+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
3 Декабрь 2018, 20:46

Сәнғәт кешеләрҙе бергә туплай

Ноябрҙә Рәсәйҙә «Сәнғәт төнө» мәҙәни акцияһы үтте

"Сәнғәт төнө" – йыл дауамында үткәрелгән "мәҙәни төндәр"гә йомғаҡ яһаған мәҙәни белем биреү сараһы. Уның төп маҡсаты – илдә йәшәүселәргә музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға барыу һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, йолалары менән танышыу мөмкинлеген биреү.
Быйыл ул Халыҡтар берҙәмлеге көнө сиктәрен-дә уҙғарылды. Акцияла Башҡортостандың бөтә мәҙәниәт учреждениелары ҡатнашты. Уға республика музейҙары, күргәҙмә галереялары, театрҙар, китапханалар һәм клубтар ҡушылды. Акция программаһында – яҙыусылар, рәссамдар, актёрҙар һәм музыканттар менән осрашыуҙар үтте.
Мәҙәни "Сәнғәт төнө" акцияһына Благовар район үҙәк китапханаһы ла ҡушылды. Сара “Сәнғәт берләштерә” девизы аҫтында үтте. Китапханала республикабыҙҙың, районыбыҙҙың, сәнғәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған күренекле шәхестәре тураһында күргәҙмәгә байҡау яһалды. Тормош һәм ижад юлдары тураһында белешмә бирелде.
Үҙәк китапхана директоры А.Шиль "Сәнғәт төнө" акцияһы тураһында һөйләне. Тамашасылар өсөн “Китап һәм китапхана” тигән матур викторина үткәрелде. Шулай уҡ урындағы шағирәләр Р.Биглова менән С. Ибраһимова тамашасыларҙы үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы.
Сәнғәттең иң халыҡсан төрө – ул йыр. Үҙҙәренең моңло, дәртле йырҙары менән Р.Биктимерова, И.Фәйзуллина, баянсы З.Фәрхетдинова тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Кисәне йомғаҡлап, китапханасылар иң әүҙем китап уҡыусыларға сертификаттар тапшырҙы.
Ысынлап та, сәнғәт кешеләрҙе бергә туп-лай, ябай ғына нәмәлә лә матурлыҡты күрергә өйрәтә.
Читайте нас: