Апрелдә район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә бөтә клуб учреждениелары белгестәре өсөн үтә сағыу ваҡиға булды: мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре араһында “Үҙ һөнәремде яратам” тигән һөнәр оҫталығы бәйгеһе үтте.
Конкурсанттарға үҙҙәрен түбән-дәге «ижади һынау»ҙа күрһәтергә кәрәк булды:
– “Минең һөнәрем – минең йортом» – үҙе, үҙенең ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләү;
– “Былар бөтәһе лә таныш һәм яҡын” – билдәле образдарҙан, халыҡ йолаларынан, мәҙәниәтенән театрлаштырылған өҙөк күрһә-тергә;
– “Минең афиша” – мәҙәни-ял сараһының афишаһының макетын яһау;
– “Минең иң яҡшы проект» – яҡын йылдарҙа үткәреләсәк инновацион сараларҙы яҡлау;
– «Һәләт осҡоно» – ижади эш жанрҙарының бер төрөн күрһәтеү.
Һәр этапты уңышлы үтеү өсөн конкурсанттарға бәйгенең бөтә күрһәткестәрендәге талаптарға яуап бирергә кәрәк. Улар араһында – күрһәтелгән материалдың сценарийы һәм режиссёрлыҡ нигеҙе, башҡарыу оҫталығы, баҙыҡлыҡ, эмоционаллек, этнографик материалдар ҡулланыу, конкурсанттарҙың халыҡ ижадының төрлө жанр-ҙарында ижад мөмкинлеге.
Бәйгеселәрҙең сығыштарын район мәҙәниәт идаралығы начальнигы И. Насиров, район мәҙәниәт һара-йының художество етәксеһе С. Тупицо, район үҙәк китапханаһының методика кабинеты етәксеһе И. Тоҡбулатова составындағы жюри ағ-залары баһаланы.
Бәйге аҙағында лайыҡлы рәүештә 1-се урын Күсәрбай мәҙәниәт йорто мөдире Ф. Хәмәҙийәроваға, 2-се урын Ямаҡай мәҙәниәт йорто мөдире А. Ҡарасуринаға, 3-сө урын Пришиб мәҙәниәт йорто мөдире Ю. Артесҡа бирелде. Төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр ҙә билдәләнде: Иҫке Абзан мәҙәниәт йорто мөдире Т. Әхмәтшина “Мәҙәниәттәге ижади өлөшө өсөн”, Өйҙөрәкбаш мәҙәниәт йорто мөдире З. Рәхмәтуллина “Иң оҫта байрам ойоштороусы”, Мирный мәҙәниәт йорто мөдире З. Новикова “Һөнәргә тоғролоҡ”, Троицк мәҙәниәт йорто мөдире “Үҙ эшенең оҫтаһы”, Топоринка мәҙәниәт йорто мөди-ре “Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы”. Бар ҡатнашыусыларға дипломдар, еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.