-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
14 Ғинуар 2019, 18:45

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы онотмайыҡ!

17 декабрҙә Советтар Союзы Геройы Василий Ильич Утиндың тыуыуына 100 йыл тула.

17 декабрҙә Советтар Союзы Геройы Василий Ильич Утиндың тыуыуына 100 йыл тула.
Ул Бөгәбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Кушнаренко ауылында ауыл хужалығы техникумын тамамлай. 1939 йылдан 1940 йылдың ғинуарына ҡәҙәр Бөгәбаш тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытыусы, унан һуң район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй. 1940 йылдың 15 ғинуарында армияға алына һәм СССР эске эштәр халыҡ комиссариаты ғәскәрҙәренә ебәрелә.
СССР эске эштәр халыҡ комиссариаты ғәскәрҙәренең Украина ССР-ының эске эштәр халыҡ комиссариатының 2-се сик буйы отрядының 14-се сик буйы заставаһында сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Армияның Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға азат итеү походтарында ҡатнаша. 1940 йылдың 28 июнендә полкташтарынан беренсе булып Днестрҙы кисә һәм элекке Румыния ярына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай.
1941 йылдың апреленән 3-сө сик буйы комендатураһының ВЛКСМ бюроһы секретары, ә майынан алып сик буйы заставаларының береһендә политрук урынбаҫары булып тора.
Һуғыштың беренсе көндәреннән үк фронтта була. 1941 йылдың декабрендә разведка төркөмө составында яҡташыбыҙ Донецк өлкәһенең Софьино-Раевка ситенә үтеп инә, дошман казарма итеп биләгән ике ҡатлы йортҡа һиҙҙермәй генә яҡынлаша һәм тәҙрәһенә граната ырғыта. Унан һуң ундан артығыраҡ фашисты дөмөктөрә. Ҡыуалаусыларға ата-ата,үҙенекеләр яғына барғанда, пулемет күреп ала. Һиҙҙермәй генә барып, бер пулеметсыны үлтерә, икенсеһен әсирлеккә ала.
Һуғыштарҙың береһендә политрук ярҙамсыһы флангыларҙың береһендә яңғыҙы ғына була. Ике сәғәт дауамында, янында миномет снаряды шартлағансыға ҡәҙәр, дошманға ут яуҙыра. Ярсыҡтар уның ҡулын өҙә. Әммә ул, көслө ауыртыуҙы еңеп, аяғүрә баҫа һәм ҡысҡырып өндәп алға ташлана, шуның менән полкташтарын хәл иткес атакаға күтәрә. Полк тарафынан һуғышсан бурыс үтәлә, әммә герой еңеү миҙгеленә тиклем йәшәй алмай - күкрәгенән үлемесле яралана, ул 1941 йылдың 10 декабрендә яуҙаштарының ҡулында һәләк була. Уға ни бары 22 йәш була.
Илебеҙ Василий Ильич Утиндың батырлығын юғары баһалай. СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1942 йылдың 23 мартында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Василий Утин сик буйы заставаһы составына мәңгелеккә индерелде, ул унда хеҙмәт иткән. 1964 йылда 94-се сик буйы заставаһына уның исеме бирелә. Донецк өлкәһенең Шахтер районы Камышатка ауылында В.И.Утинға һәйкәл урынлаштырылған, урындағы мәктәпкә уның исеме бирелгән. Герой Камышатка ауылының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
Тыуған Баҡалы районында төҙөкләндерелгән матур урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Район үҙәге паркындағы Геройҙар аллеяһында һәм Бөгәбаш ауылының үҙәк урамында иҫтәлекле стела урынлаштырылған. Михайловка мәктәбендә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың биографияһы һаҡлана. Уның исеме баҡалыларҙың мәңгегә хәтерендә.
Читайте нас: