+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
19 Ноябрь 2018, 18:14

Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында

Көн һайын үҙгәреп торған тормошҡа зарланмай, заманға яраҡлашып, нәҡ үҙ эштәре менән шөғөлләнеүсе кешеләр артыуы һоҡландыра

Көн һайын үҙгәреп торған тормошҡа зарланмай, заманға яраҡлашып, нәҡ үҙ эштәре менән шөғөлләнеүсе кешеләр артыуы һоҡландыра. Ысынлап та, тормош кеше алдына күпме мөмкинлектәр аса. Уйҙарыңды ысынға ашырыу, маҡсат артынан маҡсат ҡуйып, уларға ирешеү, ынтылыу кешенең тик үҙенән генә тора. Әйтеүе генә еңел тиер ҡайһы берәүҙәр, ә бит ысынлап та, көс түгеп эшләгән эштең емеше лә татлы.
Һәр район, ауылда башҡаларға өлгө булған, үҙ донъяһына ғына бикләнмәй, тотош район һәм тирә-яҡ ауыл проблемалары менән йәшәгән кешеләр була. Бөгөн Шаран ауылында ғүмер кисереп, “Восход” йәмғиәтенә етәкселек итеүсе Фаяз Мәсәбих улы Сафиуллин (фотола) тап шундай, йәмәғәт эштәре ҡаҙанында ҡайнаған кешеләрҙең береһе. Етәксе булараҡ, ул хужалыҡтағы һәр хәлваҡиға, хеҙмәттәштәре ихтыяждары тураһында белеп-күреп тороусы хәстәрлекле хужа.
Тормош арғымағы ялына ныҡлы йәбешеп, тырышып донъя көткән Сафиуллиндар ғаиләһе, ғөмүмән, Фаяз Мәсәбих улы, уның шөғөл-кәсебе тураһында район, республика баҫмалары биттәрендә аҙ яҡтыртылманы. Шулай булһа ла, был күркәм ғаилә тураһында тағы бер тапҡыр яҙмаҡсымын.
Ғаилә башлығы Фаяз Сафиуллин 1958 йылдың 8 октябрендә Тархан ауылында Мәсәбих Ғәлиулла улы һәм Миңлебикә Шәйәхмәт ҡыҙы Сафиуллиндар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә.
Кеше өсөн иң ғәзизе уны тыуҙыр-ған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү тапҡыр эскән һыу, иң йылыһы – ғаилә усағы, иң күркәме – тыуған йорт, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәт. Фаяз Мәсәбих улы ла тормош тәжрибәһен ата-әсә өлгөһөнән ала. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелендә ыңғай хис-тойғолар ғына тыуҙыра, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра, быларҙың бөтәһе өсөн Фаяз Мәсәбих улы ата-әсәһенә рәхмәтле.
Мәктәп, армия хеҙмәте, Аксён ауыл хужалығы техникумында, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехника һәм иҡтисад факультеттарында уҡыған студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдары башлана. Ойоштороу, иҡтисади фекерләү һәләтенә эйә булған киң белемле белгескә район етәкселеге тәҡдиме буйынса эш урынын йыш алыштырырға тура килә. Шаран совхозы Тархан тауар-һөтсөлөк фермаһында зоо-техник, артабан бригадир, ауыл хужалығы идаралығында зоотехник, “Шаран” күмәк ауыл хужалығы предприятиеһында ауыл хужалығы эштәре буйынса урынбаҫар, “Темняковка” совхозында һәм “Шаран кирбес заводы” предприятиеһында директор, “Итиль” страхование компанияһының Башҡортостан филиалында генераль вәкил, унан һуң М. Егоров исемендәге, “Алға” колхозы, уны “Восход” йәмғиәте тип үҙгәрткән көндән башлап бөгөнгө көнгәсә шул хужалык етәксеһе – бына уның данлы хеҙмәт юлы.
Фаяз Мәсәбих улы өсөн иң ҡәҙерлеһе – ғаилә. Нәҡ ғаиләһе кешегә ижади һәм карьера үҫеше өсөн стимул бирә, ышаныслы тыл һәм терәк булып тора. Хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән үтәгән, үҙ өлгөләрендә тәртипле, тырыш ул һәм ҡыҙ үҫтергән Сафиуллиндар ғаиләһе тыуған еребеҙҙең биҙәге. Бөгөн инде балалары тормошта үҙ юлдарын тапҡан, эшсәнлектәре өлкәһендә яҡшы профессионалдар, үҙ ояларын ҡорған. Илнур ӨДНТУ тамамлаған, тормош иптәше Олеся менән улдары Тимур һәм Артурҙы үҫтерә, Өфөлә йәшәй. Лилиә лә Өфөлә, Ҡазан дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлағандан һуң шул өлкәлә эшләй. Тормош иптәше Венер менән улдары Рәмил һәм ҡыҙҙары Әминәне тәрбиәләй. Өләсәй менән олатай бөгөн ейәндәренә ҡыуанып йәшәй.
Ф. Сафиуллиндың тормош иптәше Әлмира ла бала саҡтан һайлаған педагог һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар район мәғариф бүлегендә методист булып эшләне, бөгөн ул хаҡлы ялда. Әммә эшһеҙ ултыра торғандарҙан түгел. Хәләл көстәре менән һалып сыҡҡан донъяларын гөл итеп тота. Өйҙәрендә бөтә уңайлыҡтар булдырылған, зауыҡ менән биҙәлгән йорт эсе ҡатындың ҡотло ҡулы, ирҙең көслө, ипле ҡулдары менән нурға ҡойонған. Тәҙрә төптәрендә матур гөлдәр сәскә ата, йәй етһә баҡсалары шау сәскәгә күмелә, йәшелсә-емеш тә мул уңыш менән һөйөндөрә хужабикәне.
– Эштә генә түгел, ғаилә тормошонда ла ишең менән бер телдә һөйләшергә өйрәнеү, бер-береңде тыңлай, ишетә, аңлай белеү мөһим, – тиҙәр 35 йыл бергә ғүмер иткән Сафиуллиндар.
Ғаилә нигеҙен нығытыусы тағы бер сифат – бер-береңдең тыуғандарына яҡшы мөнәсәбәттә булыу. Улар тормош иптәшең өсөн яҡын, яратҡан кешеләр, ҡан менән бәйләнгән туғанлыҡ әле һиңә ҡәҙәр үк һалынған һәм уға хөрмәт менән ҡарау мөһим, тип иҫәпләй ир менән ҡатын. Шуға күрә лә ҡунаҡсыл, асыҡ йөҙлө хужаларҙың ишектәре күп һанлы тыуған-тыумаса, дуҫ-иштәре өсөн һәр саҡ асыҡ.
Ошо көндәрҙә ғаилә башлығы Фаяз Мәсәбих улы ғүмер байрамын билдәләне. Уны юбилейы – 60 йәше менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, яҡындары эргәһендә, уларҙың мөхәббәтен һәм йылыһын тойоп, оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Читайте нас: