+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
29 Март 2019, 14:21

Афғанстан онотолмаҫҡа тейеш

5 февраль – совет ѓәскәрҙәренең Афѓанстандан сыѓарылыуына 30 йыл

5 февраль – совет ѓәскәрҙәренең Афѓанстандан сыѓарылыуына 30 йыл

Баҡалы районынан барлығы 90 егет Афғанстан ерендә интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгән.

Ҡыҙғаныс, уларҙың 8-нә тыуған яҡтарын, ҡәҙерле ата-әсәләрен, йән һөйгәндәрен ҡайтып күрергә насип булмай. Был ҡаһарман егеттәр күңелдәрҙә мәңгелеккә 19-20 йәшлек булып ҡалған. Уларҙың барыһы ла һәләк булғандан һуң “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнгән. Утлы юлдар туҙаны баҫылһа ла, афған һуғышы тураһындағы хәтер, күңел яралары яңырып тора.

Ҡатай ауылынан 14 кеше ошо ҡайнар нөктәлә хеҙмәт итеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Улар араһынан Әлфис Ғәзетдинов “Ҡыҙыл йондоҙ” орденына лайыҡ булған.

Оло байрам уңайынан мәктәпкә Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәгән ауылдаштарыбыҙ М. Күсе-мов һәм Р. Шаригин саҡырылды. Уҡыусыларға элекке һалдаттарҙың һуғышсан юлдары, һалдат тормошо, күргән ауырлыҡтары тураһында тыңлау тәьҫирле булды. Ҡунаҡ-тар балаларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Спортты яратырға, уҡыуҙа ҡалышмаҫҡа өндәне. Уҡыусылар ҙа яуапһыҙ ҡалманы, йөкмәткеле шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы. Иҫтәлекле осрашыуҙы уҡытыусылар Д. Ғәлин һәм Р. Хөснөтдинова, башланғыс синыфтарҙа И. Гәрәева ойошторҙо.

Донъябыҙ тыныс булһын, яңы ҡайнар нөктәләр барлыҡҡа кил-мәһен өсөн, Афғанстан онотолмаҫҡа тейеш!

Читайте нас: