-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
3 Декабрь 2018, 20:33

Булдырҙығыҙ, “Рампа”сылар!

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт һарайының “Рампа” халыҡ театры районыбыҙ ауылдарында гастролдәрен ойошторҙо

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт һарайының “Рампа” халыҡ театры районыбыҙ ауылдарында гастролдәрен ойошторҙо. Ҡатай ауылы халҡы ла Назар Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” исемле 3 шаршаулыҡ драмаһын ҡарап ҡыуанды.
Театр артистары араһында Мәҙәниәт йорто һәм урындағы телевидение, ауыл мәҙәниәт йорттары директорҙары һәм художество етәкселәре бар. Спектаклдең режиссёры Илгизәр Хөсәйенов, уның ярҙамсыһы Иҫке Ҡорос ауыл мәҙәниәт йорто директоры Әлфиә Исхаҡова уңышлы сығыш өсөн күп көс һалған. Музыкаль яҡтан Салауат Ситдиҡов һәм Динар Юнысов оҫта биҙәне. Илгизәр Хөсәйенов (Афзал), Ильяс Шәйгәрҙәнов (Билал), Рәмис Шәйҙуллин (Ғимран Казимов), Миләүшә Фәйзуллина (Айбикә), Ирина Разетдинова (Бибикамал), Надежда Пятибратова (Гөлнур) һәм Татьяна Никифорова (Әнисә) – барыһы ла үҙ ролдәрен ысын оҫталарса, тамашасыны ышандырырлыҡ, хатта илатырлыҡ итеп башҡарҙы.
Ошо коллективта ауылдашыбыҙ – Иҫке Ҡатай ауыл мәҙәниәт йорто директоры Эльвина Ситдиҡованың да лайыҡлы ағза булыуы ҡыуаныслы. Әйтергә кәрәк, Эльвина, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ауыл һәм район мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша һәм матур йыр-бейеүҙәре, күркәм эштәре менән ауылдаштар ихтирамын яуларға ла өлгөрҙө. Ә спектаклдә төп ролдәрҙең береһен – Гөлъямалды килештереп уйнаны.
Спектакль бер тында үтте. Ҡатай тамашасыһы шул тиклем йылы ҡабул итте: бер иланы, бер көлдө, берсә тып-тын ҡалып, артабан ни булаһын көттө, әле ысын күңелдән артистарҙың оҫталығына алҡышланы. Йәш быуын өсөн ҙур тәрбиәүи әһәмиәтле сараға мәктәп уҡыусылары, ауыл йәштәре лә килгәйне. Ә бала сағы һәм үҫмер йылдары һуғыш осорона тура килгән оло йәштәге кешеләр өсөн әҫәр бик тулҡынландырғыс булды (залда улар байтаҡ ине), сөнки пьесаның сюжеты улар быуынына төшкән яҙмыш һынауҙарын тасуирлауға ҡоролған.
Спектаклдән һуң артистарҙы тамашасы тағы бер ҡат алҡыштарға күмеп, сәскәләр менән оҙатты. Ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ф. Вәлиева ауылдаштар исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, театрға яҡын көндәрҙә халыҡ исемен яҡлауҙа уңыштар теләне.
Бер һүҙ менән әйткәндә, бул-дырҙығыҙ, “Рампа”сылар!!!
Читайте нас: