Хәҙерге йәштәр быуыны ВЛКСМ аббревиатураһын аңлатып әйтеп бирә алмаҫ, моғайын. Ә минең быуын өсөн бөтәһе лә асыҡ ине: Бөтә союз Ленин Коммунистик Йәштәр союзы – комсомол. Уға 14 йәше тулған лайыҡлы уҡыусылар ҡабул ителде һәм 28 йәшенә тиклем ошо ойошма ағзаһы булып иҫәпләнде.
Комсомолға алыныр алдынан нисек тулҡынланыуымды әле лә яҡшы хәтерләйем. Башта мәктәптә ҡабул итәләр ине, ВЛКСМ уставы, йәштәр союзы бурыстары, халыҡ-ара хәл-торошҡа ҡағылышлы һорауҙар бирелә. Унан райкомда әңгәмә була, ойошма сафтарына ҡабул ителеү тураһында ҡарарҙы иғлан итеп, комсомол билеты һәм значогы тапшыралар. Беҙгә билеттар биргән комсомол райкомы сәркәтибе Гүзәл Фәсхетдинова иҫемдә. Хәҙер ул Балаково ҡалаһының “Мираҫ” үҙәге етәксеһе. Билетым әле лә өйҙә һаҡлана. Һуңынан мәктәп комсоргы булдым. Комсомол йыйылыштарында үҙ ҡарашыбыҙға мөһим эштәр тәҡдим итеп, бәхәсләшә инек: ауыл ветерандарына шефлыҡ, макулатура һәм тимер-томор йыйыу, хеҙмәт десанттарында ҡатнашыу. Бөтәһе лә ҡыҙыҡлы, яңы, әһәмиәтле ине. Ғөмүмән, йәштәр берлеге союзы идеяһы бик шәп ине һәм беҙ һәр саҡ бөтә комсомол йөкләмәһен үтәргә әҙер торҙоҡ.
Комсомол етеҙлеге менән йырлай-йырлай студент отрядтарында эшләнек. Төрлө бәйгеләр һәм смотрҙар үткәрҙек. Тормош ҡай-наны...
Иң сағыу хәтирәләрем 1978 йыл-да Өфөлә, осоусы-космонавт В. Комаров исемендәге билдәле пионер лагерында үткән мәктәп комсомол ойошмалары секретарҙарының
республика йыйылышында ҡатна-шыуым менән бәйле. Был бик яҡшы эш сменаһы ине. Кистәрен усаҡ янында комсомол йырҙарын башҡарҙыҡ. Яңы заман – яңы йырҙар, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа, беҙҙең үҫмер саҡтағы эстәлекле, бөйөк мәғәнә менән һуғарылған, көс-ҡеүәтле йырҙар хәҙер юҡ.
1986 йылда мин Рәтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эш башланым, шулай уҡ пионерҙар, комсомолдар менән дә эш алып барҙым. Йыл һайын баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре тамамланғас, көҙгө бал, күңел асыу һәм тематик байрамдар, Яңы йыл маскарадын үткәреү йолаһы бар ине. Был сараларҙы ла комсомолдар үҙҙәре әҙерләп, алып барҙы. Мәктәп директоры бик әүҙем, алсаҡ, зирәк кеше – Р.Абдуллин ине. Ул йәштәрҙе ярты һүҙҙән аңлауы менән айырылды, уның менән эшләүе еңел булды. Ул бик яуаплы, шул уҡ ваҡытта ижади шәхес ине. Бик көслө туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, үҙе бөтә сараларҙа ла ҡатнашты. Комсомол ныҡлығы ул кешелә үҫмер сағынан уҡ формалашҡан, шуға ул ауылда һәр саҡ әүҙем гражданлыҡ позицияһын һаҡлап килде, яңы мәктәп бинаһы төҙөттө.
Комсомол – ул совет егет-ҡыҙҙарының бер нисә быуыны, шул иҫәптән беҙ ҙә үткән уникаль мәктәп. Ул йылдарҙағы фото-һүрәттәргә ҡарап, шуны уйлайһың – ярай әле йәшлегебеҙҙә шундай ойошма булған. Берләштереүсе генә түгел, һәр кемгә үҙ көсөн һынап ҡарап, ауылы, районы, иле өсөн әһәмиәтлелеген тойор-ға мөмкинлек биреүсе ойошма.
Комсомол йәшлегем энтузиазмы, ҡайтауазы әле һаман минең йөрәктә һаҡлана. “Комсомолдан айырылмайым, мәңге йәш булып ҡалам!” – тип йырлана. Мин дә йәшлегемдән айырылырға, күңелем менән ҡартайырға теләмәйем. Беҙгә инде 50, 60, 70 йәш. Ләкин күңел төшөнкөлөгө, кеше йәшлегенән көн-ләшеү хисе беҙгә хас түгел.
Бөтә өлкән быуын вәкилдәренә сәләмәтлек, уңыштар, теләктәренең бойомға ашыуын, яңы ҡаҙаныштарға ынтылыуҙарын теләйем, сөнки совет йәштәре һәр ваҡыт алда булды.