп йөрөгән. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы бик дуҫ һәм берҙәм булған. Яйлап ҡына беренсе тракторҙар ҡайтарылған. Колхозсыларҙың хеҙмәте аҙ булһа ла еңелләшкән. Хеҙмәт көнөнә икмәк бирә башлағандар. 1935 йылда иҫке мәсетте мәктәп итеп һалғандар, уға тиклем балаларҙы өйҙә уҡытҡандар.

Бер аҙҙан ауылда аҙыҡ-түлек магазины асылған. ҙур быуа булған, унда һыу тирмәне эшләй башлаған. Халыҡ ондо шунда тарттырған. Ул ваҡытта ауылда ут булмаған, өйҙәрҙә керосин лампалары яндырғандар. Шулай ҙа кешеләрҙә йәшәү дәрте һүнмәгән, кистәрен гармундарҙа көй һуҙғандар, йырлап күңел асҡандар.

Был ауылда әүлиә йәшәгән, тип һөйләйҙәр. Ул вафат булғас, уны ауыл ҡаршыһындағы тау башына ерләгәндәр һәм уны «әүлиә ҡәбере» тип атайҙар. Ауыл тирәләй ҡуйы урман үҫкән һәм ул үҫемлектәргә бай булған. Унда бик күп урман ҡоштары һәм йәнлектәр йәшәгән. Әле лә уның сая ҡаяларында йөҙ йәшәр ҡарағайҙар үҫә, ауылда матур, көмөш һыулы шишмә аға.

Тап бына ошо ауылда 1939 йылдың мартында Ғәбделбәшир һәм Хәсбиямал Яппаровтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып минең ҡәйнәм донъяға килә. Уға Ғәлиә тип исем ҡушалар.

Шулай тыныс ҡына, балалары бер-береһе менән ярышып үҫкәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ең һыҙғанып эшләгән тырыш халыҡтың тормошо селпәрәмә килә. Ошо ҡот осҡос һуғыш афәте уларҙың да ғаиләһен урап үтмәй. Ғаилә башлығын фронтҡа оҙатҡанда ҡыҙсыҡҡа ни бары ике йәш була, ул атаһын төҫмөрләп тә өлгөрмәй.

Хәсбиямал өләсәй хәләлен – балаларының атаһын Шаран ауылына тиклем оҙата бара. Өләсәйҙең һөйләгәндәрен тыңлағанда күҙ йәштәрен тыйып булмай ине. Хәстәрлекле ҡатын уға юлда ашарға күп итеп икмәк һәм ҡаластар алған була, тик олатай уны алмай, өйҙәге балаларына кире биреп ҡайтара. Шуларҙы иҫкә төшөрһәң, уның оло йөрәкле һәм киң күңелле булыуын аңлайһың.

Илдә аслыҡ һәм яланғаслыҡ башлана. Шулай ҙа улар бөтөн ауырлыҡты иңдәрендә күтәрергә тырыша. Балалар һәм ил хаҡына бил бөгөп хеҙмәт итәләр.

Күп тә үтмәй, Хәсбиямал өләсәй тормош иптәшенең һәләк булыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ» ала. Илгә һәм башына төшкән ауыр ҡайғыны үткәреп ебәрергә үҙендә рухи көс таба ул. Балаларын аслыҡтан ҡотҡарып ҡала. Үҙе һөйләүенсә, төп аҙыҡ ҡырҙа үҫкән үлән һәм һыйыр һөтө була.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа уларға тағы ла тырышып эшләргә тура килә. Улар ҡоростай сыныға, йәтим ҡалған балаларҙы аяҡҡа
баҫтыра. Ул дәүерҙә икмәк етмәй, мәктәптәрҙә уҡыу кәрәк-яраҡтары булмай. Дәһшәтле һуғыш арҡаһында халыҡтың көнкүреше ауырлаша һәм йолалар онотола. Ул йылда ауылға тағы ла ҙур ҡаза килә: мәктәптә янғын сыға, унда бик күп ҡиммәтле документтар һәм фотоһүрәттәр юҡҡа сыға. Һуңынан яңы мәктәп төҙөйҙәр. Шулай итеп ауыл үҙенең күркәмлеген юғалтмай.

Ғәлиә 6-сы класты һуғыштан һуң уҡып бөтә. Ул күрше Яңы Ҡаръяуҙы ауылына йөрөп белем ала. Уҡыуҙан ҡайтҡас әсәһенә өй эштәрендә ярҙамлаша: һыу ташый, урмандан бәләкәй сана менән утын алып ҡайта. 12 йәшлек сағынан өлкән апайҙарға эйәреп баҫыуға эшкә йөрөй. Ул ваҡытта бригадир булып эшләгән, унан күп эшкә өйрәнгән Тамимзар исемле ағайҙы иҫендә ҡалдырған. Тормош әкренләп яйға һалына, аҙ ғына булһа ла еңеләйә.

Ҡыҙҙы тиҫтерҙәре менән Свердловск өлкәһенә торф эшенә ебәрәләр. Бер нисә йыл эшләгәс, ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Күп тә үтмәй күрше ауыл егете Шамил Хәйруллин менән ғаилә ҡора. Кейәүгә сыҡҡас та һынатмай. Ҡәйнәһе Гөлйыһан өләсәй менән бергә йәшәйҙәр, сөнки Хәйретдин олатай һуғыш яланынан ҡайтмай. Улар аталары яулап алған тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәй. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн иңгә-иң терәп хеҙмәт итәләр.

Әлеге көндә ҡәйнәм алты ейәненә өләсәй һәм алты бүләсәһенә ҡарт әсәй. Үкенескә ҡаршы, уның тормош иптәше бик йәшләй донъя ҡуя. Бик күп ҡазалар һәм күңелһеҙ хәлдәр ҙә урап үтмәй уны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул тормошта юғалып ҡалмай.

Быйыл ул үҙенең 80-се яҙын ҡаршы алды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ үҙенең йорт тирәһен һәм өй эсен бөхтә һәм тәртиптә тота. Баҡсаһында еләк-емеш һәм сәскәләр үҫтерә. Уның беҙгә булған ҡарашы сикһеҙ йылы һәм яғымлы.

Беҙ уға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, хәйерле ҡартлыҡ, бәрәкәтле тормош һәм ғәзиз балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүен теләйбеҙ. Әсәй, өләсәй һәм ҡарт әсәйҙәргә хас булған сифаттар уны ғүмере буйы оҙата барһа ине!

Читайте нас: