+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
19 Ноябрь 2018, 17:15

Һәйкәл булып ҡайтты тыуған яғына

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге (Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы) менән берлектә генерал Хажиәхмәт Ишбулатовҡа арналғантүңәрәк өҫтәлдә уға тыуған ауылында һәйкәл асырға тип резолюция ҡабул иткәйне

2018 йылдың 20 мартында Благовар районы башҡорттары Ҡәнзәфәр бей исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге (Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы) менән берлектә генерал Хажиәхмәт Ишбулатовҡа арналған түңәрәк өҫтәлдә уға тыуған ауылында һәйкәл асырға тип резолюция ҡабул иткәйне. Бына, ниһайәт, Республика көнө алдынан, үҙаллылыҡ алыуҙың 100 йыллығы уңайынан, 6 октябрҙә Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында Зәки Вәлидиҙең арҡаҙашы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Хажиәхмәт Ишбулатовҡа һәйкәл асылды.
Ямғырлы, һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, тантанаға Өйҙөрәкбаштар ғына түгел, ә тирә-яҡтағы ауылдарҙан да килгәйнеләр. Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға, был иҫтәлекле көн менән ҡотларға Өфөнән билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Рөстәм Таймасов, Азат Ярмуллин, Мең ырыуы етәксеһе Әхнәф Тимербулатов килде.
“Ил төкөрһә – күл була” тигәндәй, бюст халыҡ йыйған аҡсаға эшләнде. Уның авторы ошо ауылда тыуып үҫкән скульптор Рәфис Рәйес улы Зәйнетдинов. Һәйкәл генералдың һаҡланып ҡалған берҙән-бер фотоһы буйынса эшләнде. Был турала скульптор нимә ти: “Беренсе мәртәбә миңә нимәһелер оҡшап етмәне, ҡабаттан эшләнем. Был юлы һәйбәт килеп сыҡты”. Өйҙөрәкбаш урта мәктәбе директоры, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Мең ырыуы Советы рәйесенең урынбаҫары Рәйсә Төхфәтуллина: “Генералға һәйкәл эшләтеү буйынса ауылда инициатив төркөм төҙөп, уның етәксеһе итеп Зәйнәб Ишбулатованы һайлап ҡуйҙыҡ. Һәйкәлде булдырыу эшенә генералдың яҡын һәм алыҫ туғандары Р. Заһиров, И. Ишбулатова, З. Ишбулатова, А. Ишбулатов, Р. Сиражетдинов, Р. Ишбулатов тос өлөш индерҙе. Һәйкәл тирәһен төҙөкләндереүҙе ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәмил Ишбулатов ойошторҙо. Ғө-мүмән әйткәндә, бөтә Өйҙөрәкбаш ауылы халҡы һәйкәл булдырыуҙа ҡатнашты. Ҡаһарман яҡташыбыҙ, генерал Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатов быуаттар аша тыуған ауылыбыҙға һәйкәл булып ҡайтты.
Шулай итеп, Өйҙөрәкбаш ауылы өсөн генералдың һәйкәлен асыу йылдың иң сағыу, иң иҫтәлекле көнөнә әүерелде.
Читайте нас: