+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Март 2019, 14:29

Уҡырға ҡайҙа барырға?

Район Мәҙәниәт йортонда ҙур сара – уҡыу урындары йәрминкәһе үтте.

Район Мәҙәниәт йортонда ҙур сара – уҡыу урындары йәрминкәһе үтте. Юғары класс уҡыусылары өсөн махсус урта уҡыу йорттары вәкилдәре менән мөһим һәм файҙалы был осрашыуҙы Көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәгенең район бүлеге ойошторҙо.

Мәктәпте тамамлаусыларға, ҡағиҙә булараҡ, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һөнәрҙәр тураһында теүәл һәм актуаль мәғлүмәт табыу еңел түгел. Республика колледждары вәкилдәре уҡыу һәм ҡабул итеү шарттары, тәҡдим ителгән һөнәрҙәр хаҡында ентекләп һөйләү менән бер рәттән абитуриенттарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.

8-10-сы класс уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г. Ғабдрафиҡова һөнәр һайлауҙы һәр кем тормошонда мөһим мәл булыуын билдәләне

– Йәштәрҙең күбеһе “офис” һөнәрҙәренә өҫтөнлөк бирә. Ә хеҙмәт баҙарында эшсе белгестәр айырыуса ныҡ талап ителә. Районда был өлкәлә белгестәр етешмәй, шуға ла һөнәр һайлағанда теләккә генә түгел, һәләтеңә һәм шәхси сифаттарыңа ла иғтибар итергә кәрәк. Ә эш урындары йәрминкәһе дөрөҫ юл һайларға һәм унда үҙ йүнәлешеңде танырға ярҙам итә, – тине Гөлфиә Ринат ҡыҙы.

Сығыштарында вәкилдәр үҙ уҡыу йорттары менән таныштырҙы. Уҡыу буйынса балл йыйыу ауыр булыуға һәм бюджет урындары етмәүгә ҡарамаҫтан, гуманитар белгестәргә ихтияж бик ҙур. Мәктәпте тамамлаусылар үҙҙәрен иҡтисадсы, юрист, финансист итеп күрергә теләй. Юҡҡа ғына түгел был – кешеләр менән аралаша, аңлай һәм йәмғиәттең теге йәки был уңайлыҡтарын дөрөҫ файҙалана белеү – яҡшы тормош нигеҙе. Туймазы юридик колледжы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалынан килгән вәкилдәре был хаҡта ентекле һөйләне.

Бөгөнгө көндә ауыл хужалығы – йылдан йыл яҡшыраҡ механикалаштырылған һәм иҡтисадтың тиҙ үҫкән аҙ секторҙарының береһе. Тап бына ошо йүнәлеш буйынса уҡыуҙың ыңғай яҡтары хаҡында Бәләбәй механикалаштырыу һәм Бүздәк ауыл хужалығы колледждары педагогтары һөйләне. Бәләбәй колледжы сараға студенттарын да йәлеп иткән ине. Улар шиғыр, бейеү һәм йырҙар ярҙамында был уҡыу йортоноң өҫтөнлөгөн күрһәтте.

Врач һөнәре – иң боронғо һәм үтә кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Йылдың һәр миҙгелендә, донъяның һәр мөйөшөндә кешеләргә табип кәрәк мәл була. Әммә күптәр урта медицина персоналы эшен баһалап бөтмәй. Ә бит улар иңенә ҙур эш һәм яуаплылыҡ йөкмәтелә. Шәфҡәт туташы йәки акушер һөнәрен Туймазы медицина колледжында алырға була. Унда волонтёрлыҡ хәрәкәте лә йылдам үҫә. Студент-волонтёрҙар беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү һәм йөрәккә дөрөҫ массаж яһау күнекмәләре хаҡында һөйләне.

Төҙөлөш – инфраструктураның иң мөһим тармаҡтарының береһе. Иҡтисад үҫешен дә тәьмин итә ул, кешеләр тормошон да уңайлаштыра. Был тармаҡ – илдә эш урыны һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә. Тап бына шуға ла мәктәпте тамамлаусыларҙың бик күбеһе әлеге эш өлкәһенең ғүмерлек һөнәре итеп һайлай. Әммә был эшсәнлек тураһында һәр абитуриент белергә тейешле талаптар байтаҡ ҡына. Уҡыусылар улар хаҡында Башҡортостан төҙөлөш һәм Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледждары вәкилдәренән белде.

Башҡорт кооперация техникумына ҡабул итеү һәм уҡыу шарттары ла буласаҡ абитуриенттарҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.

Сара башында һәр уҡыу йорто фойела күргәҙмә ойошторҙо, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Мәҫәлән, егеттәр махсус аппарат менән кафель киҫеп ҡараны, төҙөлөштә ниндәй эш ҡоралдары ҡулланылыуын белде.

Яҙын барлыҡ махсус урта уҡыу йорттарында Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк. Унда абитуриенттар уҡыу шарттарын үҙ күҙҙәре менән күреп, күңелдәренә тап килгән һөнәрҙе һайлаясаҡ.

Читайте нас: