+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
10 Июнь 2019, 19:25

“Тарих арбаһында еләсәкбеҙ”...

Күптән түгел Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы үтте.

Күптән түгел Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайы үтте. Сираттағы сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Аппараты етәксеһе урынбаҫары А. Сирбаев, Бөтә Рәсәй тәрбиәселәр йәмғиәте рәйесе Г. Килдеғолова, район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Хәйбрахманов ҡатнашты.

Фәрит Ғәлимйән улы, сараны асып, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны һәм ҡоролтай эшендә уңыштар теләне. Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе И. Маннапов ойошманың эше тураһында һөйләне. Район мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың уңыштары менән район методик берекмәһе етәксеһе Т. Ғәлиуллина таныштырҙы.Ҡатай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л. Ғабдуллина “Етегән” район-ара гәзит эшмәкәрлеге, уның йөкмәтке-һе тураһында бәйән итте, гәзит эш-ендә ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы исемләп телгә алып, киләсәктә тағы ла әүҙемерәк хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. Г. Мөхәмәҙиева үҙ сы-ғышында район китапханаһында үткәрелгән тыуған төйәкте өйрәнеү йүнәлешендәге саралар һәм улар-
ҙың тәрбиәүи әһәмиәтен барланы.

Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. А. Сирбаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эш йүнәлештәре, пландары хаҡында бәйән итте. “Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн” тигән девиз аҫтында ойошторолған башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын төҙөү эшенә ҡушылырға өндәне. Был ҙур һәм бик көнүҙәк проект өсөн махсус сайт асылған, һәр кем үҙ тәҡдимен шунда индерә ала: STRATEGY. BASHKORT.ORG.

Азамат Зиннур улы йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм милләттәштәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне, халҡыбыҙҙы берләштереүгә арналған сараларҙы үткәреүгә, милли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәре-беҙҙе үҫтереүгә, киләсәк быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә тос өлөш индереүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

Г. Килдеғолова туған телде балаға кескәй саҡтан уҡ ғаиләлә, балалар баҡсаһында өйрәтеү мәсьәләләре тураһында һүҙ алып барҙы. ”Бала милләтен белеп үҫһен, оялмаһын. Әгәр кәмендә 7-12 баланың ата-әсәһе балаһын балалар баҡсаһында уҡ башҡортса өйрәтергә теләй икән, быны эшләп була, тик ғариза яҙырға ғына кәрәк”, – тине ул. Баҡалы районында башҡорт телендә тәрбиә биреүсе балалар баҡсаһымы, төркөммө асыу мохтажлығы була икән, реаль ярҙам күрһәтергә әҙер булыуы тураһында ла әйтеп үтте.

Артабан һүҙ район ҡоролтайы башҡарма комитеты составын яңыртыуға арналды. Ҡоролтай эшмәкәрлеген әйҙәп алып барыу бурысын Гөлсинә Рафаэль ҡыҙы Закирова атҡарасаҡ.

Быйыл 28-29 июндә үтәсәк сираттағы Ҡоролтайға делегат итеп Баҡалы районы башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе Г. За-кирова һайланды.

Читайте нас: