+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
15 Апрель 2019, 18:19

Балалар өсөн күңелле байрам

Сараның беренсе өлөшө китапханала уҙҙы.

Халыҡ-ара туған
тел көнөндә
Ҡыртеләүле ауыл
китапханаһы өсөнсө
тапҡыр балалар
һәм үҫмерҙәр өсөн
С. Аксаков исемен-дәге Ульяновск өлкә китапханаһы ойошторған Төбәк-ара «Сығанаҡтарыбыҙ. Фольклор уҡыйбыҙ» акцияһында ҡатнашты.

Сараның беренсе өлөшө китапханала уҙҙы. «Тел – күңел көҙгөһө» тигән әҙәби-музыкаль композицияны «Туған тел» тигән йыр менән асып ебәрҙеләр. Китапханала «Сығанаҡтарыбыҙ. Фольклор уҡыйбыҙ» тигән китаптар күргәҙмәһе ойошторолғайны һәм алып барыусы
В. Фәррәхова балаларҙы фольклор менән таныштырҙы, шулай уҡ улар өсөн китаптарға күҙәтеү үткәрҙе.

Ҡыртеләүле башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы З. Ғабдуллина балаларға халыҡ тел ижадының төрлө жанрҙары булыуы тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ «Туған тел» тип аталған уйын-квест үткәрҙе, унда уҡыусылар, командаларға бүленеп, йомаҡтарҙың яуабын тапты, әйтем һәм мәҡәлдәрҙе хәтергә төшөрҙө, уларҙың әһәмиәтен аңлатты, мәҙәк һәм таҡмаҡтар уҡып ишеттерҙе. Балалар шулай уҡ тиҙәйткес уҡыны.

Башланғыс класс уҡытыусыһы М. Ҡадирова «Әйт әле, был әкиәттең геройы ҡайҙа?» тигән конкурс программаһы үткәрҙе.

Сараның икенсе өлөшө Ҡыртеләүле ауылы «Ләйсән» балалар баҡсаһында уҙҙы, унда кескәйҙәр өсөн татар һәм рус әкиәттәрен тасуири уҡыу ойошторолдо. Мәктәпкәсә балалар, талант һәм артистизмын күрһәтеп, «Өс ҡыҙ» әкиәтен сәхнәләштерҙе.

Читайте нас: