Ауыр сирле балаларға “Үҙенсәлек-ле балалар” хәйриә ярҙамы фонды табибә-неонатолог Фәйрүзә Мөнәүир ҡыҙы Латипова тарафынан 2016 йылдың февралендә ойошторолғайны. Фонд үҫеште тотҡарлаусы ауыр сирле
кескәй балаларға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. Уның эшенең төп йүнәлештәре: хәүеф төркөмөндәге, инвалид балаларҙы дауалауҙы һәм реабилитациялауҙы ойоштороу, профилле клиника-
ларға, табиптарҙың квалификация-һын күтәреүҙә ярҙам күрһәтеү һәм ата-әсәләр менән балаларҙың үҫеше тотҡарланыуҙы ваҡытында асыҡлауға һәм инвалидлыҡты киҫәтеүгә йүнәлтелгән
мәғлүмәти эш алып барыу.
Каринэ Владимировна районға килеүен күптән түгел асылған Балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залына барыуҙан башланы. Мәртәбәле ҡунаҡ муниципаль район хакимиәте башлығы А. Андреев оҙатыуында мәктәптең рәсем бүлегендә тәрбиәләнеүселәрҙең эштәре менән танышты, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Р. Ворсина һәм район етәксеһе менән әңгәмәләште. Хәйриә фондының попечителдәр советы ағзаһын учреждение эшмәкәрлегенең финансланыуы, белем алыусылар контингенты һәм һаны, үткәрелгән ремонт һәм башҡалар ҡыҙыҡһындырҙы.
Әлеге ваҡытта 24 бала йәшәгән Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһендә К. Хә-
бирова бәлиғ булмағандар эштәре комитеты, опека бүлеге, прокуратура, мәшғүллек үҙәге, Эске эштәр министрлығы бүлеге һәм башҡа учреждениелар менән хеҙмәттәшлектең нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһынды.
Ҡунаҡтар Балаларҙы яҡлау көнөнә бағышланған байрамда булды. Хеҙмәткәрҙәр тәрбиәләнеүселәр менән концерт номерҙары, уйындар, конкурстар әҙерләгәйне. Приютта күптән барлыҡҡа килгән йола буйынса мәртәбәле ҡунаҡҡа балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Каринэ Владимировна балаларға – әҙәби китаптар, фекерләүҙе үҫте-реүсе уйындар, ә педагогтарға психология-реабилитациялау эштә-ре буйынса әсбаптар бүләк итте.
Артабан К. Хәбирова Баҡалы һабантуйында ҡатнашты.