-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
21 Май 2019, 12:50

Октябрьский – оптимистар ҡалаһы

Апрель башындаОктябрьский ҡалаһы 73 йыллығын билдәләне.

Апрель башында Октябрьский ҡалаһы 73 йыллығын билдәләне. Был көндө 1946 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Туймазы районы Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика ҡарамағындағы ҡалаға үҙгәртелә.
Электән килгән күркәм йола буйынса, иртән Совет майҙанындағы ҡалаға нигеҙ һалыусылар стелаһы эргәһендә тантаналы сара үтте. Ҡала халҡын ҡотларға һәм уларға яңынан-яңы уңыштар, үҫеш һәм именлек теләргә Октябрьскийҙың маҡтаулы кешеләре, студенттар, йәштәрҙең йәмәғәт берләшмәләре ағзалары, ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре һәм эшсәндәре, ҡала округы хакимиәте вәкилдәре килде.
Фиҙаҡәр хеҙмәте һәм тыуған ҡалаһына мөхәббәт өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән йыйылыусыларға хакимиәт башлығы Алексей Шмелёв мөрәжәғәт итте:
– Октябрьский йәш ҡала, әммә пландары ҙур, беҙҙең алда ҙур мөмкинлектәр асыла. Ҡалабыҙ йылдан-йыл күркәмләнә, заманса төҫ ала, уңайлылыҡ арта: яңы йорттар ҡалҡа, балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау, спорт объекттары төҙөлә, урамдар, ихаталар, подъездар төҙөкләндерелә, юлдар ремонтлана, йәмәғәт урындарына ҡот инә. Шул уҡ ваҡытта ҡалаға нигеҙ һалыусыларҙан ҡалған йолалар һаҡлана – Октябрьскийҙы үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ иткән ҡулай мөхит һәм ҡунаҡсыллыҡ был.
Ветерандар Советы рәйесе Юрий Васильевич Корольков билдәләүенсә, ҡала йылдан-йыл яҡшыра, төҙөлә, үҫә, яңы объекттар барлыҡҡа килә. Ҡала халҡы теләген иҫәпкә алып, яңы урамдарға үҙ хеҙмәте менән ҡаланы үҫтереүгә тос өлөш индергән данлыҡлы яҡташтарҙың исемдәре бирелә – был кешеләр мәңгелеккә халыҡ күңелендә ҡалырға тейеш.
Сәскәләр һалғандан һуң Октябрьскийҙың Маҡтаулы кешеләренә, ғәҙәттәгесә, ҡала буйынса экскурсия ойошторолдо. Улар яңы һәм ентекле ремонтланған йәмәғәт объекттарын ҡараны, ниндәй үҙгәрештәр барыуын, ҡаланың үҫеүен, йәмләнеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Халыҡ тыуған ҡалаһы менән ғорурлана. Уларҙың береһе – Рима Риза ҡыҙы Мофаззалова фекере: “Минең бар ғүмерем Октябрьский менән бәйле. Башҡалар кеүек, ҡалабыҙ минең яҙмышыма әүерелде. Ҡаланың боронғо урамдарының береһе – Баку урамында үҫтем, 14-се мәктәптә уҡыным. Ғаиләбеҙ ишле ине – 9 бала, һигеҙе иҫән ҡалды, юғиһә, һуғыштан һуңғы йылдар еңелдән булманы. Беҙ күршелә йәшәгән рус, татар, башҡорт, йәһүд, сыуаш һәм башҡалар менән уйнап үҫтек, әммә беҙҙең өсөн кемдең ниндәй милләттән булыуы мөһим түгел ине. Беҙ дуҫ йәшәнек, ҡалабыҙ күп милләтле. Октябрьский үҫте, матурланды, шундай иҫ киткес ҡалала йәшәүебеҙ менән ғорурланыуыбыҙ йылдар үткән һайын һүрелмәй, киреһенсә, көсәйә генә.
Бала саҡ үтте, беҙ ҙурайҙыҡ, һөнәр һайлап, йәмғиәт именлеге хаҡына эшләй башланыҡ. Педагог булараҡ, мин йәштәрҙең бер нисә быуыны менән эшләнем. Уларға һәр ваҡыт белем бирергә һәм тыуған яғыбыҙға, Октябрьский ҡалаһына тоғролоҡ хисе тәрбиәләргә тырыштым.
4-се мәктәп нигеҙендә башҡорт гимназияһы ойоштороуға әҙерлек барғанда (мин уның директоры инем) беҙгә Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре: драматург Әнғәм Атнабаев, БР-ҙың билдәле археологы, профессор, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының тәүге рәйесе Нияз Мәжитов, танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов һәм башҡалар килде. Беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ ине был. Улар ҡала менән танышты һәм Октябрьский үҙенең мәҙәни йөҙө, ҡыҙыҡлы кешеләре, йәшел урамдары менән йәлеп итте.
Беҙҙең быуын тыуған ҡалаһы менән оҙон юл үтте. Уңыштар ҙа булды, ауырлыҡтары ла. Әммә Октябрьский – оптимистар ҡалаһы, беҙ киләсәккә өмөт менән бағабыҙ. Шулай бит, дуҫтар?”.
Читайте нас: