+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
31 Ғинуар 2019, 18:43

Ляхов усадьбаһында үҙгәрештәр

Борис Ляховтың Спартак ауылындағы усадьбаһына быйыл 110 йыл булды.

Борис Ляховтың Спартак ауылындағы усадьбаһына быйыл 110 йыл булды. Йорт ябай стилдә төҙөлгән: балконды тотоусы аҡ колонналар ике ҡатлы бинаның көньяҡ һәм төньяҡ яҡтарында урынлашҡан, тәҙрәләр – аркалар, бейек ишектәр, паркетлы иҙән. Подвалда аш һәм икмәк бешереү бүлмәләре, беренсе ҡатта ҡунаҡтар һәм ҡабул итеү бүлмәләре, зал, хеҙмәтселәр өсөн бүлмә, икенсе ҡатта йоҡо бүлмәләре урынлашҡан. Өй эргәһендә ярҙары плитә менән ҡаплатып алынған тәрән быуа ҡаҙылған. Парк зонаһы ла классик стилдә яһалған булған: газон, ағас-ҡыуаҡтар тигеҙләп ҡырҡылған һәм линияға ултыртылған.

Ситтәрәк кирбес заводы (бүтән биналар үҙҙәренең кирбестәренән төҙөлгән), электр станцияһы, водокачка, идара ителеүсе, нәҫел бейәһе һәм айғырҙары өсөн ат һарайы.

1918 йыл башында революциянан һуң имение халыҡ байлығы тип иғлан ителә, ә өйҙә Петроградтан килгән йәтим балалар йорто асыла.

Борис Ляховтың 1941 йылда Ҡырғыҙстан төрмәһендә судһыҙ атып үлтерелеүе мәғлүм. Быға тиклем Урта Азия аттар заводы мөдире булып эшләгән.

1932 йылда йортта ауыл клубы урынлашҡан, подвалында “Спартаковец” совхоз газетаһы типографияһы урынлашҡан. Ә 1958 йылда яңыртҡандан һуң – совхоз конторы. Шуның менән бергә бинаның тышҡы күренешен һаҡлап, эске бүлмәләр урынлашыуын ғына үҙгәрткәндәр. Йыһаздарҙан трюмо һәм яҙыу өҫтәле ҡалған. Уның артында Борис Ляхов ҡына түгел, совхоз директоры ла эшләгән. 2008 йылдан бина буш тора. Йылылыҡһыҙ һәм утһыҙ. Бина ла, тирә-яғы ла ташландыҡ ҡиәфәттә. Ҡулдары тик тормағандар тәҙрәләрен емереп, әйберҙәрен ташыған.

Капиталь ремонт бик күп аҡса талап иткән. Ә Спартак йәмғиәте һәм Спартак ауыл Советының ундай аҡсаһы булмай (һөҙөмтәлә Ляхов усадьбаһының бөтә биналары уларға күсә). Ауыл Советы хакимиәте бөтә кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереп, колонналы уникаль ҡоролмаларҙы төҙөкләндереүгә ҡағыҙҙар тултырып, уның республиканың мәҙәни мираҫ объекты булыу-булмауын белеү өсөн БР Мәҙәниәт министрлығына запрос ебәргән. Ыңғай яуап килгән килеүен. Ләкин ярҙам булмай.

Әле, һөйөнөскә, хәл бөтөнләй үҙгәргән. Усадьба биналарының береһендә инде байтаҡ йылдар почта, һаҡлыҡ банкы, күптән түгел унда Бекет ветлечебницаһының филиалы урынлашҡан (арендаға тапшырылған). Улар үҙ көстәре менән косметик ремонт яһаған.

Элекке идаралыҡ өйөнән сиркәү булдырғандар. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк – иғәнәгә. Уны тейешле ҡиәфәткә индергәнсе, эштәре күп әле. Ләкин бында үҙ теләге менән эшләүсе староста Любовь Семёнова һүҙҙәренә ҡарағанда, бында ғибәҙәт ҡылалар инде. Намаҙҙарҙы, мәрхүмдәр рухына уҡыуҙарҙы йәкшәмбе Бәләбәй ҡалаһының Изге Никольский храмынан килеп үткәрәләр. Хорҙы Приюттан саҡыралар.

Бындағы эштәрҙең барышын һөйләгәндә Любовь Николаевна ауыл халҡының һәм башҡаларҙың да индергән өлөшөнә баҫым яһаны. Сиркәү советы үтенесе буйынса изге эшкә битараф булмаған бик күп кеше ярҙамға килгән – ремонтмы ул, тирә-яҡты таҙартыу эштәреме. Мәҫәлән, Николай Денисов ут үткәргән, Абдуллино ҡалаһынан килгән бригада – йылы индергән. Әлеге ваҡытта Виталий Перфильев алтарҙы шымартыуҙы тамамлай.

“Спартак-Агро” һәм “Пионерск” йәмғиәттәре ҙур ярҙам күрһәткән. Был хужалыҡ етәкселәре аңлаусан ҡараш күрһәткән. Ауыл Советы хакимиәте лә ситтә ҡалмай. Ул ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамлаша. Мәхәллә кешеләре аҡсаларына йылытыу системаһы кәрәк-яраҡтарын ҡайтарғандар. Сиркәүҙең үҙендә тәҙрәләрҙең бик күп булыуы күҙгә ташлана. Былар барыһы ла бүләк. Шулай, Людмила Трофимова хәйергә 7 ҙур сағыу тәре биргән; Василий Бабенко – Ҡазан Бөйөк Әсә тәреһен; Грециянан Евросоюз ағзалары – “Панагия” Изге Әсә иконаһын (1300 йылдан артыҡ).

Территорияны яҡтыртыу мәсьәләһе әлегә ҡалып килә, киске ғәйеттән һуң ҡараңғы була. Мәхәлләгә йөрөүселәр махсус хеҙмәттәр быны ла хәл итергә ярҙам итерҙәр, тип ышана.

Ә төп йортто “Спартак-Агро” йәмғиәте һатып алған. Быға спартаклылар һөйөнөп бөтә алмай. Ауыл халҡы был үтенес менән хужалыҡ етәксеһе Рауил Аҡбәровҡа мөрәжәғәт иткән һәм ул уйҙарын хуплап ҡаршы алған. Тарихи бина яңы һулыш аласаҡ. Ремонт эштәре барышы менән ауыл биләмәһе башлығы Флүзә Ғәфүрова таныштырҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, түбәне алыштырғандар, тәҙрә һәм ишектәр ҡуйылған, бинаның тышы һәм ҡалған урындары штукатурланған. Бөгөн 2 млн һумдан ашыу аҡса тотолған. Хужалыҡ етәкселәре бинаның эсен элекке ҡиәфәткә килтереп, быуаны таҙартып, территорияны төҙөкләндерергә ниәтләй. Шулай итеп, эштәре бик күп әле. Тимәк, мәҙәни мираҫ объекты һаҡланып ҡаласаҡ.

Спартак мәктәбе уҡыусыһы Альберт Арыҫлановтың тикшереү эше (2016 йыл) файҙаланылған, етәксеһе Ольга Нәбиуллина.
Читайте нас: