Башҡорт халҡы тиһәң, тирмә, ат, ҡымыҙ, ҡурай күҙ алдына баҫа. Һәм ҡолаҡ төбөндә оҙон көйҙәр яңғырап киткәндәй була. Ҡамсат бүректәрен кейгән, оҙон еләндәрен яурындарына һалған, күкрәктәрен киреп ҡурай тартҡан ир-егеттәр бар булмышыңды ошо көйҙәр солғанышына алып инеп китә.
Борон егеттәр ҡурай тартһа, ҡыҙҙар ҡумыҙ сиртеү менән мауыҡҡан. Сөнки ҡурайҙан көй сыға-рыу өсөн көс, иркен тын, таһыллыҡ талап ителә. Ә ҡумыҙҙы бәләкәй ҡыҙ балалар ҙа сиртә алған. Әммә һирәк-һаяҡ булһа ла сая ҡыҙҙар ҙа табылған. Улар маһир ир-егеттәр менән бер рәттән һыбай ҙа сапҡан, ярыштарҙа ла ҡатнашҡан, ҡурай тартырға ла өйрәнгән, ҡыҫҡаһы, бар халыҡты хайран иткән.
Бөгөнгә тиклем ҡурай тартыу, әйткәнемсә, ир-егеттәр һөнәре һанала. Әммә беҙ-ҙең арала ҡурай тартыусы ҡыйыу ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙың береһе – ҡаланың 4-се мәктәбендә белем алыусы Рената Ҡаһарманова (фотола). Ул бөгөн 9-сы класс уҡыусыһы. Ҡурай класында 8 йыл шөғөлләнә. Остазы – музыка мәктәбенең ҡурай уҡытыусыһы Рәмзин Рәфҡәт улы Әпсәләмов. Рената башта мәктәпкә гитарала уйнарға өйрәнергә килә. Ҡурай тауышын ишетеп, уйнап ҡарау теләге уяна һәм баш-көллө ҡурайға ғашиҡ була. Ҡустыһы менән бергә шөғөлләнә улар, төрлө ярыштарға, конкурстарға йөрөй башлайҙар. Тәүге тапҡыр диплом алып ҡайтҡас, тағы ла дәртләнеп китә һәм ныҡлап шөғөлләнә башлай. Хәҙер Рената егеттәрҙе артта ҡалдырып, оҙон көйҙәрҙе оҫта уйнай. Башҡорт халҡының мәшһүр “Урал”, “Һандуғас”, “Буранбай” кеүек көйҙәрен еңел, яратып башҡара. Был көйҙәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ауыр һанала, сөнки диапазоны ҙур, әммә Рената һынатмай. Матур бейей ҙә был ҡыҙ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының байтаҡ бейеүҙәрен белә.
Татыу, ҙур ғаиләлә тәр-биәләнә Рената. Ата-әсәһе лә музыкаға ғашиҡ кешеләр. Әсәһе уҡытыусы, атаһы инженер булып эшләй. Ҡусты-һылыуҙары ла моң яратып, апаһының ҡурайын тыңлап үҫә. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Был шулай булырға тейеш тә, сөнки ҡурай менән еңеү яулау ҡалған конкурстарҙа ла көс бирә!
“Ренатаның еңеүҙәре күп, республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ла дипломант булды. Уны беләләр, һөнәри ҡурайсылар ҡыҙҙың мөмкинлектәрен юғары баһалай, ҙур өмөттәр бағлай Ренатаға. Әммә ҡыҙыбыҙҙың пландары башҡа, ул үҙен медицинаға бағышларға уйлай. Шулай ҙа, ҡурайҙы ташламаясаҡмын, сөнки ул һаулыҡты нығыта, тын юлдарын иркенәйтә, ти уҡыусым”, – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡ-лашты Р. Әпсәләмов.
Ни тиһәң дә, Ренатаға уңыштар теләргә генә ҡала. Сөнки буш ваҡытын файҙалы үткәреп, ҡала мөхитендә башҡорт хал-ҡының милли моң даръяһы солғанышында үҫеп, үҙенең бала сағын ғына түгел, киләсәген, бар тормошон моңға һалған ул, минеңсә. Ә был бик мәслихәт, сөнки моңға ғашиҡтар төрлө ауырлыҡтарҙы еңел үтә, уларға бирешмәй. Афарин, Рената! Һиңә киләсәктә уңыштар теләйбеҙ, тор-мошоң илаһи моңға буйһо-ноп, моңло, ҡурайлы, йырлы үтһен!