Үләндәрҙе сәскә атҡан ваҡытта йыйып алырға һәм ваҡлап турап, ҡыйыҡ аҫтында киптерергә кәрәк. Кипкәс, кәрәк ваҡытта ҡулланыу өсөн һәр береһен айырым тоҡсайға һалығыҙ. Үләндәр менән дауаланыу – фитопаротерапия тип әйтергә мөмкин. Киң таралған 20 төрлө үлән: андыҙ тамыры, ирәүән тамыры, кесерткән, мелисса, ҡаҙ үләне, ҡомалаҡ тубырсығы, бәпембә сәскәһе (тамыры ла ярай), мәтрүшкә, меңъяпраҡ, ромашка, дегәнәк япрағы, ҡайын япрағы, юл япрағы, һоло, укроп орлоғо, арыҫлан ҡойроғо, сөйәл үләне, кейәү үләне, быуын сәскә (цикорий). Был дауалау ысулының бик күп ауырыуҙан файҙаһы тейә. Мәҫәлән, бронхиттан, шәкәр диабетынан, полиартриттан, быуындар һыҙлауынан, геморройҙан һ.б. Борон-борондан халҡыбыҙ үләндәр менән ошолай дауаланған.
Сәскә атҡан мәлендә йыялар. Дауа өсөн таж япраҡтары ҡулланыла. Күк сәскә йөрәк һәм ҡан тамырҙары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы (пиелонефрит, цистит, уретрит) сирҙәрендә бәүелде, ә холецистит, холангит осрағында үт ҡыуыу сараһы булараҡ файҙалы. Ағзаларҙа һыу-тоҙ алмашыныуын көйләй.
Бер балғалаҡ киптерелгән күк сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Һыуынғас, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр, ашарға 15–20 минут ҡалғас, ике ҡалаҡ эсергә.
Еләге һәм япрағы дауалау сифатына эйә. Еләгендә С витамины, фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Япрағы С витаминына бай. Ҡайын еләген өлгөргәс йыялар, япрағы үҫемлек сәскә атҡанда әҙерләнә.
Ҡайын еләге ашҡаҙан һәм бөйән эсәгендә сей яра булғанда, бауырҙа, үт ҡыуығында, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәй гәндә, атеросклероз, туберкулёз, шәкәр диабеты башланғанда тәҡдим ителә.
Бер балғалаҡ ҡайын еләгенә 1/4 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоторға. Һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр ярты стакан самаһы эсергә.
Балтырған ашҡаҙан-эсәк, бауыр, нервы, ҡурылдай астмаһы, тире ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла.
Уның составындағы шифалы матдәләр, эфир майҙары аш үҙләштереүҙе яйға һала, ағзаларҙы шлактарҙан таҙарта. Балтырғанды эс ҡатыу, артыҡ кислоталы гастрит менән яфаланғанда йыш ҡулланыр-ға кәңәш итмәйҙәр. Ҡайнар һыуҙа сайҡатылған япрағын быуындар һыҙлағанда, мастит осрағында компресс итеп һалалар.
Бер ҡалаҡ ваҡланған балтырған япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа 2 сәғәт төнәтергә. Һөҙөргә. Ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
Дегәнәк халыҡ медицинаһында бө-йөр ауырыуҙарын дауалауҙа ла киң ҡулланыла. Ауырыуҙың башланғыс стадияһында нефрологтың башҡа дарыуҙар менән бер рәттән, дегәнәк төнәтмәһе эсергә лә кәңәш итеүе ихтимал.
Тамырынан төнәтмә әҙерләү өсөн, 10 г сеймалға бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға, шуны өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк.
Дегәнәктән компресс та файҙалы: төнгөлөккә ауыртҡан бөйөр яғына аҡ яғы менән ябып, шарф менән бәйләп ҡуйығыҙ.
Дегәнәк бик яҡшы бәүел ҡыуҙы-рыу һәм тирләтеү үҙенсәлегенә эйә. Был маҡсатта ҡулланыу өсөн 300 г тамырын 800 г ҡайнар һыуға һалып, талғын утта һыуы ике тапҡырға кәмегәнсе тоторға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң, һөҙөп, бер-ике ҡалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Төн гөлөккә бер стакан эсергә лә мөмкин.
Организмдан зарарлы матдә-ләрҙе ҡыуып сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған дегәнәк аллергияға ҡаршы көрәшеү өсөн дә ҡулланыла. Был осраҡта уны бәпембә менән бергә файҙаланыу һөҙөмтәлерәк.
Кистән ике ҡалаҡ дегәнәк тамырына ярты литр ҡайнатылмаған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалды-рырға. Иртәнсәк утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡансы тоторға һәм 5 минут ҡайнатырға. Эҫе килеш һөҙөп, ас ҡарынға ярты стакан эсергә. Ҡалғанын өскә бүлеп, көн дауамында ҡулланырға.
Бауыр ауырыуҙарына һәм гепатитҡа ҡаршы дегәнәктең һутын файҙаланырға тәҡдим ителә. Иң яҡшыһы – май айында алынған һуты. Бының өсөн япраҡтарын йыйып, һут һыҡҡыс йә ит үткәргес аша үткәрелә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Бер аҙна эскәндән һуң, 7 көн ял итергә һәм тағы ҡабатлау мотлаҡ. Дегәнәк һутын өс көндән артыҡ һаҡларға ярамай.
Быуындар һыҙлағанда – компресс, төнәтмәһе, май һәм кремдары ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә.
Йәш, йыуылған һәм киптерелгән япраҡтарын алып, ауыртҡан урынға (алдан үҫемлек майы һөртөргә) ябырға. Өҫтөнә туҡыма йә ҡағыҙ ябып, төнгөлөккә бәйләп ҡалдырырға. Полиэтилен ябырға тәҡдим ителмәй.