Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләгән йылда уның тормошона һәм ижадына арналған «Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» республика әҙәби-педагогик конкурсы уҙҙы. 12 февралдә Өфөлә конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм
еңеүселәр бүләкләнде.