+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
7 Декабрь 2018, 19:34

Полиция хеҙмәткәрҙәре хөрмәтенә

Уларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлаусылар сәхнәгә сыҡты. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова билдәләүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәре йәмғиәтте енәйәтселәрҙән һаҡлау буйынса көндәлек хеҙмәтен уңышлы башҡара

Уларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлаусылар сәхнәгә сыҡты. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова билдәләүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәре йәмғиәтте енәйәтселәрҙән һаҡлау буйынса көндәлек хеҙмәтен уңышлы башҡара.
– Полицияла бурысты, намыҫты һәм ғәҙеллекте беренсе урынға ҡуйған юғары квалификациялы белгестәр эшләүе һөйөндөрә, – тип билдәләне ул.
Район дауаханаһының баш табибы Айрат Хажиев полиция хеҙмәткәрҙәренә йылы ҡотлауҙарҙы еткереп, киләсәктә тығыҙ хеҙмәт-тәшлеккә өмөт белдерҙе.
Йылдағыса, Бүздәк эске эштәр бүлеге янындағы йәмәғәт советы рәйесе Данил Туҡтамышев ошо ойошманың эшенә йомғаҡ яһаны һәм “Иң яҡшы участковый-2018” номинацияһында Альберт Сибәғәтовҡа, “Иң яҡшы ДПС инспекторы-2018” номинацияһында Альберт Ҡотошевҡа иҫтәлекле бүләк һәм дипломдар тапшырҙы. Тантананың рәсми өлөшөндә Бүздәк районы эске эштәр бүлеге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция майоры Тимур Шәймөхәмәтов сығыш яһаны һәм тырышлыҡтары менән айырылған хеҙмәткәрҙәрҙе “Хеҙмәт отличиеһы өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Тантанаға бүлектең ветерандары ла саҡырылғайны. Уларға “Рәсәй Эске эштәр Министерствоһы енәйәтте тикшереү хеҙмәтенә 100 йыл” һәм “Рәсәй Эске эштәр Министерствоһы кадрҙар хеҙмәтенә 100 йыл” тигән иҫтәлекле билгеләр тапшырылды.
Ә унан һуң полиция хеҙмәт-кәрҙәренең һөнәри байрамдары хөрмәтенә концерт үтте.
Ижади коллективтар, солистар башҡарыуындағы йыр һәм бейеүҙәр уларға бағышланды. Балалар сәнғәт мәктәбенең “Ынйылар” ансамбленең кесе һәм төп төркөмө үҙҙәренең бейеүҙәрен бүләк итте. Элвин Грей репертуарынан “Ғаилә” йырын тантананың иң йәш ҡатнашыусыһы – Данил Имаев башҡарҙы. Ғафури мәҙәниәт йортоноң “Узорица” халыҡ фольклор ансамбле йыр бүләк итте. Раушания Ғилманова һәм Радмир Ғиниәтуллин сығыштары байрам кәйефе тыуҙырҙы. Рәмзиә Ғибашева, Илфир Хәлиуллин, Розалия Смакова башҡарыуындағы йырҙарҙы ла оҡшатты тамашасы. Йылдағыса, байрам концертының көтөп алған ҡунағы – МВД ветераны, полиция майоры Рәмил Сәйетгәрәев булды. Байрам аҙағында район Мәҙәниәт йортоноң вокал коллективы башҡарған “Яратығыҙ” йырына тантанала ҡатнашҡан һәр кем ҡушылды.
Читайте нас: