-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
19 Ноябрь 2018, 17:39

Музейҙа театр төнө

Йыл һайын республикала “Музейҙа театр төнө” сараһ үткәрелә

Йыл һайын республикала “Музейҙа театр төнө” сараһы үткәрелә. Шул уңайҙан беҙ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәнғәт кешеләрен: Мөсәлиә Ишембәтова, Тәнзилә Ханнанова, Муллағәлиевтар ғаиләһе, Мәҡсүт Шәрәфелисламов, Алһыу Йыһаншина, Шакирә Варисованы һәм башҡаларҙы саҡырҙыҡ. “Түңәрәк өҫтәл” артында театр, уның кешегә йоғонтоһо тураһында фекер алыштыҡ.
Француз актрисаһы Сара Бернар былай тип яҙған: “Тамашасыны деталдәре тураһында оноторға мәжбүр итеүсе артист ҡына бөйөк була ала”. Нәҡ бына ошо юлдар бөйөк артист, режиссёр Рафаил Кинйәғол улы Ишембәтовтың талантын аса ла инде.
Был кистә ғүмерен мәҙәниәт-кә арнаған ошо кешене иҫкә алдыҡ. Уның тураһындағы яҡты хәтирәләр сәнғәткә ғашиҡ кешеләр күңелендә һаҡлана.
Рафаил Кинйәғол улы 1951 йылдың 25 февралендә Ғафури районының Имәндәш ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт дәүләт мәҙәни-ағартыу училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Ике йыл армия сафында хеҙмәт итә, унан мәҙәни-ағартыу училищеһында һәм Өфө сәнғәт институтында “Халыҡ театры режиссёры” белгеслеге буйынса белем ала.
Сибәр ҡыҙ Мөсәлиәне осратып, яҙмышын уның менән бәйләй.
Улар 1973 йылда районыбыҙға килеп, мәҙәниәт һарайында эш башлай.
1973-1978 йылдарҙа Рафаил Ишембәтов мәҙәниәт һарайы мөдире булып эшләй. Уның ҡатнашлығында үткән беренсе “Яусылар”, “Ҡәйнә”, “Кешегә мөхәббәт” спектаклдәре тамашасы күңелендә оҙаҡ һаҡлана. “Тилекәй” спектакленән һуң театр “халыҡ театры” исеме ала. Ул йылдарҙа театрҙың режиссёры Мөсәлиә Әхмәҙулла ҡыҙы була. Ишембәтовтар тамашасыны илһамландырып, уларҙың күңелен байытып эшләй.
Рафаил Кинйәғол улы 1996 йылда асылған музейҙың үҫешенә лә тос өлөш индерҙе. Бында ул этнография мөйөшө булдырҙы. Ә 2012-2014 йыл-дарҙа әлеге ойошманың мөдире була. Тарих менән ҡыҙыҡһыныуы һөҙөмтәһендә киләсәктә лә ул теге йәки был экспозицияны төҙөгәндә үҙ кәңәштәре менән ярҙам итә. Мәҙәни-әхлаҡи байлыҡтарҙы популярлаштырыуға лайыҡ өлөш индергән өсөн музей етәкселеге тарафынан Рәхмәт хаты менән билдәләнә.
Шулай яҡты иҫтәлектәр менән үрелеп, бөгөнгө һәм киләсәк тураһында йылы аралашып үтте был сара.
Читайте нас: