2018 йылда бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булып үтте, һәм былар бөтәһе лә 2019 йылда, республиканың 100 йыллығын билдәләгән мәлдә дауам итә. Халыҡ-ара “Евразияның боронғо һәм урта быуат йәмғиәттәре: мәҙәниәттәр киҫеше” фән симпозиумы сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ сараға әүерелде. Бөгөнгө Өфөнөң тарихи үҙәгендә асылған “Өфө II ҡаласығы” Башҡортостан, Урал тураһындағы байтаҡ күҙаллауҙы үҙгәртте. Көнсығыш Европа буйынса бер урында мең ярым йыл дауамында йәшәп килгән башҡа боронғо биләмәләр юҡ.
Нияз Мәжитов (1933-2015 йылдар) археологияға бар ғүмерен бағышлаған кеше. Ул Башҡортостанда, тотош Уралда, күрше төбәктәрҙә йөҙләгән тарихи һәйкәл асҡан һәм өйрәнгән. Уның тәҡдиме буйынса, БДУ-ла археология, боронғо һәм урта быуат тарихы кафедраһы ойошторола.
Уның иҫтәлегенә арналған симпозиумға Рәсәй һәм сит ил ғалимдары ғына түгел, республика башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ла саҡырылды. Октябрьскийҙан Илмира Ғөбәйҙуллина һәм Зөлфиә Сафиуллина ҡатнашты был форумда. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡала бүлексәһе ултырышында тәьҫораттарын уртаҡ-лашты улар.
– Симпозиумда Нияз Мәжитов тураһында күп йылы фекерҙәр әйтелде, – тип һөйләй Илмира Мирсәйет ҡыҙы. – Урта быуат ҡаласығы асылыу – осраҡлы түгел, был күп йыллыҡ маҡсатҡа ярашлы эш һөҙөмтәһе. Хәҙер “Өфө-II ҡаласығы” – тарихи йәдкәр. Әммә әле күптән түгел был башҡаланың бер төбәге ине. Яңы төҙөлөш килешенгән була. Был осраҡта аяҡ аҫтында табылған ниндәйҙер аңлайышһыҙ, төҫһөҙ ҡыйпылсыҡ, һөйәктәрҙең ҡәҙерле археология йәдкәре булыуын нисек иҫбатларға? Әммә Мәжитов, бөтә ойошмаларҙы үтеп, хеҙмәттәштәре һәм түрәләрҙе быға инандыра ала. Һөҙөмтәлә, ғәҙәттән тыш хәл була: төҙөлөш туҡтатыла.
– Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйе-
се итеп һайланған Данир Ғәй-нуллиндың иҫтәлектәрен үтә ҡы-ҙыҡһынып тыңланым: “Профессор Мәжитовты (1995 йыл) яңы ғына ойошҡан Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы етәксеһе итеп һайлау-ҙарын һәм уның ризалыҡ биреүен белгәс, ғәжәпләндем. Уны был тәғәйенләнешенән һуң бер нисә көн үткәс осратып һораным: “Нисек былай, фәнде ташларға уйлайһығыҙмы? Әгәр Һеҙ ҡоролтай эшен ойоштороу кеүек оло эшкә күсһәгеҙ, тикшеренеүҙәргә ваҡы-тығыҙ ҡалмаясаҡ!” Бер нисә йылдан һуң, яҙмыш ҡушыуы буйынса, ошо вазифаға үҙем һайлап ҡуйылдым”.
Мәжитов, әлбиттә, ҙур эш башҡарҙы. Сөнки теләһә ҡайһы ойошма өсөн уның нигеҙенә һа-лынған концепция мөһим. Ҡыйыу, сая ғалим үҙ фекерен яҡлай белде. Хәҙер уны “археология арыҫланы” тип атайҙар, уға арналған фильм да бар. Нияз Әбделхаҡ улы, ысынлап та, ғорур арыҫлан кеүек, һәр саҡ үҙ идеалдары өсөн көрәште, һәм беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн өлгө була ала. Әйтергә кәрәк, ул йондоҙнамә буйынса ла арыҫлан. Пленар ултырышта Мәжитов тарафынан тормошҡа ашырылған тағы бер үҙенсәлекле проект тураһында һүҙ алып барылды. Ул Рәсәй Федерацияһында беренсе тапҡыр Башҡортостандың археология картаһын төҙөгән.
– Симпозиум БДУ нигеҙендә үтте. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Силәбе, Екатеринбург, шулай уҡ Венгрия һәм Ҡаҙағстан фән үҙәктәренең танылған бел-
гестәре ҡатнашты. Улар өс секцияла эшләне: “Боронғо заманда
һәм урта быуаттарҙа Евразия
мәҙәниәттәренең үҙ-ара бәйләне-ше”, “Урта быуат ҡаласығы археологияһы” һәм “Башҡорт хал-ҡының этник тарихы”. Беренсе тапҡыр “I Мәжитов уҡыуҙары” үтте. Яңы әҙәбиәт күргәҙмәһендә байтаҡ ҡыҙыҡлы китаптар һатып алдым һәм хатта танылған ғалимдарҙың имзаһына эйә булдым. Был симпозиум хәтерҙә оҙаҡ һаҡланасаҡ!”.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллина эше өсөн бик күп яңы һәм әһәмиәтле мәғлүмәт алған. “Миңә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡа ҡала һәм район бүлексәләре вәкилдәре кеүек, яңы етәксебеҙ Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин менән танышыу мөһим һәм ҡыҙыҡ ине, – тип һөйләй Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы. – Ул башҡорттарҙың төп йәмәғәт ойошмаһы бурыстары үҙгәрмәне,
тип иҫәпләй. Ҡоролтай эшсәнлеге-нең маҡсаты башҡорт халҡы мән-фәғәттәрен яҡлау, тарихыбыҙға һаҡсыл мөнәсәбәт, туған телде һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ҡатнашыу, йолаларыбыҙға тоғролоҡ. Был беҙҙең республикаға ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙға ла ҡа-
ғыла. Беҙ яңырыуға һәм йә-шәреүгә интылабыҙ. Дәүләттең “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” программаһының сифатлы үтәлешенә ирешеү мөһим. Милли программалар буйынса гранттар алыу өҫтөндә эшләү зарур. Киләсәк йәштәр ҡулында булыуын аңлайбыҙ. Әүҙем башҡорт йәштәренә башланғыстарын, проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә кәрәк. Заманса шарттарҙа телде һаҡлап ҡалыуҙа беҙҙең эштең мөһим йүнәлеше – уны һанлаштырыу. Был өлкә шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ. Йәштәр менән эш, компьютер технологияларынан, йә-
мәғәт селтәрҙәренән, атап әйткән-дә, “ВКонтакте”нан файҙаланыуы
– мөһим бурыс. Был эште тө-бәктәрҙә әүҙемерәк башҡарырға, проекттар әҙерләргә, уларҙы сәхи-
фәләрҙә тикшерергә, үҙ фекереңде белдерергә, мәғлүмәт уртаҡлашыр-ға кәрәк. Өҫтәүенә, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы ойошоуҙың 100 йыллығы билдәләнә. Был осорға бик күп әһәмиәтле саралар күҙҙә тотола.
Нияз Мәжитовтың Октябрьскийҙа булыуын да билдәләп үтеү кәрәк һәм был беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Ул беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң килде һәм башҡорт гимназияһы асыу планлаштырылған 4-се мәктәптә бул-
ды. Ул заманда мәктәпте етәкләгән Рима Риза ҡыҙы Мофазалова һөйләй: “Иҫ киткес иғтибарлы, әҙәпле кеше ине ул. Шунда уҡ
Н. Мәжитовтың беҙгә тикшереү өсөн түгел, ә танышыу, ярҙам күрһәтеү өсөн килеүе аңлашылды. Мин уны кабинеттар буйынса йөрөттөм, уҡытыусылар менән таныштыр-ҙым, пландарыбыҙ, проекттарыбыҙ, ниндәй ауырлыҡтарға осрауыбыҙ тураһында һөйләнем. Ул бик итә-ғәтле итеп кәңәштәр бирҙе, һәм улар баш ҡала түрәһе түгел, яғымлы дуҫ күҙлегенән сығып бирелде. Асыҡ, күркәм кеше. Мин быны Өфөлә, беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында уҡ иҫкә алдым, унда делегат булып ҡатнаштым. Ул ваҡытта Нияз Әбделхаҡ улы ошо йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп һайланды. Шунда уҡ уның ойоштороу һәләте, етәкселек итеү оҫталығы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе һәм улар менән һөҙөмтәле эшләүе күренде”.
Хәҙер инде, ул арабыҙҙан киткәс, был шәхестең тирә-йүндәгеләргә тәьҫир итеү тәрәнлеге, уның кимәле аңлашыла. Мәжитовтың асыштарына ҡыҙыҡһыныу ҙур, шул ерлектә археологияға, тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу артты. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың был ҡыҙыҡһыныу-ҙы ҡәнәғәтләндереү, боронғолоҡто ысынлап тороп тергеҙеүҙе күреү мөмкинлегебеҙ бар, үткәндәр хәҙерге һәм киләсәк менән үрелеп барырға тейеш. Был Өфөләге Милли музей һәм Республика “Боронғо Өфө” тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы. Унда үткәргән өс сәғәт күҙ асып йомған арала үтә, ошонда көн буйы ҡалаһы йә иртәгә лә киләһе ине тигән үкенес менән китәһең. Тәбиғи ҙурлыҡтағы мамонттар һәм баш-ҡа йәнлектәр урынлаштырылған неолитҡа бағышланған залдар, бронза осоро, торлаҡ һәм биләмәләр, боронғо урман һәм далалар... Йәдкәрҙәр – балсыҡ сүлмәктәр, алтын боландар һәм башҡа бик күп күргәҙмәләр был – унда ысын барлыҡ интерактив менән үрелеп бара – бындай музейҙа, ваҡыт самаһын онотоп, көн дауамында йөрөргә була. Был һүрәткә ҡарағанда ла мауыҡтырғысыраҡ. Һәм ошо донъя тураһындағы кәрәкле мәғлүмәттең һәм тәьҫораттарҙың бер өлөшө, улар заман кешеһенә, өлкәндәргә һәм балаларға кәрәк.