+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
19 Ноябрь 2018, 17:10

Тырыш хеҙмәт емештәрен татып

Көҙҙөң бер йылы көнө, һауа шундай саф, ҡояш нурында үрмәксе ауҙары ялтырай

Көҙҙөң бер йылы көнө, һауа шундай саф, ҡояш нурында үрмәксе ауҙары ялтырай. Тирә-яҡ – алтынға мансылған ғәжәп матур донъя. Күк йөҙө кеүек зәп-зәңгәр ҡапҡа-ҡоймалы, ҡояш нурында ҡойонған йорт янындағы эскәмйәлә бер бабай ултыра. Ул аяҙ көндәргә сабыйҙарса шатлана, 90 йәшен күреү бәхете, ғүмер көҙөн имен ҡаршылау шатлығы яҙған өсөн Хоҙайға һәм яҙмышына шөкөр итә. Уның әле кәүҙәһе лә элеккесә төп-төҙ, донъяға аҡыллы ҡараш менән баҡҡан күҙҙәре тәрән диңгеҙҙе хәтерләтә.
Яҙмабыҙҙың геройы – Болошлоноң тере легендаһы, беренсе алдынғы комплекслы бригаданың алыш-тырғыһыҙ бригадиры, өс орден эйәһе, ветерандар советының тын-ғыһыҙ рәйесе, ҡыҫҡаһы, иҫ киткес яҡшы кеше Тәлғәт Сәйетзада улы Ғәбиҙуллин (фотола).
Тынғыһыҙ хеҙмәт көндәре артта ҡалған инде: элек Киров исемендәге колхозда игенселек һәм малсылыҡ ҡына түгел, шулай уҡ йәшелсәселек менән дә шөғөлләнгәндәр. Һуңғы арала ауырып торһа ла, элекке йыл-дарҙы иҫкә төшөргәс, әңгәмәсебеҙ күҙ алдында йәшәреп киткәндәй тойола, күҙҙәренә нур тула, йөҙөнә алһыулыҡ йүгерә. Тәлғәт ағайҙы оҫта йәшелсәсе булараҡ та беләләр, ул үҫтергән татлы ҡарбуздар ғына ни торған?! Бүләкләү документтарын аҡтарғанда 1956 йылда тапшырылған Маҡтау грамотаһына иғтибар итәбеҙ. Унда бындай һүҙҙәр бар: “Маҡтау грамотаһы менән ауыл хужалығы алдынғыһы Тәлғәт Ғәбиҙуллин бүләкләнә. Йәшелсә һатыуҙан колхоз 83500 һум табыш алды”. Артабан өс йыллыҡ агрозоотехника курстарын тамамлаған аҡыллы егетте бригадир итеп ҡуялар. Сираттағы Маҡтау грамотаһы ул етәкселек иткән бригаданың бөртөклөләрҙән юғары уңыш – гектарынан 35,2 центнер алыуы, эшсе коллективтар араһында үткәрелгән смотр-конкурста еңеп сығыуы тураһында һөйләй. Т. Ғәбиҙуллиндың тырыш хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана: РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы (1969 йыл), ВДНХ-ның көмөш миҙалы (1971 й.) һәм башҡалар. Ә өс – Халыҡтар дуҫлығы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены уның уңған бригадир һәм оҫта ойоштороусы булыуын дәлилләй.
– Элек эшләй ҙә, хеҙмәтебеҙҙе баһалай ҙә беләләр ине, – тип иҫкә ала ветеран. – Миңә сит илдә туғыҙ мәртәбә булырға тура килде. “Москвич” машинаһы, “Урал” мотоциклы алдым. Колхозсыларҙы һәм совхоз эшселәрен ял һәм санаторийҙарға путёвкалар, торлаҡ менән тәьмин итәләр ине. Әйтәйек, үҙебеҙҙең хужалыҡта ғына беҙ ике фатирлы
9 йорт төҙөнөк, тимәк, 18 ғаилә фатирлы булды тигән һүҙ. Шуға йәштәр ҡалаға ашыҡманы, ауылда ҡалды, рәхәтләнеп эшләне. Ә аҙаҡ күҙ алдыбыҙҙа беҙ төҙөгән хужалыҡты тарҡаттылар, беҙҙең тир менән булдырылғанды бөтөрҙөләр...
Тәлғәт ағай оҫта гармунсы, йор һүҙле, оптимист. Ауылдаштары араһында ифрат ҙур ихтирам ҡаҙана. Ул, әйтерһең, маяҡ – үҙе лә яна, ялҡынды башҡаларға ла өләшә. Ауылда йәшәүсе әлеге быуын да аҡһаҡалға ихтирамлы мөнәсәбәттә, уҡыусылар уның менән осрашыуға һәр саҡ шат, унан атай-олатайҙарының нисек эшләгәнен белә. Тәлғәт Сәйетзада улы ҡартлыҡҡа һис бирешергә теләмәй, тик ултырырға өйрәнмәгән ул. 30 йыл элек йәмәғәте Фәниә Имаметдин ҡыҙы гүр эйәһе булғас, һыйырын да үҙе һауа, ашарға ла үҙе бешерә, мал-тыуарын да аҫрай. 83 йәшкә тиклем аттан айырылмай, ҡош-ҡорттарын да балалары һүҙен тыңлап, былтыр ғына бөтөрә.
С. Константинов фотоһы.
Читайте нас: