Күптән түгел Туймазы татар драма театрының тәүге актрисаларының береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рима Ключарёваның юбилейы уңайынан бенефис уҙҙы. Бөйөк Ватан һуғышы осорон, һуғыштан һуңғы йылдарҙы үҙ эсенә алған спектаклдә юбиляр аяныслы совет һалдаты әсәһен уйнаны.
Сәхнә әҫәре ҙур уңыш ҡаҙанды. Улдары өсөн йәнен бирергә әҙер әсә образы тамашасыларға көслө тәьҫир итте.
Рима Ключарёваны ҡотларға бик күп ҡунаҡтар килгәйне, ҡала етәкселеге исеменән Туймазы районы Хакимиәтенең эштәр идарасыһы Дилә Арыҫланова сәләмләне.
Театр директоры Фирҙәт Ғә-
биҙуллин Башҡортостан Респуб-ликаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Рима Шәһит ҡыҙы Туймазы районында тыуған. Ябай ғына ғаиләнән ул. Бер йырҙа йырланғанса, “әфлисундар аша-маған” улар. Ғаилә ағзалары барыһы ла музыкаға мөкиббән. Рима үҙе лә бала саҡтан ауылда йырлана торған йырҙарҙы яттан белгән.
Бөтә донъя ҡыҙыҡ була уға. Мәктәптә уҡытыусыларынан уңа: улар фекерләргә өйрәтә. Айырыуса математиканы ярата. Һәм һәр ваҡыт олимпиадаларҙа ҡатнаша. Бер ваҡиғаны йыш иҫкә ала ул. 9-сы класта уҡыған һәм интернатта йәшәгән осор була.
– Бер ваҡыт беҙгә алгебранан өйгә күләмле эш бирҙеләр. Класташ ҡыҙҙар сисеп ҡараған, килеп сыҡмаған. Өй эшен әҙерләргә ултырайым тиһәм, улар ҡырт киҫте: “Юҡҡа ваҡыт әрәм итмә, өлкән класта уҡыусы отличниктан ярҙам һора”.
Ул малай минән миҫалды сисеп ҡарау-ҡарамауым тураһында һорағас, алданым – әле булһа был ҡылығым өсөн оят. Бер минутта сисеп тә бирҙе: “Бына бит, эшләп була икән”. Мин ҡағыҙҙы алырға тип ҡулымды һуҙған инем, ул уны бөтәрләне лә, кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. Миңә миҫалды үҙаллы сисергә тәҡдим итте. Мин шулай эшләнем дә.
Был осраҡ киләсәк тормошомда һабаҡ булды. Намыҫлы булырға һәм үҙ-үҙеңә генә ышанырға кәрәклеген аңланым.
Актёр һәм режиссёр һөнәре ижади, әммә математикалағыса, фекерләү талап итә. Математиканы белеү эшемдә ярҙам итә.
– Нисек артист булып киттегеҙ һуң?
– Күршем Стәрлетамаҡҡа ветеринария училищеһына уҡырға инергә китте. Мин дә эйәрҙем – мәҙәниәт-мәғрифәт училищеһын һайланым. Актёр һөнәренә шунда мөкиббән киттем дә инде.
Хеҙмәт кенәгәһендә беренсе яҙма 1974 йылда барлыҡҡа килә. Йәш белгес, Рима Шәһит ҡыҙын, Туймазыла яңы ғына асылған “Родина” мәҙәниәт йортона эшкә алалар. Халыҡ теат-рында уйнарға саҡыралар. Мәҙәниәт йорто директоры: “Һеңлем, һиңә уҡырға кәрәк”, – ти. Һәм ул Ҡазан мәҙәниәт институтына уҡырға инә.
Институтты тамамлаған 100 кешенең икеһен генә Алабуға театр училищеһына педагог итеп ебәрәләр. Шул иҫәптән Ключарёваны.
Һуңынан Ҡазанда дәүләт ра-диоһында эшләй. Шунда ғаилә ҡора. 1990 йылда Туймазыла татар драма театры асыла һәм уны эшкә саҡыралар.
Шул осорҙан алып актриса 40-лап образ тыуҙырған. Яратҡан ролдәренең береһе – япон драматургы Дзюндзи Киноситаның тылсымлы “Торна ҡаурыйы” әкиәтендәге Цу. Һуҡырҙарса байлыҡҡа ынтылыуҙың мөхәббәтте һәләк итеүе тураһында был әҫәр. Роль уның тауышы, уның һалмаҡ хәрәкәттәре өсөн яҙылған һымаҡ. 1997 йылда Ключарёва ошо роле өсөн республиканың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була, өҫтәүенә, театрҙа беренсе булып.
– Актёр – ирекһеҙ һөнәр, – ти Рима Шәһит ҡыҙы. – Режиссёрға, репертуарға, ниндәйҙер сәбәптәргә бәйле һин. “Йондоҙло” ролеңды оҙаҡ көтөргә тура килә. Уны көткәндә ижад һандығыңа бөртөкләп киләсәктә геройыңа тере һәм аңлайышлы булырға ярҙам иткән ниндәйҙер ынйылар йыяһың.
– Һеҙ көрәшсеме?
– Юҡтыр. Бәхәсле осраҡта мин ситкә китәсәкмен. Өҫтәүенә, тиҫкәре күренеш менән көрәшеү – ваҡытты бушҡа уҙғарыу. Бер аҡыллы кешенең һүҙҙәре бар: “Бәхетһеҙ йәшәү өсөн ғүмер бик ҡыҫҡа”. Шуға күрә дуҫтарың менән аралашыу, яҡшы китаптар уҡыу, тәбиғәт менән хозурланыу, ҡыҙыҡлы проекттарҙа ҡатнашыу яҡшыраҡ. Шул саҡта ғына шиғырҙар, сценарийҙар, пьесалар тыуа. Бары тик эшләргә кәрәк.
Геннадий Заволокин ҡатнашлы-ғында Туймазыла үткән “Уйна, гармун” фестивалендә Ключарёва күмәк сығыштар режиссёры була. Уны төбәк телевидениеһында диктор булараҡ та хәтерләйҙәр. Өфөнөң “Туған тел” телевидение каналы өсөн концерт программалары сценарийҙарын яҙыусы булараҡ та. Рима – Ғабдулла Туҡай тормошона һәм ижадына бағышланған пьесаның авторы һәм режиссёры. Уның тарафынан “Торналар иле” һәм “Яҙғы моңдар” авторлыҡ моноспектаклдәре әҙерләнгән. Шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителгән. Ҡыҫҡа метражлы “Төп йорт” фильмында роль башҡарылған. Был исемлекте дауам итергә була.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Рима Ключарёваға 65 йәш.
Был нәфис, ҡаҡса ханым нимә менән йәлеп итә һуң? Тәрән тынлығы менән. Һорауға яуап биреү өсөн уға ваҡыт кәрәк. Фекерен еткереү өсөн һәр һүҙен һайлап һөйләй. Әңгәмәләшенә ҡарата ихтирамлы. Беҙҙең заманда һирәк күренеш был.
– Актёр тамашасы өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Шуға күрә үҙеңде юҡ-барға сарыф итергә ярамай, – ти Рима Шәһит ҡыҙы.
Ключарёва үҙ ҡалаһына мөкиббән. Туймазыла үҙе хеҙмәт иткән театр булыуға һөйөнә. Файҙа килтерергә тырыша. Өфөлә опера һәм балет театрында сығыш яһаймы, бер урамлы бәләкәй ауыл клубындамы – айырма юҡ.
Ошондай кешеләрҙең ҡәҙерен белергә, иғтибарыбыҙҙы ҡыҙған-маҫҡа, яныбыҙҙа саҡта яҡшы һүҙҙәр өләшергә кәрәк. Иҫкә алырға. “Мин бар. Мин эшләйем...” – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү өсөн.