28 ноябрҙә Әлшәй районының Раевка ауылында үткән V бәйетселәр төбәк фестивале шулай аталды. Тамашасыларға бәйгеселәр башҡарған халыҡ бәйеттәрен, ҡобайырҙарын тыңлап хозурланыу мөмкинлеге бирелде. Фестиваль бәйет һөйләү традицияларын, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады жанрҙарын тергеҙеү һәм һаҡлау, үҫеп килеүсе быуынды сәсәнлек, импровизаторлыҡ сәнғәте нигеҙҙәренә өйрәтеү һәм халыҡ ауыҙ-тел ижадына, уның сығанаҡтарына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелде.
Бәйгелә Әлшәй, Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә райондары сәсәндәре ҡатнашты. Уларҙың оҫталығын баһалаған жюри составында филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемедәге дәүләт премияһы лауреаты Розалия Солтангәрәева ла бар ине.
Эпос башҡарыусылар, бәйетселәр, шиғыр һәм йыр ижад итеүселәр ике йәш категорияһында - 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк төркөмдәрендә оҫталыҡта көс һынашты.
16 йәштән өлкәнерәк категорияһында беҙҙең район намыҫын Ҡаңны-Төркәйҙән Рәйсә Яҡупова һәм Фәриҙә Сәғәҙәева яҡланы. Улар икеһе лә – “Нәфис һүҙ” район конкурсы лауреаттары.
Йәше оло булыуға ҡарамаҫтан (9 майҙа 79 йәш тулды) Рәйсә Харис ҡыҙы ауылының, районыдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, башҡорт фольклорын яҡшы белә, китаптар, тыуған ер тураһында бик күп шиғырҙар авторы ул. 25 йыл инде Ҡаңны-Төркәй Мәҙәниәт йортоноң “Заһиҙә” фольклор ансабленә йөрөй. Боронғо әйберҙәрҙән торған шәхси музейын булдырған. Бейгелә “Башҡортостан ҡобайыры”, “Эй, Тыуған илкәйем” ҡобайырҙарын, “Саҡ менән Суҡ” бәйетен яттан һөйләне ул. Фестиваль йомғаҡтары буйынса Рәйсә Харис ҡыҙы “Оҫта ҡобайырсы” дипломына һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Хәким Ғиләжев исемендәге Ҡаңны-Төркәй мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Фәриҙә Сәғәҙәева “Урал батыр” эпосын яттан һөйләне.”Уҡытыусы-сәсән” дипломы һәм Розалия Солтангәрәеваның махсус призы -- “Башҡорт сәсәнлек мәктәбе”китабы менән бүләкләнде.
Сәсәндәрҙе лайыҡлы бүләктәре менән ҡотлайбыҙ, оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерәеҙ. Ижади уңыштар, дәрт-дарман, ирешелгәндәрҙә туҡтап ҡалмайынса, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.