+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
31 Ғинуар 2019, 18:48

“Рәхимле булығыҙ!”

Электрон киң мәғлүмат сараларында Башҡортостандағы Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 11 йәшлек Камилла Бәшированың “Рәхимле булығыҙ” йырына тетрәндергес клип төшөрөүе тураһында яҙалар.

Электрон киң мәғлүмат сараларында Башҡортостандағы Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 11 йәшлек Камилла Бәшированың “Рәхимле булығыҙ” йырына тетрәндергес клип төшөрөүе тураһында яҙалар. Был йыр уның бала саҡтан ДЦП-ға ҡаршы көрәшеүсе бер туған ағаһына бағышланған.

Ҡыҙ бала беҙҙең йәмғиәттә инвалидтарҙың тормошо ни тиклем
ауыр булыуын аңлай. Клиптың сценарийын “Рәхимле булығыҙ” проектын әҙерләгән Юлиана Бәширова яҙған. Проекттың үҙ йыры булырға тейеш, шулай итеп клип төшөрөргә ҡарар иткәндәр. Көйөн танылған композитор һәм аранжировкасы Илдус Дәүләнов ижад иткән. 2-се музыка мәктәбенең вокал-эстрада бүлексәһендә уҡыусы Камилла йырҙы өйрәнгән. Сюжет ғаилә тормошондағы ысын ваҡиғаларға нигеҙләнгән, унда бик күп балалар төшкән. Уңыш ҡаҙанғандар – “youtube”та 6,5 меңдән ашыу кеше ҡараған! Йырҙы һәм клипты V төбәк-ара “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” балалар ижады фестивале баһалама ағзалары юғары баһалаған. Камилла фестиваль финалына сыҡҡан, уны Өфө Конгресс-холлына йомғаҡлау концертына саҡырғандар.

– Клипты күп тапҡыр БСТ, “Туған тел”, “Россия 24” каналы күрһәтте инде, – ти балалары өсөн ғорурланып Эльвира Бәширова. – Грант аҡсаһы Юлианаға аппаратура һатып алыу мөмкинлеге бирҙе – компьютер һәм музыка үҙәге, буяуҙар, ҡағыҙ һәм байрамдар уҙғарыу өсөн башҡа кәрәк-яраҡ. Тағы бер клип, Яңы йылдыҡы әҙер. Юлиананың сәләмәт һәм ауырыу балаларҙы берләштереү теләге тормошҡа ашҡанға һөйөнәм. Һәр ғаиләнең үҙ мәшәҡәте, ҡыйынлыҡтары. Әммә иң ҡурҡынысы – ауырыу бала. Ҡыҙғанысҡа, инвалид балалар арта. Мин әсәһенең ҡулындағы ундай баланы беренсе ҡараштан уҡ аңлап алам, уларҙың кисерештәрен, нимәләр үтәсәген беләм. Булаттың аяҡтарына ике йәшенән башлап даими рәүештә операция яһайҙар: ҡалғандары эшләһен өсөн, “үле” мускулдарҙы ярып ебәләр. Шул сәбәпле улым йөрөй ала, юғиһә, миңә ул аяҡҡа баҫмаясаҡ, инвалид коляскаһында буласаҡ тинеләр. Бындай операцияларҙы 25 йәшкәсә яһау мөмкин, унан уның үҫеше туҡталасаҡ. Беҙ Тулаға барабыҙ. Ауырыу бала тәрбиәләнгән ғаиләлә аҡса мәсьәләһе лә ауыр. Аҡса күп кәрәк, әммә мин бер ваҡыт, ярҙам һорап, “Пакер”ҙа ғариза ҡалдырҙым. Миңә Розалия Ноғманова шалтыратты, предприятиеға саҡырҙы. Унда мин уларҙың етәксеһе Марат Мирсәйет улы менән осраштым, кабинетта түгел, ашханала, сәй табыны артында. Шул замандан башлап, улар беҙгә даими ярҙам итә, матди яҡлап ҡына түгел, кәңәше менән дә. Кеше һинең хәлеңә инә, нимә эшләргә кәрәген өйрәтеп ебәрә ала икән, был бик мөһим.

– Иң мөһиме – өмөтһөҙлөккә би-релмәҫкә, мөғжизәгә, яҡшы кешеләргә ышанырға. Һәм ауырлыҡтарҙан ҡу-рыҡмаҫҡа. Һуңынан уларҙың беҙҙе сыныҡтырыуын аңлайһың. Күптәр бындай бәләгә тарыһа, үҙ-үҙенә йомола, тура мәғәнәлә балаларын ҡурсалай – өйҙә тота, улар өсөн ҡурҡа, ә ҡайһы берәүҙәр, мин ундайҙарҙы беләм, уларҙан ҡыйынһына хатта. Минең ундай кешеләргә әйтер һүҙем бар: өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, тырышығыҙ, ышанығыҙ. Ышанығыҙ һәм алға барығыҙ. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Беҙҙең өлөшкә төшкән бәлә-ҡазалар – беҙ еңеп сығырға тейеш һынауҙар ул. Ауыр саҡтар була, әлбиттә, әммә үҙ йөгөң ауыр булмай, кем әйтмешләй, хәрәкәттә – бәрәкәт. Алла бар, иңдәребеҙҙә беҙҙе һаҡлап йөрөткән фәрештәләр бар һәм тирә-йүнебеҙҙә яҡшы кешеләр бар. Минең ғаилә өсөн – Ноғмановтар. Розалия менән шундай рәхәт миңә, ул йомшаҡ, күңелде үҫтерә белә.

Эльвира менән һүҙебеҙҙе туҡтатып торорға тура килде, сөнки Булат менән төпсөктәре Латифа сығып китергә йыйынды. Булат әҙер, ҡыҙ бала кейенә, ағаһы уны ашыҡтыра. Беренсе класта уҡыған һеңлеһен тренировкаға оҙата. Был кескенә ҡурсаҡ самбо менән шөғөлләнә.

– Күптән түгел, – ти Эльвира, йылмайып, – тренер Ренат Муса улы Ахунйәнов шылтыратты, шәмбе көндө ярыштарға саҡырҙы. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға спонсорҙар самбосы костюмдары өләшәсәк, тине. Ә ул бик ҡиммәт. Беҙ барыбыҙ ҙа шатландыҡ. Яҡшы кешеләр бихисап күп арабыҙҙа. Юлиана “Спартак” спорт-һауыҡтырыу комплексында, “Плаза”ла сара үткәргәндә бик күптәр ярҙам ҡулы һуҙҙы. Күптәнге танышыбыҙ, эшҡыуар Резеда Мирхабетдинова йыл һайын балалар өсөн байрамдарға бүләк яһай.

– Өлкәндәр ҙә мөғжизә көтә. Ғаиләбеҙ бер нисә йыл көткән бүләкте алаһы ине беҙгә. Күп балалы һәм инвалид балалы ғаиләләргә ер бүленгән 32-се микрорайонда беҙ йорт төҙөнөк. Ул йылы, ялдарыбыҙҙы шунда үткәрәбеҙ, тик бөтөнләйгә күсә алмайбыҙ. Унда юл юҡ. Бөтөнләй юҡ. Ямғырҙар башланһа, яҙлы-көҙлө машина менән дә, йәйәү ҙә үтмәле түгел, Булатҡа бигерәк ауыр. Ҡом-таш юл тураһында хыялланабыҙ. Беҙҙең ғаилә генә түгел, башҡа күршеләребеҙ ҙә. Кеше ышанмаҫлыҡ: бар үткәргестәр һалынған, йорт төҙөлгән, йәшәй алмайбыҙ. Фатирҙа күсмә хәлдәбеҙ, сығып китеп, уны һатаһы ғына ҡалды, аҡсаһына өйҙө эшләп бөтөрәһе, мунса, гараж төҙөтәһе, ҡойма ҡуйҙыраһы ине. Был хәл оҙаҡҡа һуҙылды, ҡыҙғаныс. Хакимиәт башлығы Алексей Шмелевҡа шәхсән мөрәжәғәт итәһем килә. Балалар һәм өлкәндәр исеменән. Юл мәсьәләһендә. Күптән көткән юл беҙҙең өсөн мөғжизәгә тиң хәҙер. Киләһе йылда барыһы ла тормошҡа ашһын һәм балалар менән яңы йортҡа күсә алһаҡ ине тип хыялланабыҙ.

Күңелһеҙ сәхифәләрҙән арынып

Эльвира Бәширова улының ауырыуы тураһында белгән күңелһеҙ миҙгелдәрҙе ҡайһы саҡ иҫенә төшөрөп ала: “Ирем Төньяҡта. Юлиана кескенә. Мин Булатты ҡосаҡлап, табиптарға йөрөйөм, уның әле бер, әле икенсе сире асыҡлана. Йәшәйһе килмәгән саҡтарым да булды. Тик мин булмаһам, балаларым ни эшләр? Минең ауырыу улым кемгә кәрәк? Уны нимә көтә? Үҙемде туҡтаттым. Уның хәлен яҡшыртырға, дауаларға ҡарар иттем.

Бына уға 20 йәш, ул үҙ аяғында йөрөй, бәләкәстәрҙе ҡараша. Булат булмаһа, бындай ишле ғаиләлә булмаҫ ине. Мин дә башҡалар кеүек уйлай инем: “Ике-өс бала еткән”. Әммә Булат тыуғас, уның тирә-яғында тыуғандары, яҡындары күп булырға тейеш тип уйланым. Ул өйҙә уҡыһа ла, тирәһендә баҡсаға, мәктәпкә йөрөгән балалар булды. Улар яңылыҡтар, тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Булатты “мыйыҡлы бағыусы” тип йөрөтәбеҙ, ул кескәйҙәр тураһында шундай итеп ҡайғырта! Дауаханала ятҡанда уларҙы гел һорашып, ҡыҙыҡһынып тора.

Быйыл ғаиләлә ҙур ваҡиға – Йәмил кадет училищеһына уҡырға инде. Ул хәрби хеҙмәт тураһында хыялланды, спорт менән шөғөлләнде, ГТО тапшырҙы, яҡшы уҡый, инглиз телен ныҡлы өйрәнде. Быйыл уны Ырымбурҙағы өлгөлө һаналған беренсе Президент кадет училищеһына ҡабул иттеләр. Йәмил бүлексә командиры, уның ҡул аҫтында алты кеше, ул шунда уҡ олоғайып китте. Булаттың беҙҙең менән бергә шатланғанын күрһәгеҙ икән! Балаларҙың клипта төшөүе нисек мауыҡтырғыс булды! Юлиана проекты буйынса уларҙың осрашыуҙарҙа ҡатнашыуы ла бик ҡыҙыҡ. Улар һәр саҡ бергә.

Улыма хөкөм ҡарары сығарған һәм өмөтһөҙ ауырыу тигән ҡарашлы кешеләрҙе иҫкә лә алаһым килмәй. Бөгөн ошо хәлгә тарыған ата-әсәләргә әйтәһе һүҙем шул: ҡурыҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ, хатта ярҙам күрһәтеүҙән баш тартһалар ҙа. Кемдер беҙҙе аңлай, кемдер – юҡ, мөмкинлектәр ҙә төрлө. Улар ҙа кеше, был минутта нимәләр кисереүен белмәйбеҙ. Ситтән ҡарағанда ғына барыһы ла ал да гөл тойола. Иртәме-һуңмы һеҙҙе аңлаясаҡ һәм ярҙам итәсәк кеше табыласаҡ.


Читайте нас: