-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
24 Февраль 2019, 19:04

Дуҫлыҡ күпере

Райман ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Динә Әбсәләмова етәкселек итә башлаған мәлдән, мәҙәниәт йорто тормошо йылдан-йыл байый, тулылана.

Райман ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Динә Әбсәләмова етәкселек итә башлаған мәлдән, мәҙәниәт йорто тормошо йылдан-йыл байый, тулылана. Барлыҡ байрамдар һәм саралар йөкмәткеле һәм сағыу концерт номерҙары менән үрелеп бара. Ауылдың үҙешмәкәр артистары Гүзәл Бәҙретдинова, Марс Төлкөбаев, Альбина Зарипова, Регина Гилфанова, Виктория Фёдорова, Рената Мөхәмәтдинова, Асия һәм Фәрит Яратовтар район һәм төбәк-ара бәйгеләрҙә ҡатнашып, лауреат, дипломант исемдәре яулай.

Мәҙәниәт йорто ҡарамағында “Урал” инструменталь ансамбле эшләй. Күптән түгел ойошоуына ҡарамаҫтан, ансамбль “Дәүерҙәр ағышы” район смотрында ҡатнашып, дипломант булды. Динә Рәмил ҡыҙы балалар менән дә әүҙем эш алып бара. Мәҙәниәт йорто ҡарамағында балалар өсөн “Хыял донъяһы” тел-мәр үҫтереү түңәрәге эшләй, Азамат Әлмөхәмәтов йәш ҡурайсылар менән шөғөлләнә.


Дуҫлыҡ ауылы мәҙәниәт йорто сәнғәт етәксеһе – Әлфирә Ситдиҡова бында күптән эшләй. Грамоталары, дипломдары һанап бөткөһөҙ. Уның ҡанаты аҫтында дүрт түңәрәк эшләп килә. “Дуҫлыҡ» театр-фольклор төркөмө, «Иман» вокал группаһы, бейеү түңәрәге һәм солистар менән эш алып бара.

Үткән йыл «Иман” төркөмө ағзаһы Рәсилә Хәләпованың Дуҫ-лыҡ мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ҡатнашып йөрөүенә 50 йыл тулды. Ошо юбилей айҡанлы «Үкенмәйем һис тә яҙмышыма” тип аталған ҙур кисә уҙғарылды.

Ғафуров ауыл советы ҡарамағындағы ауылдарҙа “Иман” группаһы-ның сығыштарын, шулай уҡ йырсыларҙы: Артур Лазарев, Зөлфиә һәм Илшат Мәлиҡовтар, Илдар Маликов, Алина Гәрәева, Эльвина Шәрипова, Гөлнур Юнысова, Руслан Латиповты көтөп алалар.

Бер-береһенә концерттар менән ҡунаҡҡа килеү, күмәк саралар ойоштороу – Райман һәм Дуҫлыҡ халҡы өсөн күркәм йолаға әүерелде тиһәк тә артыҡ булмаҫ.

Райман ауыл мәҙәниәт йортонда бына ике йыл рәттән район-ара “Раймантау моңдары” гармунсылар бәйгеһе уҙа. Был сараны ла Дуҫлыҡ һәм Райман ауылы коллективтары бергә ойоштора. Унда ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә.

2018 йылдың сентябрендә Дуҫлыҡ мәҙәниәт йорто сәнғәт етәксеһе Әлфирә Ситдиҡова һәм Райман ауылы мәҙәниәт йортонан Динә Әбсәләмова, ҡурайсы, думбырасы Азамат Әлмөхәмәтов Краснокама районында үткән төбәк-ара “Ата-бабалар ауазы» әҙәби-шиғри халыҡ ауыҙ ижады бәйгеһендә ҡатнашып, дипломант исеменә лайыҡ булды.

2018 йылдың ноябрендә улар Дуҫлыҡ, Райман, Туймазы музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре менән бергә “Урал” фольклор ансамбле туплап, Шаранда үткәрелгән республика туй йолалары фестивалендә ҡатнашты һәм III дәрәжә лауреат исеменә, фестивалдең махсус дипломына һәм бүләгенә лайыҡ булды.

Ике ауыл араһындағы дуҫлыҡ күперҙәре өҙөлмәһен. Күмәк ижад емештәре өлгөрөп торһон. Яңынан яңы үрҙәр яуланһын!

Читайте нас: