Ҡыртеләүле ауыл китапхана-һында яңы йыл байрамдары һәм ҡышҡы каникулдар осоронда балаларҙың буш ваҡыты күңелле итеп ойошторолдо. «Яңы йыл осрашыуҙары» конкурс программаһы, «Тылсымлы әкиәт донъяһы» видеовикторинаһы тәҡдим ителде, уларға кесе һәм урта мәктәп йәшендәге балалар саҡырылды. Шулай уҡ «Беҙгә яңы китап килде» тигән исем аҫтында китаптарға күҙәтеү үткәрелде.
Балалар «Һорау – яуап», «Ҡышҡы кәйеф», «Шыршы биҙәктәре», «Бүләкте бел», «Мандарин футбол», «Ҡышҡы ел», «Ҡар атышыу», «Ҡар бөртөктәре ҡайҙа?» һәм башҡа конкурс һәм уйындарҙа әүҙем ҡатнашты.
Ҡышҡы каникулдар ваҡы-тында Ҡыртеләүле ауыл китапханаһында мәктәп уҡыу-сылары араһында шулай уҡ шашка турниры үтте. Китапханала бындай турнир үткәреү йолаға әүерелде, йәш шашкасылар был юлы ла яҡшы уйнаны. Туймазы ҡалаһынан ҡунаҡ Рәмис Хисмәтуллин (1-се урын), Катя Николаева (2-се урын) һәм Артур Ғәлиуллин (3-сө урын) шашка турниры призёрҙары булды. Балалар ваҡыттарын файҙалы үткәрҙе һәм яңы көс менән уҡыуға тотоноу өсөн шәп ял итте