+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
3 Декабрь 2018, 20:43

Мәүлит байрамы үтте

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә, ә 11-се кисе Мәүлит кисе булып тора

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы үткәрелә, ә 11-се кисе Мәүлит кисе булып тора. Риүәйәттәргә ҡарағанда, был төндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) донъяға килгән. Быйыл ул 20 ноябргә тура килде. Мәүлит – ғәрәп һүҙе, беҙҙеңсә тыуыу тигәнде аңлата.
20 ноябрь районыбыҙҙың Өйҙрәкбаш ауылы "Хәмит" мәсетендә Мәүлит байрамына арналған йәмле мәжлес уҙғарылды. Мәсеттең имам-хатибы Радик хәҙрәт Әбдрәшитов тантананы асып, изге Мәүлит байрамының мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп: "Кешелек донъяһында Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән 124 мең пәйғәмбәр булған икән. Ислам диненә ҙур өлөш индергән 25-енең исем-шәрифе Ҡөрьән китабында килтерелгән. Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) – иң һуңғы, заман ахыры пәйғәмбәре. Ул 40 йәшендә пәйғәмбәрлек вазифаһын алып, кешеләргә хаҡ динде, ислам динен өйрәтә башлай. 63 йәшендә был яҡты донъянан китә. Ана шул 23 йыл эсендә: – Ғәрәбстан ярымутрауын мәжүсиҙәрҙән – төрлө һындарға табыныусыларҙан таҙарта һәм бер Аллаға ғына табынырға өндәй.
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Пәйғәмбә-ребеҙҙең (с.ғ.с.) башҡарған эштәре, тормош юлы, йәшәү рәүеше, холҡо, сифаттары барлыҡ кешеләргә үрнәк булып тора. Барыбыҙ ҙа өлгө алһаҡ ине. Иншалла. Шөкөр, Аллаһы Тәғәлә насип иткәс, һуңғы йылдарҙа динебеҙ иреккә сыҡты. Күпләп мәсеттәр төҙөлә, дин юлында йөрөп, Алланың барлығын, берлеген белеп, иманлы булыусыларҙың һаны арта," – тине ул.
Мәсеттең элекке имам-хатибтары Хәмит Бик-ҡолов менән Фәрит Зәйнуллин да Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып, үҙҙәренең рәхмәттәрен әйтеп, ауыл мосолмандарын ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Әлфиә Ғәлиева һәм Сәбилә Ишбулатова апайҙар мөнәжәт әйтте. Сараға халыҡ бик күп йыйылғайны. Бигерәк тә, ошондай мосолман байрамдарында балалар, йәштәрҙең күп булыуы ла ҡыуаныслы хәл.
Тантаналы өлөштән һуң, мосолмандар тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл артына үтте. Тәмле былау ашап, баллы сәк-сәктән ауыҙ итеп, күңелдәрендә изгелек рухын арттырып, йылы итеп хушлашып таралышты улар.
Читайте нас: