+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәкәләләр
26 Октябрь 2018, 18:44

Илде данлаған һөнәр

Уйлана-уйлана ҡала урамынан барам.

Кемдер йүгерә атлай ҡайҙалыр ашыға, икенселәр үҙ-ара һөйләшеп килә, өсөнсөләр уйға батҡан. Ҡараһаң, ошо килгән меңдәр араһынан кемдеңдер уҡытыусы икәне әллә ҡайҙан күренә! Үҙен тотошо, кейеме, причёскаһы менәнме, нисектер, айырылып тора. Һөйләшеүенә ҡарап та был кешенең уҡытыусы булып эшләгәнен белеп була. Ҡыҙыҡ, бүтән һөнәр эйәләрен ошолай, тышҡы ҡиәфәт менән, билдәләп булмай бит. Тимәк, уҡытыусы кеше һөнәре менән генә түгел, ә бар булмышы менән, тыуғандан алып ошо эшкә тәғәйенләнгән.

Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем! Эйе, бөйөк тә, яуаплы ла, абруйлы ла һөнәр. Ошо әйтеп кителгәндәрҙән хәҙер яуаплыһы ғына ҡалғандыр...

Хәреф танымаған, һанай белмәгән балаларҙы уҡырға, яҙырға, һанарға, кеше менән аралашырға, коллективта үҙен нисек тоторға өйрәткән кеше лә уҡытыусы бит. Тик һуңғы араларҙа уҡытыусының абруйы төшөүе күңелде ҡыра, шом һала. Эйе, эше күп уҡытыусының. Элек тә күп ине, хәҙер ҙә етерлек. Компьютерлаштырыу системаһы яйға һалынһа ла, ҡағыҙ эшенән арына алмайбыҙ. Шулай ҙа түҙәбеҙ, эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ, алға әйҙәйбеҙ, шәхес тәрбиәләйбеҙ. Тик мәктәпкә эшкә йәштәр килмәй бөгөн, шуныһы насар. Был һөнәрҙең абруйы төшөүе нимәгә бәйле һуң? Беренсенән, эш хаҡы түбән. Эше лә күп – дәфтәр, пландар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ теге йәки был саралар. Унан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша уҡытыусы.

Уҡытыусы мин, эшемә йүгереп барам. Эйе, эйе, ауыр булһа ла, сәғәттәр кәмеп, ҡағыҙ эше күбәйһә лә, балалар янына ашығам. Сөнки ул минең бар булмышым, унда мине уҡыусыларым көтә. Үҙемә ҡарайым да, ирекһеҙҙән, уҡытыусыларымды иҫкә төшөрәм. Ниндәй бөйөк ине улар! Ғорур, ғәҙел, яуаплылар, уҡыусыларына ғына түгел, ә бар халыҡҡа өлгө лә ине. Ҡайҙа ул ҡаршы әйтеү, күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәй инек уҡытыусыбыҙға. Ул саҡтарҙа ла эштәре күп, ауыр ине. Уҡырға, яҙырға өйрәтеү, дәфтәр тикшереү, план яҙыу, йәмәғәт эштәре, агитаторлыҡ мәшәҡәттәре һәм башҡалар. Дөрөҫ, компьютер юҡ ине ул ваҡытта. Ҡағыҙҙа ине бар эштәре, әммә бөгөнгө кеүек күмелмәгәндәр ине. Ғаиләләренә, шәхси эштәренә ваҡыттары ла ҡала ине.

Әллә ниндәй замана килде тиер инем. Уҡыу йылы башланыр алдынан күңелдә ниңәлер тынғылыҡ юҡ, нимәлер өйкәй, борсой. Эйе, был билгеле, бигерәк тә башҡорт теле, туған тел уҡытыусыларына хас тойғо. Сөнки һуңғы арала ғәзиз телебеҙгә ҡағылышлы төрлө мәсьәләләр тыуа, сәғәттәребеҙ кәмей... Әммә ошондай ауыр мәлдә лә, беҙ, уҡытыусылар, юғалып ҡалмайбыҙ, үҙ юлыбыҙҙан ғорур барып, үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ. Балаларыбыҙҙа туған телебеҙгә, тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Кем, әгәр ҙә беҙ булмаһаҡ, тигән принцип беҙгә ошо йылдарҙа терәк-таяныс.

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Ғүмерлеккә тиеп һайлаған.

Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин –

Ул бит һөнәр, илде данлаған!

Эйе, уҡытыусы мин, исемемде ғорур йөрөтәм. Сөнки ошондай яуап-лы мәлдә илебеҙгә кәрәкле, терәк булырҙай шәхестәр тәрбиәләүҙә үҙ өлөшөмдө индерәм һәм ошоноң менән ғорурланам. Аҡ ҡағыҙға тиң күңелдәргә шытым орлоҡтары һалып, улар бөгөн үҫенте бирә, теге йәки был өлкәне биҙәй икән, тимәк, беҙҙең тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй тигән һүҙ.

Урамдан берәү килә. Уның уҡытыусы икәне әллә ҡайҙан күренә.Күренһен, беленһен беҙҙең ошо сифаттарыбыҙ. Беҙ шуның менән ғорурланырға тейешбеҙ. Сөнки беҙ – киләсәк быуын тәрбиәселәре. Ни тиклем ауыр, яуаплы булһа ла, түҙәйек, сабыр итәйек. Гүзәл Башҡортостаныбыҙ, ғәзиз халҡыбыҙ киләсәге өсөн тырышайыҡ. Үҙебеҙҙе һәр өлкәлә, һәр урында лайыҡлы тотайыҡ. Сөнки беҙгә ҡарап, беҙҙән өлгө алалар!

Читайте нас: