+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
14 Ғинуар 2019, 18:41

Атайҙар шундай булһын ул!

Бынаөсөнсө йыл рәттән Туҡбирҙе ауылынан Валерий Мәүлиев үҙенең бәрәңге баҡсаһымайҙанында боҙ аренаһы яһап, ауыл балаларын һәм үҫмерҙәрен һөйөндөрә.

Бына өсөнсө йыл рәттән Туҡбирҙе ауылынан Валерий Мәүлиев үҙенең бәрәңге баҡсаһы майҙанында боҙ аренаһы яһап, ауыл балаларын һәм үҫмерҙәрен һөйөндөрә. Тиҙ арала боҙ майҙаны баҡалылар телендә “Туҡбирҙе-арена” тип исемләп тә ҡуйылды. Хатта яҡын-тирәләге йәштәрҙә лә был майҙансыҡ бик популяр.
Шәхси арена барлыҡҡа килгәнсе, Валерий Миңлеғәле улы балалары менән бергәләп йылғала тимераяҡта шыуа, хоккей уйнарға ярата. Ундағы ҡарҙы көрәк, һеперткеләр менән һәр ваҡыт таҙартып торорға тура килә. Вахта алымы менән Сорғот ҡалаһында эшләгәс, ауылдан айырылып торған арала, йылға боҙон ҡалын ҡар ҡатламы ҡаплап китә, ҡайтҡас тағы уны балалар менән таҙартыу эшенә тотоналар. Бер нисә йыл шулай эшләгәндән һуң, ғаилә башлығы үҙ өйөнә яҡын ерҙә боҙ майҙансығы яһарға була. Ишек алдындағы ҡойо һыуы ғына етмәгәс, өйҙән 30 метр алыҫлыҡтағы йылға һыуын ҡулланыу маҡсатында оҙон шланг, насос һатып ала һәм 10х20 размерындағы боҙ аренаһын төҙөп тә ҡуя Валерий Миңлеғәле улы. Балалары өсөн ваҡытын да, аҡсаһын да, көсөн дә ҡыҙғанмай.Шулай итеп, дүрт көн эсендә бортлы, “Салауат Юлаев, командаға ышанабыҙ!”, “Башҡортостан” кеүек сағыу яҙыуҙар менән биҙәлгән шыуыу һәм хоккей уйнау урыны барлыҡҡа килә.
Бөгөн боҙ майҙансығы Мәүлиевтарҙың балалары Василий, Анна һәм Семен өсөн генә түгел, ә ауылдағы барлыҡ малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың иң яратҡан урынына әүерелгән.Хатта унда башҡа ауылдарҙан да хоккей яратыусылар араһында иптәштәрсә осрашыуҙар үтә.Ғөмүмән, бында теләге булған һәр кем шыуырға килә ала, Мәүлиевтарҙың ишеге һәр кемгә асыҡ. Майҙансыҡ эргәһендә хатта сисенеү һәм кейенеү өсөн махсус будка,ә тимераяҡтарҙы һаҡлау һәм киптереү өсөн йылытылған мунса алды бар. Валерий Миңлеғәле улы махсус һатып алған 20 парҙан артығыраҡ төрлө үлсәмдәге тимераяҡ һәм хоккей таяҡтарын мохтаждарҙың һәр ҡайһыһына бушлай биреп тора. Боҙ майҙансығының тирә-яғы яҡты булһын, һәм балалар ҡараңғыға тиклем уйнай алһын өсөн, был көндәрҙә ғаилә башлығы прожекторҙар урынлаштырыу менән мәшғүл.
Мәүлиевтар, тормош иптәше Юлия Анатольевнаны ла индереп, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы фанаттары.Телевизорҙан бер генә матчты ла ҡалдырмаҫҡа тырышалар, Өфөгә уйын ҡарарға ла йыш баралар. Ысын хоккейсыларға хас булғанса, улдары Василий менән Семендың үҙ формалары бар, ә дүрт йәшлек Семаның шыуыуына һәр малай көнләшерлек!
В.Мәүлиевтың булдыҡлылығы хужалығынан да күренеп тора.Уның үҙ ҡулдары менән төҙөгән йорт ҡаралтылары шул тураһында һөйләй.
Валерий Миңлеғәле улы кеүек оҫта ҡуллы, изге күңелле, бала йәнле кешеләр күберәк булһа,өйҙә телефонға йә компьютерға текәлеп ултырып ҡына буш ваҡытын үткәргән балалар һәм үҫмерҙәр һаны кәмеп, ауыл урамдары элеккесә уларҙың саф һауала шау-гөр килеп уйнаған күңелле тауышына күмелмәҫ инеме икән?!.

Читайте нас: