Октябрь башында Башҡортостандың баш ҡалаһында өлкән йәштәгеләрҙең “Мин яратам һине, тормош!” тигән үҙешмәкәр сәнғәт ижады республика фестивале үтте.
Беҙҙең районды унда Йәрмәкәй халҡының мөхәббәтен һәм ышанысын яулаған “Йәрмәкәй егеттәре” ансамбле тәҡдим итте. БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмис Ғәбиҙуллин етәкселегендәге музыканттар “Музыка ҡоралдарында уйнаусы иң яҡшы башҡарыусылар” жанрында “Ансамбль” номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү министр-лығы булышлығында әлеге фестиваль 2012 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Киләһе йылдан фестиваль асыҡ буласаҡ һәм унда Рәсәйҙең 55-тән артыҡ төбәгенән ижад коллективтары һәм башҡарыусылары ҡатнаша аласаҡ. Президент гранттары фонды ярҙамында быйыл фестиваль зона принцибы буйынса үтте. Муниципалитеттарҙа уҙған һайлап алыу турҙарын иҫәпкә алып, 2018 йылғы фестивалдә Башҡортостандың 54 район һәм 21 ҡалаһынан 6 меңләп башҡарыусы ҡатнашты.