+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
7 Декабрь 2018, 19:39

Мендельсон маршы аҫтында

Район ЗАГС-ында мөхәббәттәрен һүрелдермәгән һәм бер-береһенә хөрмәт хисен оҙон-оҙаҡ йылдар – 50 йыл буйы юғалтмаған юбилярҙарҙы хөрмәтләнеләр

Алтын юбилейҙарын билдәләүселәр араһында – Зинфира һәм Рәсим Саҙиҡовтар, Алһыу һәм Вил Сабировтар, Зәнифә һәм Минзаһит Сибәғәтуллиндар. Был көндө никахлашыу тантанаһына яҡындары һәм туғандары менән Саҙиҡовтар һәм Сабировтар килде.
Йәрмәкәй ауыл Советы эштәре идарасыһы, шулай уҡ әлеге сараны алып барыусы Лүзиә Ғәйфуллина был парҙарҙың ҡауышыу тарихын һәм тормоштары тураһында һөйләне.
Саҙиҡовтарҙы районда яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Улар һәр ваҡыт кеше күҙе алдында булды. Рәсим Ҡәниф улы яуаплы етәксе вазифалар биләне, ә Зинфира Нәүши ҡыҙы район газетаһы редакцияһында эшләне. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара улар. “Районка”ның 15 майҙа сыҡҡан 39-сы һанында уларҙың алтын туйҙарына арналған “Ысын хистәр мәңгелек” исемле мәҡәлә сыҡты. Яҙманың авторҙары – геройҙарыбыҙҙың ейәндәре Морат менән Искәндәр – яҡындары тураһында оло мөхәббәт һәм ғорурлыҡ менән һөйләне. Юбилярҙарҙың ике ҡыҙы һәм дүрт ейәне бар. Улар балаларына яҡшы тәрбиә һәм белем биргән. Оло ҡыҙҙары Эльвира – район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге етәксеһе, тормош иптәше Рифғәт яғыулыҡ станцияһында эшләй. Нәфисә – Өфө ҡалаһы Өфө районының финанс идаралығы етәксе-хисапсыһы, Салауат “Баш-нефтестрой”ҙа хеҙмәт итә.
Бәхетле юбилярҙарҙың икенсеһе – Абделкәримдән Сабировтар.
Ауылдаштар булыуға ҡарамаҫтан, улар бер ни тиклем күрешмәй тора. Алһыу медицина училищеһын тамамлай, ҡайтып фельдшер булып эшләй. Ә Вил Түбән Тагилда Тау-металлургия институтында уҡый. Бер ваҡыт йәйге ялға ҡайтҡас, яҙмыш уларҙы урамда осраштыра. Ҡыҙға табан асыҡ зәңгәр күлдәк, ҡара салбар кейгән оҙон буйлы сибәр егет килә. Беренсе күҙ ҡарашы Алһыуҙың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала. Йәштәр араһында мөхәббәт бөрөләнә. Вил өс йыл дауамында хәрби хеҙмәтен Сахалин утрауында үтә. Яҙышып торалар. Ҡыҙҙың уҡыуын дауам иткеһе килә, Вил уға Карагандалағы медицина институтына инергә тәҡдим итә. Ул унда шахтала эшләй ала. Шулай эшләйҙәр ҙә. Өйләнешәләр. Шунда уларҙың ике улы – Рауил һәм Әнсәр тыуа. Әсәләре яңғыҙ ҡалғас, улар тыуған яҡтарына ҡайта, Вил Зәки улы хаҡлы ялға сыға. Алһыу Хәби ҡыҙы район дауаханаһына ҡатын-ҡыҙҙар табибы булып урынлаша. Күпме сабыйға донъяға килергә, күпме ҡатын-ҡыҙға әсә булырға ярҙам иткән ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Алһыу Хәбиевна баҡсасылыҡ, күп төрлө сәскәләр үрсетеү менән шөғөлләнә башлай.
Улдары үҙ ғаиләләрен ҡорған. Бәхетле парға 10 ейән бүләк иткән, шуларҙың етеһе – малай. Улар Приют ҡасабаһында төпләнгән. Икеһе лә вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөй. Рауил политехника институтын тамамлаған. Хәҙер – геодезист. Тормош иптәше Ольга каратэ секцияһы, спорт бейеүҙәре түңәрәктәре алып бара. Әнсәр юғары белемле педагог, әммә водитель булып эшләй. Татьяна хужабикә, быға тиклем мәктәптә уҡытҡан. Һәм шуны билдәләп үтергә кәрәк, улар бөтәһе лә спорт менән бик дуҫ.
– 50 йыл элек юбилярҙарыбыҙ ғаилә усағын ҡабыҙған. Һәм бөгөн дә йылдар шауҡымына ҡарамайынса, уның йылыһын һаҡлап, балаларына, ейәндәренә, яҡындарына өләшә. Әйҙәгеҙ, тағы ла бер тапҡыр ғаилә усағына ут алайыҡ әле. Уның ялҡыны киләсәктә лә һеҙҙе йылытһын, – тип теләне Лүзиә Камил ҡыҙы юбилярҙар ҡаршыһына шәмдәр һәм “50 йыл бәхетле ғүмер” тип яҙылған таҫмалар менән килгәс.
ЗАГС бүлеге мөдире Гүзәл Сирбаева никах теркәү тантанаһын үткәрҙе һәм уларҙы алтын юбиляр-ҙар тип иғлан итте. “Йәштәр” өсөн туй вальсы уйнаны.
Йәрмәкәй ауыл Советы башлығы Нурислам Тимеров, район ветерандар советы рәйесе Шамил Ғәлимов был парҙарға иң йылы теләктәрен еткерҙе. Республика Башлығынан килгән ҡотлау хатын һәм сувенир тапшырҙы.
Тантана сәбәпселәре менән шатлыҡтарын уртаҡлашырға балалары һәм ейәндәре килде. Улар ата-әсәләрен сәскәләр һәм бүләк-тәргә күмде. Ә Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре уларға моңло йырҙарын бүләк итте.
Читайте нас: