-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
9 Декабрь 2018, 12:50

Гөрләп, шаулап үтте “Туй йолаһы”

Шаран районында күптән түгел шаулап-гөрләп “Туй йолаһы” фестивале үтте

Туй килә, туй, ауыл туйы
Ҡыңғыраулы аттарҙа.
Шул туйҙарҙан күңеллерәк
Ни бар беҙҙең яҡтарҙа?
Уйын-көлкө тирә-яҡта,
Урамдан йыр ағыла.
Йәше-ҡарты – бары сыға
Килен ҡаршы алырға.
Туй килә, туй, ауыл туйы,
Татыулыҡҡа ни етә!
Ике йәштең ҡауышҡанын
Бар ауыл байрам итә.
Лилиә Ғәлләмова.
Шаран районында күптән түгел шаулап-гөрләп “Туй йолаһы” фестивале үтте. Байрамға, алыҫ араларҙы яҡынайтып, Башҡортостандан, Ырымбур өлкәһенән коллективтар, Силәбе, Омск өлкәләренән халыҡ кәсептәре оҫталары – 500-гә яҡын кеше килде.
Республикала беренсе тапҡыр үткәрелгән сарала ижади коллективтар, фольклор ансамблдәре етәкселәре, ғаилә ансамблдәре ҡатнашты. Унда халыҡ ижады һәм боронғо ғаилә традициялары байлығын күрһәткән туй йолалары күрһәтелде. Эйе, башҡорттоң туй йолаһы ифрат ҡатмарлы, тәрән йөкмәткеле. Уның һәр эпизодында бик боронғо аң ҡатламы, мифологик белемгә бәйле мәғлүмәт һеңеп ҡалған.
“Һәр ерҙә милләт үҙ ҡануны менән йәшәгәндәй, төрлө төбәктең үҙенә генә хас туй йолаһы бар. Унда ер-һыу, тормош-көнкүреш, һөйләш-тел үҙенсәлектәре генә түгел, этнопсихологик фактор, йәнә аш-һыу, кейем-һалым, йыр-бейеү һәм башҡа мәҙәниәт тә сағыла. Шуға ла туй йолаһы ырыу-ара билдәләре менән дә, хатта ауыл-ауылы менән дә айырылып тора. Әммә туйҙың төп идеяһы – тормошҡа, донъя барышына, камиллығына ныҡлыҡ өҫтәү, тыуым-үрсемде ишәйтер өсөн маҡсатлы, тәғәйен тыуған яңы ғаиләне бәрәкәтле итеү һәм мөмкин тиклем уны ҡурсалау. Шуға ла, күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн тамға-символдар менән ҡатмарлы итеп биҙәлгән бетеү кеүек, туй йолаһы ла – ифрат ҡатмарлы, күп биҙәкле, баҫҡыслы күренеш. Донъя нисек оҙайлы, ҡат-ҡат төҙөлә һәм унда ниндәй көстәр ярыша, ҡатнаша – шундай уҡ сакраль фекер, сер, код аналогияһы туйҙа сағыла. Оҙаҡ, ҡат-ҡат төрлө йола, уйын, йыр менән биҙәлеп, ваҡыт – арауыҡ – урын төшөнсәләрен бәйләп, бер итеп, илау, көрәшеү, ярышып сабышыу һәм башҡа эмоциялар менән тормош ҡанундарын, йәшәү барышын ауазландырып төҙөлгән ул туй йолаһының донъя моделе”, – тип билдәләп үтте Розалия Солтангәрәева.

Туйҙың һәр йолаһы тәрән мәғәнәгә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Уларҙы аңлау өсөн тарихты ла, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә, фольклорҙы ла белеү мотлаҡ. Сөнки ябай ғына күренештең дә үҙ аңлатмаһы бар. Мәҫәлән, ҡыҙ һоратып яусы ебәреү. был бурыс борондан үткер һәм йор телле кешегә йөкмәтелгән, сөнки килешеүҙең һөҙөмтәһе тап унан тора.
Мәҫәлән, сеңләү йолаһы – атай йортонан киткән ҡыҙҙың ҡайғыһын, һағышын белдереүсе бер күренеш. Әммә уның нигеҙендә ҡыҙҙың хисен, хәлен белдереү хәжәте генә түгел, ә илау магияһы, күҙ йәшенең тылсымлы, таҙарындырыусы булыуы, ырыу тотемдарының күңелен күреү сараһы ла ята. Яңы статусҡа күскәндә “үлеп-терелеү” мотивы күҙәтелә. Шуға ла еңгәләр ҡыҙҙарҙы хатта махсус семетеп илатҡан. Ҡыҙ яратҡан кешеһенә барһа ла! Сөнки йола шулай ҡуша, мифик белемгә бәйле ата-баба аҡылына таянған йола тап бер кеше күңелен генә түгел, ә ил хәстәрен барлай. Туй эпизодтарының һәр береһе тураһында айырым һөйләргә мөмкин, фестивалдә улар үҙе бер тамаша булып сағылыш тапты.
Сәхнәгә сыҡҡан һәр коллектив, борондан килгән туй йолаларына ҡағылышлы күренештәрҙе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ итеп сағылдырҙы. Әйтергә кәрәк, бер генә коллектив та бер үк темаға ҡараған, аналогик булған йоланы башҡарманы, киреһенсә, улар бер-береһен тулыландырып, байытып, хронологик бер тәртиптә барҙы.
Борон туйҙар яусы йөрөүенән башлап түркенгә (ҡыҙ атай йортона ваҡытлыса ҡайтып килә) тиклем барған һәм ҡыҙҙы оҙатып алғансы йылдар үткән. Һәр йоланы – ҡот сабыу, ҡоҙа һыйлау, теләк әйтеү, һандыҡ һатыу, егет һынау, ҡыҙ һынау, һыу юлы, кейәүләү, түшелдерек һатыу һәм башҡаларын сығыш яһаусы коллективтар оҫта башҡарҙы.
Гөлгөнә Баймырҙина, республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе: “Шәжәрә байрамдарын республикаға алып сыҡтым, ул дәүләт кимәлендә күтәрелеп, хупланды. Башҡортостан буйлап йыл һайын үткәрелеп килә. Туй йолаһы ла бик кәрәкле, ул ғаиләләрҙе, балаларҙы тәрбиәләй. Боронғо традицияларҙы һаҡлау буйынса иң мөһим йолаларҙың береһе”, – тип билдәләй.
Әйтергә кәрәк, “Туй йолаһы” проектының авторы Гөлгөнә Баймырҙина үҙе. Проектҡа килгәндә, ул ҙур баһаға лайыҡ тип билдәләнде.
Әлбиттә, һәр төбәктең үҙенә хас йолалары булғас, туйҙар ҙа төрлөсә үтә. Мәҫәлән, ҡайһы бер төбәктәрҙә килен һандығын еңгәләр һата, икенсе яҡта ҡәйнештәр, аҡса менән генә ҡотолормон тимә, үткер бәке кәрәк. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бөгөнгө туйҙың бик күп йолалары юғалыу өҫтөндә, йәштәр күп осраҡта мода артынан ҡыуып Европа стиленә эйәрә. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең халыҡтың ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле һәм йөкмәткеле йолалары юғалыу, бөтөү кимәлендә ҡала бара. Проекттың идеяһы ла бына ошо йоланы ҡабат тергеҙеү, яңыртыу, уға яңы һулыш биреү, йәш быуынға еткереүҙән тора.
Был күркәм сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылына бағышланды.
Бына, ниһайәт, ике көнгә һуҙыл-ған туйҙарҙың хушлашыр сәғәттә-ре лә һуҡты. Тулҡынландырғыс һәм онотолмаҫлыҡ минуттар… Сәхнә түренә иң сағыу номерҙар сыға бара, туй ҡыҙа. Фестивалгә килгән һәр коллектив көслө, жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайларға ла ауыр булғандыр. Гөрләп үткән Гала концерттан һуң сәхнә түрендә Башҡортостан Республикаһы Мә-ҙәниәт министрлығынан Рәнис Алтынбаев, Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин сығыш яһаны.
Дәүләкән районынан "Дим" ансамбле (етәксеһе К. Миңлеғолова) фестивалдә Гран-при яуланы, ә беренсе урында – Шарандың "Нағыштар" фольклор коллективы (етәксеһе Р. Дәүләтова). Шулай уҡ 2-се һәм 3-сө дәрәжә лауреаттары һәм “Туй йырҙары”, “Туй таҡмаҡтары”, “Ғаилә ҡото”, “Уйын-туй биҙәге”, “Ерле йола ҡиммәте”, “Туй уйындары”, “Туй бейеүҙәре” һәм башҡа номинация еңеүселәре билдәләнде.
Бәйгенең икенсе көнөндә унда ҡатнашыусылар өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, уның темаһы: “Урал-Волга буйы төбәге халыҡтарының туй йолаһы”. Түңәрәк өҫтәлде республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Нәфисә Тулыбаева алып барҙы. Шунда уҡ ижади коллективтар етәкселәре өсөн семинар ҙа үтте.
Сараның иң күңелле “Киске уйын”ы, ысын мәғәнәһендә кискә ҡалды. Оло йәштәге ағинәйҙәр таҡмаҡ әйтеп йәштәрҙе бейетте. Ҡурай һуҙып, гармун, баян тартып торған ағайҙар барында нисек бейемәҫкә, ситтән ҡарап торған жюри ағзалары ла, түҙмәне, бейергә төштө. Киске уйынды Розалия Солтангәрәеваның “Ҡот ҡойоу” әйтеш-бейеүе менән тамамланыҡ.
Туй һыйҙары милли аш-һыуҙары күргәҙмәһен жюри ағзалары менән бер рәттән “Тәмле” программаһын алып барыусы Венер Камалов баһаланы.
Жюри составына мәртәбәле, ихтирамлы шәхестәребеҙ – ғалим-фоль-
клорсылар һәм мәҙәниәт белгестәре: жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы, фольклор-этнограф, 400-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева; драматург, шағирә, композитор, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөһрә Фәйзуллина; БР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле балетмейстеры Риф Ғәбитов; мәҙәниәт йорто директоры, шағир, сценарист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт
хеҙмәткәре Марс Сәйетғәлин; респуб-лика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Туй йолаһы” фестивале проекты авторы Гөлгөнә Баймырҙина инде.
Фестивалдең ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Шаран районы хакимиәте.
Ҡатнашыусылар фекеренсә, бындай сарала еңеү мөһим түгел. Төп маҡсат – боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү.
Читайте нас: