+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
5 Апрель 2019, 17:06

Ҡаҙаевтар затлы тиреле йәнлек үрсетә

Районыбыҙҙың Оло Әрәмә ауылында яҡшы тоҡомло аҡ төлкө үрсетәләр.

Районыбыҙҙың Оло Әрәмә ауылында яҡшы тоҡомло аҡ төлкө үрсетәләр. Беҙҙең яҡ өсөн был зиннәтле тиреле ят йәнлектәрҙе аҫрау менән Альбина һәм Марат Ҡаҙаевтар шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта уларҙың крәҫтиән-фермер хужалығында йөҙ баштан артыҡ төлкө бар.

– Беҙҙең төбәктә ауыл хужалы-ғы тармағына, шул иҫәптән фер-мерҙарға ла дәүләт ҙур ярҙам күрһәтә. Фермер хужалығы менән шөғөлләнеү теләге күптән бар ине, ләкин киң таралмаған өмөтлө йүнәлештәрҙең береһен табыу кәрәк булды, – ти Марат. – Республикалағы хәлдәрҙе тикшереп, беҙҙә ҡиммәтле тиреле йәнлек үрсетеү үҫешеп етмәгәнен аңланым. Шулай итеп, аҡ төлкө үрсетеү теләге тыуҙы.

– Был шөғөл күп сығымдар ҙа талап итә. Йәнлектәрҙең төп аҙыҡ рационын ит тәшкил иткәнен әйтеү ҙә етә. Әлегә хужалығыбыҙҙағы бөтә эштәрҙе лә үҙ көсөбөҙ менән башҡарырға тырышабыҙ: вакцинация эшләүҙе лә, яһалма ҡасырыуҙы ла. Ә бына тире иләр-гә Пермь ҡалаһындағы "Красава" тире эшкәртеү фабрикаһына барырға тура килә, – тип һөйләй әңгәмәселәребеҙ.

Киләсәктә улар был эште лә үҙҙәре башҡарырға уйлай. Альбина тиренән кейемдәр тегеү курстары үтеп ҡайтҡан. Элекке уҡытыусы хәҙер тиренән төрлө бүрек, бейәләй, жакет, хатта тундар тегеүҙе үҙләштергән дә инде.

Был эштә район хакимиәте уларға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Күптән түгел ҡиммәтле тиреле йәнлек хужалығы үрсетеү өсөн Иҫке Һынлы ауылы янынан 5 гектар ер биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был ерҙә Ҡаҙаевтар йәнлектәргә ситлектәр төҙөргә уйлай.

Фермерҙарҙың пландары бик ҙур. Төлкөләрҙән тыш улар йорт ҡуяны һәм шәшке үрсетергә теләй. Әйткәндәй, ит һәм затлы тиреле тоҡомло ҡуяндарҙың беренсе партияһын алғандар ҙа инде. Ҡаҙаевтар киләсәккә пландар ҡороп, фермер хужалығын үҫтереүгә дәүләт ярҙамына өмөт итә.

Читайте нас: