+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Март 2019, 14:16

Ауыл тарихын өйрәнәбеҙ

Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Ә ауылдарыбыҙ, ырыуҙарыбыҙ тарихын, нигеҙҙә, оло быуын кешеләре һаҡлай.

Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Ә ауылдарыбыҙ, ырыуҙарыбыҙ тарихын, нигеҙҙә, оло быуын кешеләре һаҡлай.

Ҡатайҙа ауылыбыҙ һәм урам исем-атамаларының килеп сығышы, колхоз, совхоз, мәҙәниәт йорто, кешеләре тарихы буйынса бик күп кенә хәтирәләр һаҡлаусы Әлфиә апай Хәйҙәрова йәшәй.

Ҡышҡы сыуаҡ көндәрҙең береһендә 6-сы класс уҡыу-сылары ауыл китапханасыһы Гөлсинә Шәмсетдинова, класс етәксеһе Лениза Ғабдуллина менән Әлфиә апайҙа ҡунаҡта булды.

Ә.Хәйҙәрова Ҡатайҙа, ауыл Советы рәйесе һәм китапханасы булып эшләп, тәрән ихтирам яулаған кеше. Ауылдаштары уның тураһында бөгөн дә ҙур хөрмәт менән һөйләй.

Инде өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Әлфиә апай күптәнге ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләй. Уҡыусыларға ул бик күп файҙалы мәғлүмәт еткерҙе, төрлө тарихи осорҙарҙа ауылдаштарыбыҙ яҙмышында булған фәһемле һәм ғибрәтле ваҡиғалар тураһында бәйән итте. Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстанда интернациональ бурыс үтәгәндә батырлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдар менән бүләкләнеүсе яугир ауыл-даштарыбыҙ тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне.

“Ауылыбыҙҙың иң батыр улы Имаметдинов Хәләф ағайҙың тормошон, һуғышсан юлын төплө өйрәндем. Илгә, халыҡҡа бирелгән ысын йөрәкле яугир була ул. Йәш сағынан уҡ велосипед спорты, еңел атлетика менән шөғөлләнеүсе егет Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Бына шул ҡаһармандың исемен ауылыбыҙҙың бер урамына нисек тә бирергә ине. Хәләф Имаметдинов исеме, ысынлап та, данға лайыҡ. Киләсәктә һеҙ, йәштәр, шуны онотмаһағыҙ ине,” – тип үтенесен белдерҙе ветеран.

Әлфиә апай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә революциянан алып совет осороноң һуңғы йылдарына тиклемге тарихты күҙ алдына баҫтырҙы. Ауылдаштарыбыҙ яратып үтәгән йолаларҙы, йырлаған йырҙарҙы, кешеләрҙең йәшәү рәүешен, шөғөлдәрен барланы. Бөйөк Ватан һуғышына оҙатыу күренештәрен, ҡара ҡағыҙҙар килтергән ҡайғы хәбәрҙәрен иҫенә төшөргәндә, уның күҙҙәре йәшләнде.

“Беҙ бик ҙур ауырлыҡтар күреп үҫтек, ас булдыҡ, кейемһеҙ инек... Һеҙ шул ауырлыҡтарҙы, һуғыш афәттәрен күрмәһәгеҙ ине. Бөгөн беҙ рәхәт тормошта йәшәйбеҙ,” – тип һүҙен тамамланы өлкән ауылдашыбыҙ.

Эйе, йәш быуын тарихты белергә тейеш. Үткән ауыр көндәр тураһында хәбәрҙар йәштәребеҙ киләсәктә тарихта матур эҙ ҡалдырыр, тип юрағы килә.

Читайте нас: