2019 йылдың июнендә Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙа. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттелер «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында.
Документ милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү маҡсатында ҡул ҡуйылды. Йыйынды ойоштороу башланғысы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты сығыш яһаны.
Указ менән конгресҡа әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды. Ойоштороу комитетына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән бергә 2019 йылдың 1 апреленә тиклем Рәсәй Федерацияһы субъекттарында саралар үткәреүҙе иҫәпкә алып, ошо ваҡиғаға әҙерлек планын төҙөү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Республика Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслауҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.