0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Март 2019, 14:34

Бишек йырҙарында яңғыраһын ине

21 февраль – Халыҡ-ара туѓан телдәр көнө

Туған телебеҙ – беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ. Ул быуаттар буйына халыҡты бергә туплап, айырым милләттәр булдырып, формалашҡан. "Телһеҙ Ватан юҡ, Ватанһыҙ тормош юҡ", ти халыҡ мәҡәле. Үҙеңдең тамырҙарыңды, тарихыңды, телеңде һәм мәҙәниәтеңде тәрән белеп кенә, рухи мираҫты ысынлап баһаларға мөмкин.

Әммә мәғлүмәтләштереү һәм глобалләшеү осоронда уға мөнәсәбәт үҙгәрә, шуға күрә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһе актуалләшә. Уны һаҡлауҙа уҡытыусы ҙур роль уйнай.

Урта Ҡарамалы мәктәбенең туған (сыуаш) теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Фёдорова сирек быуаттан артыҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бағышлаған. Хөрмәт яулаған педагог балаларҙа телгә генә түгел, тыуған ергә, тәбиғәткә, үҙ халҡына ла мөхәббәт тәрбиәләй.

Татьяна Алексеевна 1968 йылда Үрге Олойылға ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Түбәнге Олойылға ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамланғандан һуң, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Урта Ҡарамалы ауылына ебәрәләр уны.

Татьяна Фёдорова мәктәптә эшләүен Чебоксар ҡалаһындағы И.Н.Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университетында ситтән тороп уҡыу менән берләштерә.

Һәр педагогтың эш күрһәткесе – уҡыусыларҙың уңыштары. Ә Татьяна Алдексеевнаға ғорурланырлыҡ сәбәп бар. Уның уҡыусылары – муниципаль, республика, төбәк-ара олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа даими ҡатнашыусы һәм призёр.

Т.Фёдорова сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика семинарын үткәрҙе һәм ике республика (Башҡортостан һәм Сыуашстан) уҡытыусылары менән тәжрибә уртаҡлашыу ойошторҙо. Шулай уҡ Бәләбәй ҡалаһының сыуаш гимназияһында уҙған республика фәнни-ғәмәли конференцияһында "Сыуаш теле буйынса кластан тыш эштә тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын һәм урындағы фольклорҙы өйрәнеү" тигән доклад менән ҡатнашты.

Балалар уҡытыу һәм тәрбиәләү эшендә уңышлы эшсәнлеге өсөн Фёдорова күп тапҡыр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Читайте нас: