+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Март 2019, 17:23

Өмөт һәм ышаныс рухи ныҡлыҡ ул

Аңдан ҡанға, ҡандан заңға, ти халыҡ мәҡәле. Маҡсатҡа, еңеүгә ынтылыш тәрбиәнән генә түгел, ә ҡанға һалынған аңдан да киләлер.

Аңдан ҡанға, ҡандан заңға, ти халыҡ мәҡәле. Маҡсатҡа, еңеүгә ынтылыш тәрбиәнән генә түгел, ә ҡанға һалынған аңдан да киләлер. Бөгөн яңы тәпәй баҫҡан балаларҙың теле (рус йәнһүрәттәре касафатымы, әллә интернет, телевизор, бәлки үҙебеҙ ғәйеплеме, белмәҫһең) русса асыла.

Күп ғаиләләрҙә, хатта башҡорт ауылдарында йәшәгәндәр ҙә өйҙә рус телендә аралаша. Мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу сәғәттәре лә аҙайҙы, былар бер кемгә лә сер түгел. Шулай ҙа беҙ, уҡытыусылар, уҡыусыларыбыҙға туған телебеҙ серҙәрен, республиканың дәүләт теле тип һаналған гүзәл башҡорт телебеҙҙең моңон еткерергә ты-рышабыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, фәнни эштәр яҙабыҙ, олимпиадалар-ҙа еңеүгә ирешәбеҙ.

Белеүебеҙсә, олимпиада бик ҡатмарлы, яуаплы һынау. Унда мәктәп кимәлендә еңгән иң-иңдәр генә артабанғы этаптарҙы үтә ала. Тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам, йылдың йылы олимпиада һорауҙары ауыр, төрлө этаптарҙан тора. Балалар быға тиклем инша ла яҙҙы, тексҡа тулы анализ да эшләне, викторина һорауҙарына ла яуаптар эҙләне. Был һынауҙар башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар өсөн, ә дәүләт телен өйрәнгән балалар инша яҙа, викторинаға яуап бирә һәм русса тексты башҡорт теленә тәржемә итә ине. Быйыл был эш төрҙәре бер аҙ үҙгәртелде. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балалар тәҡдим ителгән тексты тыңлап, уның йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләргә, таныш булмаған конкурсант менән бирелгән темаға диалог төҙөп, әңгәмә ҡорорға (ҡыҫҡа ваҡыт эсендә) һәм бирелгән текст буйынса 3 һорауға яуап яҙырға, һүҙҙәрҙе тәржемә итергә, ҡайһы берҙәренә лексик-грамматик анализ эшләргә тейеш ине.

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән бала уҡыу программаһының 3-сө линияһына ҡарай. Олимпиаданың был этабында ла мотлаҡ рус йәки башҡа милләттән (татар милләтенән башҡа) булған бала ҡатнаша ала.

Ике йыл рәттән башҡорт дәүләт теле буйынса муниципаль кимәлдә еңеү яулап республикала үҙен лайыҡлы күрһәтеп ҡайтҡан рус егете, уның ынтылыштары, рухы тураһында бөгөнгө һүҙем.

Беҙ, уҡытыусылар, бала күңеленә белем орлоҡтарын һалып ҡына ҡалмайбыҙ, ә шул үҫентеләрҙең артабан шытып, ниндәй кимәлгә еткәнен күҙәтеп, матур, ныҡ булып үҫеүенә булышлыҡ итеүсе кешеләр. Мәҫәлән, үҙем башланғыс кластан уҡ уҡыусыларым араһынан белемгә, уҡыуға ынтылышы юғары, телгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур булған балаларҙы “күҙаллайым”. Артабан улар менән яйлап ҡына, теләгенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, ныҡлап шөғөлләнә башлайым. Олимпиада, уның мөмкинлектәре тураһында һүҙ ҡуҙғатып, “ҡылын” да тартып ҡарайым. Баланың теләге барлығы, уның күҙҙәренән үк күренеп тора. Ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ осҡон сәселә ул күҙҙәрҙән, уҡыусы үҙе лә уҡытыусы әйткән һәр һүҙҙе йотлоғоп тыңлай, күңеленә һеңдерә. Шөкөр, ошондай рухлы, аңлы, зиһенле балалар осрап тора тормошомда, эшемдә. 5-6 йыл элек тә Фомин Артур исемле уҡыусым менән олимпиаданың республика кимәлендә уңышлы сығыш яһап ҡайтҡайныҡ. Ул да башҡорт телен шул тиклем бирелеп уҡыны, башҡаларға өлгө булып торҙо. Әлбиттә, был тырышлыҡ, ынтылыш баланың ғаиләһенән дә килә тип әйтер инем. Сөнки өйҙә баланың ата-әсәһе улында йәки ҡыҙында белемгә, уҡыуға мотивация ҡуймай икән, республика телен өйрәнергә кәрәклеге тураһында ыңғай ҡарашта түгел икән – тырышлығыбыҙ ҙа, ынтылышыбыҙ ҙа бушҡа ғына булыр ине.

Максим Метельницкий тигән уҡыусымдың да уҡыуға, башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуын башланғыс кластан уҡ “шәйләп” ҡалдым. Тыйнаҡ, ипле, аҡыллы ҡарашлы, тырыш бала ул. Ғаиләһендә лә тыуған илебеҙ телен белергә тейешбеҙ, башҡа халыҡтар менән дуҫ йәшәргә кәрәк тигән төшөнсәләр йәшәй. Әммә Максимдың үҙенең күңелендә ошо төшөнсәнең ныҡлы урын алыуы мөһим. Балала дәрт, алға ынтылыш уятҡан көстө “өмөт шәме” тип атарға булалыр. Өмөт шәме быуынға, аҡылға көс, йөрәккә дәрт бирә бит ул. Ошо шәмде һүндермәү кешенең үҙенән тора. Ә өмөт маҡсатҡа бәйле. Әгәр маҡсат ҡуйғанһың икән, тимәк шуға ынтылырға, өмөтләнергә генә кәрәк.

Максим үткән уҡыу йылында республика кимәлендәге олимпиадаға еңеүенә өмөт, ышаныс менән барғайны. Әммә әҙ генә ынтылыш, белем етеңкерәмәгәс, ҡатнашыусы дәрәжәһендә ҡайтҡайны. Тик ул, егеттәргә генә хас үҙһүҙлелек һәм ышаныс менән, киләһе йыл да бында мотлаҡ киләсәген һәм барыбер еңеүгә өлгәшәсәген белдерҙе. Мин ул саҡта уның күҙҙәрендә тап ошо теләкте һәм ышаныс менән өмөттө күрҙем. Еңеүгә өмөт һәм ышаныс нигеҙендә рухи ныҡлыҡ тигән төшөнсә лә тыуҙы шул мәлдә уның күңелендә. Шул осҡондарҙы нисек тә һүндермәҫкә тырыштыҡ Максимдың ғаиләһе, ата-әсәһе менән! Йыл дауамында ул ныҡлы әҙерләнде. Сөнки алдына маҡсат ҡуйғайны. Шул маҡсатына ныҡлы аҙымдар менән барҙы һәм еңде!

Рус егетенең ошо ру-хи ныҡлығы, маҡсат-ҡа ынтылышы, алдына ҡуйғанды үтәргә тырышыуы мине һоҡландырҙы. Бының менән ул күптәргә өлгө. Эйе, башҡорт теле уның өсөн сит тел. Әммә баланың теләге, тырышлығы бар икән, ниңә ул осҡондо һүндерергә. Иманым камил, шуға төшөндөм, әгәр кешенең үҙендә, күңелендә бар икән – ул булдыра ала! Тик ошо осҡондо күреп ҡалып ялҡын өҫтәргә, ситтән генә күҙәтеп түгел, ә ярҙам итеп, булышлыҡ иткәндә киләсәгебеҙ яҡты, ышаныслы ҡулдарҙа булыр ине. Бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ, дуҫтар! Ә Максимға афарин, “өмөт шәме”ңде һүндермәй, рухыңды һындырмай алға ынтыл һәм теләктәрең тормошҡа ашһын тип теләйем. Һәм уның ғаиләһенә, ата-әсәһенә – Ләлә Владимировна менән Владимир Владимировичҡа оло рәхмәттәремде еткерәм. Ошондай дан ғаиләләр күберәк булһын ине! Ул сағында бер телгә лә юғалыу ҡурҡынысы янамаясаҡ, халыҡтар дуҫлығы нығыясаҡ һәм тормошобоҙ йәмләнәсәк кенә!

Читайте нас: