-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Март 2019, 17:26

«Бәхет» – халыҡтыҡы

Мичурин ауылы мәҙәниәт йортонда «Бәхет» театр коллективы (художество етәксеһе Ләйсән Әсмәндиәрова) Флорид Бүләковтың «Ҡыҙҙар ниңә илай?» драмаһы буйынса спектакль күрһәтте.

Мичурин ауылы мәҙәниәт йортонда «Бәхет» театр коллективы (художество етәксеһе Ләйсән Әсмәндиәрова) Флорид Бүләковтың «Ҡыҙҙар ниңә илай?» драмаһы буйынса спектакль күрһәтте.

Лена Имаева (Дилара), Альмира Гәрәева (Зөлхизә), Лилиә Ибәтуллина (Гөлләрә), Светлана Ғәлләмова (Дилараның әсәһе), Ринат Ғаязов (Ғайсар), Финат Хафизуллин (Айҙар) ролдәрен бик яҡшы башҡарҙы. Дилараның биш йәшлек улы ролен Эдвард Абдуллин бик оҫта уйнаны.

Спектаклде режиссёр Ләйсән Әсмәндиәрова сәхнәләштерҙе, музыкаль яҡтан Венера Зульпухарова биҙәне.

Пьесаның төп героиняһы Дилара – әхирәттәренең бәхете өсөн Айҙар һәм Ғайсарҙың мөхәббәтен кире ҡаҡҡан өс героиняның береһе, сөнки уның оло һәм яралы йөрәгендә улына ҡарата әсәләрсә мөхәббәт ҙур урын биләй. Пьеса аҙағында уны упҡынға һуңғы аҙымдан ул туҡтата ла инде.

Ауыл ҡыҙҙары «ҡала джунглийында» ғаилә бәхете таптылармы? Юҡ. Табырҙармы? Билдәһеҙ. Бер нәмә асыҡ – теләһә ҡайһы ҡыҙ – сибәрме ул, әллә бик үк түгелме, ярлы йәки баймы, юғары йәки урта белемлеме – саф мөхәббәт һәм ныҡлы ғаилә тураһында хыяллана. Әммә был хыялдарҙы тормошҡа ашырыу еңел түгел. Ярай ҙа, үҙ ваҡытында әсәләре зирәк кәңәш бирһә һәм өлкән әхирәттәренән берәйһе уйланмаған аҙымдан иҫкәртһә.

Район мәҙәниәт йортоноң өлкән методисы Р. Дәүләтова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе Тәнзилә Ҡалмырҙина, шулай уҡ автоклуб мөдире Л. Сафарова, мәҙәни эштәрҙе ойоштороусы Н. Тимербулатованан торған мәртәбәле жюри үҙешмәкәр артистарҙың сығышын юғары баһаланы һәм «Бәхет» театр коллективына «халыҡ» исемен бирҙе.

Читайте нас: