+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
21 Февраль 2019, 19:37

Икеһенә бер яҙмыш

Иҫ киткес байрам да инде шул алтын туй тигәндәре! Ике йөрәк ҡушылып, бер ғүмер кисерә.

Иҫ киткес байрам да инде шул алтын туй тигәндәре! Ике йөрәк ҡушылып, бер ғүмер кисерә. Бер шатлыҡ һәм ҡайғы, бер һулыш һәм йөрәк тибеше, бер мөхәббәт һәм бер яҙмыш.

50 йыл элек улар бер-береһенә: “Мәңгелеккә һөйәм”, – тигәндәр. Был ике һүҙгә һәр саҡ бер-береңә ярҙам итеү, яҙмыш биргәнде уртаҡ бүлеү мәғәнәһе ингән.

Ауылыбыҙҙың хөрмәтле ғаиләһе – Валентина һәм Юрий Никифоровтар (фотола) – был матур көндө лайыҡлы, дәрәжәле һәм ғорурлыҡ менән үткәрҙе. Хатта аталарының исемдәре лә бер уларҙың– Константин!

Ғәҙәттәгесә, тантана ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Алексей Артикуленко етәкләгән “Рябинушка” рус йыры ансамбле уларға бик күп моңло йырҙарын бүләк итте. Һәм, әлбиттә, сараға махсус килгән Оло Йәнгәрәй ауыл клубының сыуаш фольклор коллективы сығышын юбилярҙар бик һөйөнөп ҡабул итте.

Ауыл биләмәһе башлығы Флүзә Ғафурова был парға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

...Туғандары менән айырылышып, балалар йортона эләккән
9 йәшлек малай үҙен ғаиләле булып, бәхеткә ирешеп, шундай тантаналы шарттарҙа алтын туйҙар үткәрәсәген күҙ алдына ла килтерә алмаған, әлбиттә. Юрийға тормошонда күпте кисерергә тура килә.

Ул Суҡҡул ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе сабый булып тыуған. Һуғыштан һуңғы йылдар ауырлығы ғаиләләге биш бала елкәһенә төшә.

Йәшләй атаһын юғалта, әсәһе лә мәрхүм була. Әсәһен шундай йылылыҡ менән иҫкә ала ул. Ә атайын насар хәтерләй. “Әсәй ауылдың иң сибәр ҡатыны ине. Бик таҙа, беҙҙе яҡшы ҡарай, тәмле бешерә ине”. Әсәйҙәре үлеп киткәс, уны һәм ҡусты Вячеславты оҙаҡҡа айыралар. Юрийҙы Архангельскиҙағы балалар йортона, кесеһен Күмертауға оҙаталар.

Балалар йортонда үткәргән йылдарҙы Юрий бик тулҡынланып, күҙҙәренә йәш тулып иҫкә ала. Яҡындарынан ситтә саҡта ни генә үтмәй башынан. Үҙе һөйләй, ә ирендәре ҡалтырый... Ләкин ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йөрәге ҡатмай. Тормоштоң тәмен белергә, кешеләрҙе яратырға һәм бер ҡасан бер кемгә хыянат итмәҫкә өйрәнә.

Ауылына ҡайтҡас, өйләнә, туғанын юллап таба. Юрий яратҡан ҡыҙын да күрше Ялан Шишмә ауылында осрата.

Валентина шулай уҡ күп балалы бик татыу, ҙур хужалыҡлы ғаиләлә тыуған. Уға, ғаиләлә өлкәне булараҡ, атай-әсәйенә яр-ҙам итергә тура килгән. Серафим төҙөлөш училищеһын тамамлағас, Октябрьский ҡалаһы объекттарында штукатур-маляр булып эшләгән.

1968 йыл Юрий һәм Валентина тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Яңы йыл төнөндә Юрий Ялан Шишмәгә иптәше янына килә һәм үҙенең Валентинаһын осрата.

Ғүмер иткән йылдарын иҫкә алғанда, Юрий һәм Валентина йәшәреп киткән төҫлө, күҙҙәрендә бәхет нурҙары уйнай. Ни тик-лем һөйөнөс, бәхет күренде был күҙҙәрҙә, ә бит был парға бик күп һынауҙар аша үтергә тура килә. Яҙмыш уларҙы ҡайҙарға ғына ташламаған! Үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, сит теле менән алыҫ Ҡаҙағстан, торлаҡ, эш эҙләүҙәр... Һынауҙарҙы улар ҡыҙҙары Светлана һәм Надежда менән кисергән. Һәм бына инде 40 йылдан артыҡ Никифоровтар ғаиләһе Спартак ауылында йәшәй, бында кинйә улдары тыуа. Улар – яуаплы һәм тырыш булыуҙары менән ауыл халҡының ихтирамын яулаған хөрмәтле кешеләр. Валентина төҙөүсе һөнәрен ашнаҡсыға алыштырырға мәжбүр булыуын иҫенә төшөрә.

Күпте кисереп, саф һөйөүҙәрен алтын туйға тиклем һаҡлаған Юрий һәм Валентина бәхетлеме икән?

Бәхетле, тип уйлайым! Үтеп киткән йыл тағын бер ваҡиға менән иҫтә ҡалыр, моғайын. 12 июль, ғаилә башлығының тыуған көнөндә сиркәүҙә никахлашҡан улар. Балалары, ейәндәре, бөтә туғандары йыйылған ине. Балалары төшөргән фотоһүрәттәргә ҡарап, был кешеләрҙең бәхетенә һөйөнөп бөтә алмайһың.

Нисек һөйөнмәйһең инде?! Шундай ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Ҙурыһы Светлана Надымда табип булып эшләй, Надежда – Бәләбәйҙә банкта бухгалтер. Кеселәре Александр өйләнеп, Бәләбәйҙә ғүмер итә. Ә нисек хисләнеп һөйләй улар ейәндәре тураһында! Юрий һәм Валентина яҡшы күршеләре, дуҫтары һәм ауылдаштарының иғтибарын, ихтирамын тойоп йәшәй.

Улар бик татыу, ныҡлы, матур ғаилә ҡора алған. Ә иң ҙур байлыҡтары – уларҙың балалары.

Читайте нас: